Лукьянов Валериян Михайлович

Валериян Михайлович Лукьянов (рус. Лукьянов Валериян Михайлович1960 йылдың 7 июле, Алексеевка[d], Татар АССР-ы[d]) — совет һәм Рәсәй спортсыһы. Спорт ориентиры буйынса СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1988). Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2002)[1]. .

Биографияһы

Лукьянов Валериян Михайлович 1960 йылдың 7 июлендә Татар АССР-ының Алексеевка ауылында тыуған.

1983 йылда Өфө авиация институтын тамамлай. Спорт менән институттың спорт клубында шөғөлләнә (тренеры А. П. Коротков).

Тренер булараҡ, Валериян Михайлович 3 Рәсәй спорт мастерын һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры В. Г. Глухарёвты әҙерләгән. 1985-1986 йылдарҙа «Спартак» ирекле спорт йәмғиәтенең саңғы базаһы инструкторы булып эшләй, спорт ориентиры түңәрәге етәксеһе була, 1995 йылдан алып «Электронефтегаз» спорт клубы директоры булып эшләй[1].

Хәҙерге ваҡытта ул Башҡортостан Республикаһының Октябрьский ҡалаһында «Спартак» спорт - һауыҡтырыу комплексы директоры булып эшләй.

Ҡаҙаныштары

СССР чемпионы һәм хәрби хеҙмәткәрҙәр араһында донъя чемпионы (икеһе лә — 1990)[1]. Социалистик илдәр «Дуҫлыҡ» кубогы халыҡ-ара ярыштары еңеүсеһе (1988)[1].

Тренер булараҡ, ул Рәсәйҙең өс спорт мастерын һәм шулай уҡ халыҡ-ара класлы спорт мастеры В. Г. Глухарёвты әҙерләгән[1][2].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 5 Лукьянов Валериян Михайлович. Башкирская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026.
  2. Глухарёв Василий Геннадьевич. Ориентировщики России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 июль 2026. Архивировано 18 декабрь 2014 года.

Сығанаҡтар

  • Гордимся прошлым, строим будущее. УГАТУ 85 лет / сост. М. А. Филимонов; Уфимск. гос. авиац. техн. ун-т. - Уфа : РИК УГАТУ, 2017. - 379 с.

Һылтанмалар