Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы

Ҡалып:Спртсмен Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (рус. Зиянгирова Диана Рафиковна1983 йылдың 31 июле, Өфө) — Рәсәй спортсыһы, хоҡуҡ белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006). Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000).

Биографияһы

Диана Рафиҡ ҡыҙы Йыһангирова 1983 йылдың 31 июлендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған.

2004 йылда Өфө юридик институтын тамамлай.

22‑се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М. А. Арсентьева). Рәсәй чемпионы (2002), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (1999). Үҫмер спортсылар араһында донъя (2 тапҡыр, 2000), Рәсәй (1998—2003) беренселектәрендә еңеүсе, донъя беренселектәренең (1999, 2002) бронза призёры. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998—2002)[1].

2006 йылдан Өфө юридик институты, 2008 йылдан — Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университеты уҡытыусыһы. Юридик фәндәр кандидаты (2006)[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Кикбоксинг буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (2000)

Һылтанмалар

  1. Диана - в "бронзе". Башинформ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.
  2. Йыһангирова Диана Рафиҡ ҡыҙы (башҡ.). Башҡорт энциклопедияһы: 7 томда. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2026.