Луи де Фюнес (франц.Louis de Funès, тулы исеме Луи Жермен Давид де Фюнес де Галарса, франц.Louis Germain David de Funès de Galarza; 31 июль1914 йыл — 27 ғинуар1983 йыл) — француз киноактёры, кинорежиссёр, сценарист, донъя киноһының бөйөк комиктарының береһе.
Луи де Фюнес де Галарса 1914 йылдың 31 июлендә Курбевуала тыуған.
Буласаҡ француз һәм испан экран йондоҙоноң ата-әсәһе Испания Севильеһынан. Атаһы Карлос Луис де Фунес де Галарса юридик белемле, әммә Францияға күскәндән һуң алмаздар ҡырлаусы булып китә. Әсәһенең тамырҙары испан һәм португалдарға барып тоташа. Тыуған илдәрендә ғаиләләре уларҙың никахына ҡаршы булғанға күрә, Луиның ата-әсәһе рәсми рәүештә никахҡа инеү өсөн 1904 йылда Францияға күсенә.
Бала сағында дуҫтары Луи де Фюнесты «Фюфю» тип йөрөтә. Малай француз, испан һәм инглиз телдәрен яҡшы белә. Йәш сағында һүрәт төшөрөү һәм фортепианола уйнау менән мауыға. Һөҙөмтәлә Луиның пианист булып китеүе бер кемде лә ғәжәпләндермәй, нигеҙҙә, ул Пигалдә джаз уйнай. Был йортҡа килеүселәр, ул уйнағанда сырайын төрлө ҡиәфәткә индереүен күҙәтеп, күңелле ял итә.
1936 йылда Луи де Фюнес Жермен Луиза Элоди Карруайегә өйләнә. Йәш парҙың улдары Даниэль тыуа, әммә 1942 йылда улар айырылыша.
Герман ғәскәре Парижды оккупациялағанда Луи де Фюнес музыка мәктәбендә сольфеджио уҡыта, шунда ул данлыҡлы яҙыусы Ги де Мопассандың ағаһының ейәнсәре, секретарь булып эшләүсе Жанна Августина де Бартелеми де Мопассанға ғашиҡ була. «Джазды илаһи бер оҫталыҡ менән уйнаған бәләкәй кешегә» ул да ғашиҡ була. Ғашиҡтар 1943 йылда өйләнешә һәм 1983 йылда Луи де Фюнес үлгәнгә тиклем 40 йыл бергә йәшәй. Никахтан ике малай — Патрик һәм Оливье тыуа.
Һуғыш тамамланғандан һуң де Фюнес үҙен кинематографта һынап ҡарай; элегерәк Луи Рене Симондың драма курстарында уҡыған була. 1945 йылда режиссёр Жан Стелиның «Барбизон ҡотҡоһо» фильмында төшә. Был картина башлап уйнаусы актёрға әллә ни ҙур билдәлелек килтермәй.
Режиссер Ива Роберҙың 1958 йылда төшөрөлгән «Тотолмағас — бур түгел» фильмында де Фюнес төп ролде — браконьер Блероны уйнай. Был фильм уға киң билдәлелек килтерә. Фильм киң экранға сыҡҡандан һуң сит илдәрҙә төп персонажды Дональд Дак тип атай башлайҙар. Рәсәйҙә был фильм «Блеро» булараҡ билдәле.
1960-сы йылдар де Фюнесҡа ысын популярлыҡ һәм танылыу алып килә; актёр йыл һайын өс-дүрт картинала төшә. Режиссер Андрэ Юнебелдең Фантомас тураһындағы трилогияһында комиссар Жюва роле уға сираттағы уңышын килтерә. Билдәле енәйәтсенең мажаралары тураһында тәүҙә ун серия төшөрөүҙе планлаштыралар, трилогияның өсөнсө өлөшө «Фантомас Скотланд-Ярдҡа ҡаршы» фильмы прокаты популярлыҡтың кәмей барыуын күрһәтә, һәм режиссёр картинаның дауамын төшөрмәҫкә ҡарар итә.
Актёрҙың «Мөһим сәйәхәт» һәм «Асыҡ ауыҙ» кеүек эштәре бөтә донъяның тиҫтәләгән миллион тамашасыһы тарафынан ихлас ҡабул ителә. Жандарм һәм уның ҡул аҫтында эшләүселәрҙең мажаралары тураһында 1960-сы йылдарҙа төшөрөлгән күп сериялы фильм да хуплап ҡабул ителә. Луи де Фюнес үҙенең актёрлыҡ карьераһы тураһында түбәндәгеләрҙе әйтә:
1975 йылда де Фюнес бер юлы ике инфаркт кисерә. Табиптарҙың ҡәтғи талабы буйынса актёр киноға төшөүҙе ташлай һәм Нанттан бик алыҫ булмаған Шато-де-Клермон XVII быуат ҡала сите усадьбаһына күсенә, унда раузалар[7] үҫтереү менән мауығып шөғөлләнә. «Мейян» фирмаһы сығарған раузалар төрөнөң береһенә уның исеме ҡушыла[8].
Ләкин де Фюнес Клод Зидиның «Ҡанат йәки бот» фильмында уйнарға саҡырыуынан баш тарта алмай. Был картина төшөрөлгәндән һуң актёр тағы бер нисәһендә сағыу образдар тыуҙыра. «Жандармдар һәм жандарметкалар» — уның кинокарьераһында иң һуңғыһы.
Луи де Фюнес 1983 йылдың 27 ғинуарында йөрәк өйәнәгенән вафат була.
Шато-де-Клермон — Луи де Фюнестың ҡаланан ситтәге усадьбаһы (вафатынан һуң һатыла)
Роза (Луи де Фюнес сорты)
Луи де Фюнес ҡәбере
Луи де Фюне ҡәберендәге ҡәберташ
Актёрҙың ике улы ҡала: Оливье де Фюнес, «Эйр Франс» авиакомпанияһы пилоты (улы менән бер нисә фильмда уйнағандан һуң атаһы уның профессиональ актёр булыуын теләй, ләкин Оливье быға ҡаршы була) һәм Патрик де Фюнес, профессияһы буйынса табип.
Оливье һәм Патрик де Фюнес. «Луи де Фюнес. Минең турала артыҡ күп һөйләмәгеҙ, балаҡайҙарым!» (De Louis Funes: pas de Ne parlez trop moi, enfants les!). Нәшриәт: Текст, 2007. ISBN 978-5-7516-0650-3, ISBN 978-985-16-2150-3