Миссури (йылға)
География
Йылға оҙонлоғо 3767 км тәшкил итә[2].
Миссури йылғаһы Ҡаялы тауҙарҙа башлана. Башлыса көнсығыш һәм көньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә аға. Сент-Луис ҡалаһы янында Миссисипи йылғаһына ҡушыла. Бассейн майҙаны 1 300 000 км² ашыу тәшкил итә һәм 10 АҠШ штаты һәм 2 Канада провинцияһы территорияларының өлөштәрен үҙ эсенә ала.
Миссури үҙәнендә тәүге кешеләр 12 мең йыл элек килгән. Йылға буйында 10-дан ашыу төрлө индеец ҡәбиләләре йәшәгәнү. XIX быуатта йылға күскенселәрҙең көнбайышҡа үтеүендә һәм АҠШ территорияһының киңәйеүендә мөһим юл булып торған. Миссурила суднолар йөрөшө 1830-сы йылдарҙан алып бик тиҙ үҫешә һәм был үҫешенең иң юғары нөктәһе 1850-се йылдар аҙағына тура килә, ә хәҙерге ваҡытта тарҡалаш кисерә. XX быуаттың беренсе яртыһында йылғала күп кенә дамбаларһәм башҡа ирригацион ҡоролмалар төҙөлә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Крупнейший приток реки Миссисипи
- ↑ Missouri River Environmental Assessment Program 2010 йылдың 27 май көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- Baldridge W. Scott. Geology of the American Southwest: a journey through two billion years of plate-tectonic history. — Cambridge University Press, 2004. — ISBN 0-52101-666-5.
- Rivers of North America. — Academic Press, 2005. — ISBN 0-12088-253-1.
- Demoth I. MacDonald. The History of Pettis County, Missouri. — 1882.
- Greene Jerome A. Battles and Skirmishes of the Great Sioux War, 1876–1877: The Military View. — University of Oklahoma Press, 2003. — ISBN 0-80612-669-8.
- King Philip B. The Evolution of North America. — Revised. — Princeton University Press, 1971.
- Mulvaney Tom. Helena. — Arcadia Publishing, 2008. — ISBN 0-73855-977-6.
- Roberts David C. A Field Guide to Geology: Eastern North America. — Houghton Mifflin Harcourt, 2001. — ISBN 0-61816-438-3.
- Sunder John E. The Fur Trade on the Upper Missouri, 1840–1865. — University of Oklahoma Press, 1993. — ISBN 0-80612-566-7.
- Thornbury W. Regional geomorphology of the United States. — John Wiley and Sons, 1965. — ISBN 0-47186-200-2.