Янка Купала
Я́нка Купа́ла (бел. Янка Купала, Łacinka яҙыуында Janka Kupała, ысын исеме — Ива́н Домини́к улы Луце́вич (бел. Іван Дамінікавіч Луцэвіч, Łacinka яҙыуында Ivan Daminikavič Łucevič; 7 июль 1882 йыл — 28 июнь 1942 йыл) — белорус әҙәбиәте классигы, шағир, драматург, публицист, 20-се быуаттағы күренекле белорус мәҙәниәте эшмәкәре. Беларус ССР-ы Фәндәр академияһы ағзаһы (1928), Украин ССР-ы Фәндәр академияһы ағзаһы (1929). 1941 йылда 1-се дәрәжәле Сталин премияһына лайыҡ була.
Тормош юлы
Янка Купала 1882 йылдың 7 июль көнөндә тыуған. Тыуған урыны — Минск ҡалаһы янында Вязынка фольваркы (фермаһы).
Тәүге публикациялары
Купаланың беренсе әҫәрҙәре — 1903—1904 йылдарҙа «Ziarno» журналында баҫылған поляк телендәге бер нисә лирик шиғыр. Белорус телендә беренсе әҫәре — «Мая доля» (1904 йылдың 15 июлендә яҙылған, тип иҫәпләй).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Janka Kupala // Brockhaus Enzyklopädie (нем.) / Hrsg.: Bibliographisches Institut & F. A. Brockhaus, Wissen Media Verlag
- ↑ Хәҙерге Молодечненский районы, Белоруссия.
Был — яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.