Алексеев Павел Фёдорович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Павел Фёдорович Алексеев
Алексеев Павел Фёдорович.jpg
Йәшәү дәүере 29 июндә (7 июлдә) 1912[1]28 апрель 1985
Тыуған көнө 29 июнь (12 июль) 1912
Тыуған урыны Рәсәй империяһы Ырымбур губернаһы Пласт ҡасабаһы, (хәҙер Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Пласт ҡалаһы)
Вафат  булған көнө 28 апрель 1985({{padleft:1985|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (72 йәш)
Вафат булған урыны СССР, РСФСР,[2] Дондағы Ростов
Хеҙмәт иткән урыны Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Ғәскәр төрө Хәрби Һауа Көстәре
Хеҙмәт итеү йылдары 19321963
Хәрби звание Гвардия подполковнигы
Командир Эскадрилья менән
Хәрби алыш/һуғыштар Бөйөк Ватан һуғышы
Награда һәм премиялар
Советтар Союзы Геройы
Ленин ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Александр Невский ордены (СССР) I дәрәжә Ватан һуғышы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы 20 years of victory rib.png SU Medal Thirty Years of Victory in the Great Patriotic War 1941-1945 ribbon.svg

Алексеев Павел Фёдорович (7 июль 1912 йыл — 28 апрель 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, лётчик, гвардия подполковнигы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Павел Фёдорович Алексеев 1912 йылдың 7 июлендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Белорет Заводы ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Белорет ҡалаһы) эшсе ғаиләһендә тыуған. Милләте рус. 1932 йылда Ҡыҙыл Армияға хеҙмәткә саҡырылғанға тиклем Белорет металлургия заводында шофер булып эшләй. 1936 йылда Ульяновск осоусылар мәктәбен тамамлағандан һуң Пятигорск аэроклубында инструктор-лётчик булып эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1941 йылдан алып була. 1943 йылда ВКП(б)/КПСС сафына ағза булып инә. 1945 йылдың майына ҡарата Алексеев 134 хәрби осош яһай.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 27 июнендәге Указы менән, немец илбаҫарҙары менән көрәш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне, һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, 1-се Украина фронтының 2-се һауа армияһы 1-се гвардия штурмлау авиация корпусы 8-се гвардия штурмлаусы авиация дивизияһы 142-се гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры, гвардия капитаны[3] Алексеев Павел Федоровичкә Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә (№ 7890). Бүләкләү ҡағыҙынан:

«152, 153, 156 гиоп ҡаплаусы истребителдәр, фотоһүрәттәр һәм штурмовиктәр экипаждары дөрөҫләгән мәғлүмәттәр буйынса, 37 танкты, 136 автомашинаны, 5 бронетранспортерҙы, 14 йөк арбаһын, 70 тимер юл вагонын юҡ итә, һуғыш припастары һәм яғыулыҡ-майлау материалдары менән 7 складты шартлата, бәләкәй калиберлы зенит артиллерияһының 3 батареяһын, ут позицияһының 4 артбатареяһын юҡ итә, һыу сиге аша ике борамды емерә, аэродромда 6 самолетты юҡ итә, һауа һуғышында 1 ME-109-ҙы бәреп төшөрә, дошмандың бер полктан артыҡ пехотаһын ҡыуып ебәрә һәм өлөшләтә юҡ итә».

Герои страны. Алексеев Павел Фёдорович. Дата обращения: 2010-6-29. Архивировано 10 апрель 2012 года.

П. Ф. Алексеев һуғыштан һуң СССР-ҙың Хәрби-Һауа көстәрендә хеҙмәтен дауам итә. 1963 йылдан отставкала. Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәй. 1985 йылдың 28 апрелендә вафат була.

  • «Алтын Йондоҙ» миҙалы, Советтар Союзы Геройы (27.06.1945, № 7890)
  • Ленин ордены (27.06.1945)
  • Өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены (10.08.1943, 4.12.1943, 19.06.1945)
  • Александр Невский ордены (17.08.1944, № 8291)
  • Ике I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (19.09.1943, 6.04.1985)
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (19.05.1945)
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (30.12.1956)
  • Миҙалдар, шул иҫәптән:
    • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
    • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл» юбилей миҙалы
    • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы
  • Герои Советского Союза Ростовской области
  1. Дата рождения указана по: «Герои страны. Алексеев Павел Фёдорович. Дата обращения: 2010-6-26. Архивировано 10 апрель 2012 года.». По книге: «Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.» дата рождения П. Ф. Алексеева — 7 июля 1912 года.
  2. хәҙер Рәсәй
  3. На дату присвоения звания Героя Советского Союза.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
  • Подвиги Героев Советского Союза. — М., 1981.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 2. — Уфа, 1966.