Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы
Әҡлимә Ғариф ҡыҙы Садиҡова (рус. Аклима Гарифовна Садыкова; 1908 йылдың 7 ноябре, Кушнаренко районы, Түбән Аҡбаш, Шәрип ауыл Советы (Кушнаренко районы) — 1993 йылдың 18 июне, Ташкент) — совет театр актёры. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы артисы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).
Биографияһы
1908 йылдың 7 ноябрендә Өфө губернаһының Өфө өйәҙе Шәрип улусы[1] Түбән Аҡбаш ауылында тыуған.
1931 йылда Башҡортостан сәнғәт техникумын тамамлаған (В. Мортазин‑Иманский, М. Ә. Мәһәҙиев курсы). 1931—1933 йылдарҙа Рәсәй дәүләт театр сәнғәте институтында (ГИТИС, Р. Н. Симонов һәм Ю. А. Завадской класы) уҡый. 1933—1983 йылдарҙа Башҡорт академия драма театры актёры. Башлыса характерлы ролдәрҙә уйнай, музыкаль спектаклдәрҙә сығыш яһай.
Емешле ижады өсөн 1955 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.
Әҡлимә Садиҡова 1993 йылдың 18 июнендә Ташкент ҡалаһында вафат була[2].
Ижады
Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы типик һәм таныш образдар ижад итә. Байтаҡ комик ролдәр башҡара, күп кенә драматик һәм трагик ролдәрҙе психологик тәрәнлек һәм тормошсанлыҡ менән кәүҙәләндерә[2].
Спектаклдәрҙәге ролдәре
- Гөлбикә — «Таңсулпан», Ҡ. Даян;
- Ғәлиәбаныу — «Ғәлиәбаныу», М. Файзи;
- Гөлниса — «Рәйсә», Н. Асанбаев;
- Хәбрәүша — «Киленкәй», Й. Мөбәрәков;
- Глафира Фирсовна — «Һуңғы ҡорбан», А. Н. Островский;
- Елена Андреевна — «Ваня ағай», А. П. Чехов;
- Анна — «Тормош төбөндә», М. Горький;
- Акулина Ивановна — «Мещандар», М. Горький;
- Диана — «Фамилияларҙы атамайынса», В. Минко;
- Клавдия — «Ванюшин балалары», С. Найдёнов;
- Розалия — «Филумена Мартурано», Э. де Филиппо;
- Хәбибә — «Салауат», В. Мортазин-Иманский;
- Ғәйшә — «Себерҙән Ғилман», А. Таһиров
- Кукушкина — «Төшөмлө урын», А. Н. Островский;
- Бочкарева — «Платон Кречет», А. Корнейчук;
- Йыһан ҡарсыҡ — «Башмағым», Х. Ибраһимов;
- Хәжи-апа — «Бай һәм батрак», Х. Хәмзә;
- Шифабикә — «Тиле йәшлек», И. Ә. Абдуллин;
- Кроче апай — «Мут егет», Л. Пиранделло;
- Көнбикә — «Салауат Юлаев», Б. Бикбай;
- Шәмсинур — «Ул ҡайтты», Ә. Ҡ. Атнабаев;
- Биби — «Ҡара сәскәләр», В. Ғ. Ғәлимов, С. Джемалдең шул уҡ исемле романы буйынса[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
Хәтер
- Өфө ҡалаһының Минһажев урамындағы 125-се йортҡа Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ хәҙер Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко районы
- ↑ 1 2 3 С. С. Саитов. Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 1 2 Аклима Садыкова. kino-teatr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
- ↑ Сегодня в память башкирской актрисы Аклимы Садыковой открыли мемориальную доску. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 август 2026.
Һылтанмалар
- С. С. Саитов. Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аклима Садыкова
- Садыкова Аклима Гарифовна
- Садыкова Аклима Гарифовна (1908—1993)
- 115 лет со дня рождения актрисы Садыковой Аклимы Гарифовны
- Мемориальные доски Ф. Рахимгуловой, М. Бурангулову, А.Г. Садыковой