Филиппов Николай Никитич
Филиппов Николай Никитич (1930 йылдың 7 июле, Мәсәғүт — 2007 йылдың 6 сентябре, Екатеринбург), иҡтисадсы-ғалим. 1968—1996 йылдарҙа хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы Урал иҡтисад университеты проректоры, бер үк ваҡытта 1980 йылдан иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире. Иҡтисад фәндәре докторы (1993), профессор (1989). РСФСР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998)[2].
Биографияһы
Николай Никитич Филиппов 1930 йылдың 7 июлендә Башҡорт АССР-ының Мәсәғүт кантоны[3] Мәсәғүт ауылында[2] крәҫтиән ғаиләһендә[4] тыуған. ун йәшенән ата-әсәһенең шәхси хужалығында һәм колхозда эшләй[5].
1952 йылда Силәбе педагогия институтын тамамлай һәм үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген йүнәлтмә буйынса Силәбе өлкәһендәге Троицк татар-башҡорт педагогия училищеһында уҡытыусы булып башлай[2].
Артабан саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була[5].
1955 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Силәбе өлкә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында эшләй[2].
1957 йылдан — Силәбе политехник институты уҡытыусыһы[2].
1961 йылдан — аспирант[5].
1964 йылдан — СССР Фәндәр академияһы Урал филиалының Иҡтисади тикшеренеүҙәр бүлеге (Свердловск ҡалаһы) хеҙмәткәре[2].
1968—1996 йылдар — хәҙерге Екатеринбург ҡалаһындағы Урал иҡтисад университеты проректоры, бер үк ваҡытта 1980 йылдан — иҡтисад теорияһы кафедраһы мөдире[2][5].
2007 йылдың 6 сентябрендә Екатеринбург ҡалаһында вафат була, Широкореченск зыяратында ерләнә[4].
Фәнни эшмәкәрлеге
1993 йылда «Агросәнәғәт комплексының аграр секторында квалификациялы кадрҙарҙы тергеҙеүҙең социаль-иҡтисади проблемалары» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[6].
Ғилми тикшеренеүҙәре халыҡтың мәшғүллеге, бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, иҡтисадтың аграр секторы өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләү мәсьәләләренә арналған. Иҡтисадсы-ғалим 269 фәнни хеҙмәт авторы[2].
Ҡайһы бер ғилми хеҙмәттәре
• Сельские кадры Нечерноземья. М., 1981 (авторҙаш); (рус.)
• Экономическое регулирование рационального природопользования. Екатеринбург, 2001 (авторҙаш); (рус.)
• Трагедия российского крестьянства (анализ и раздумья профессора). Екатеринбург, 2005. (рус.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• РСФСР-ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1982);
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998);
• РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (27.04.1991)[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Филиппов Николай Никитич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы
- ↑ 1 2 Филиппов Николай Никитич. Сайт «Пантеон России». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
- ↑ 1 2 3 4 Уральский экономический в биографиях. Под редакцией профессоров. Филиппов Николай Никитич. Сайт textarchive.ru.. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2025.
- ↑ Российская государственная библиотека. Филиппов, Николай Никитич. Социально-экономические проблемы воспроизводства квалифицированных кадров в аграрном секторе АПК : автореферат дис. ... доктора экономических наук : 08.00.05. - Санкт-Петербург, 1993. - 61 с. : ил. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2025)
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета РСФСР «О награждении Филиппова Н. Н. Почетной Грамотой Президиума Верховного Совета РСФСР» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2025)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Филиппов Николай Никитич. Дата публикации: 10.10.2019. Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019; (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2025)
• Сайт textarchive.ru. Уральский экономический в биографиях. Под редакцией профессоров. Филиппов Николай Никитич; (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2025)
• Сайт «Пантеон России». Филиппов Николай Никитич. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 14 июль 2025)