Невоструев Владимир Григорьевич
Невоструев Владимир Григорьевич (2 июль 1914 йыл — 21 февраль 2012 йыл) — техник-электрик, комсомол органдары һәм сәнәғәт өлкәһе хеҙмәткәре. 1940—1946 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы ТЭЦ-ының ҡорамалдар буйынса технигы, 1949—1978 йылдарҙа завод директорының материаль-финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары. РСФСР һәм Башҡорт АССР-ы Юғары Советтары Президиумдарының Почёт грамоталары менән бүләкләнеүсе. Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.
Биографияһы
Владимир Григорьевич Невоструев 1914 йылдың 2 июлендә хәҙерге Удмурт Республикаһының Глазов ҡалаһында тыуған[2].
Горький[3] ҡалаһында, «техник-электрик» урта махсус һөнәре алып, политехник техникум тамамлай.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1936 йылда Өфө ҡалаһында суднолар ремонтлау заводында мастер булып башлай, артабан электроцех начальнигы, комсомол комитетының производствонан азат ителгән секретары булып эшләй.
1940 йылдан Өфө моторҙар эшләү заводында: предприятие ТЭЦ-ының ҡорамалдар буйынса технигы, электроцех начальнигы була[2].
1946 йылдан заводтың баш энергетигы, 1949—1978 йылдарҙа — завод директорының материаль-финанс мәсьәләләре буйынса урынбаҫары[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Дүрт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- РСФСР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы
- СССР Авиация министрлығының Почёт грамотаһы
- «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970)
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
Иҫкәрмәләр
- ↑ https://www.uecrus.com/about/structure/pao-odk-umpo/nevostruev-vladimir-grigorevich/?ysclid=ly2mfbceru459133416
- ↑ 1 2 3 «Объединённая двигателестроительная корпорация». Официальный сайт. ПАО «ОДК-УМПО» Невоструев Владимир Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2024)
- ↑ Хәҙер Түбәнге Новгород
Һылтанмалар
- «Объединённая двигателестроительная корпорация». Официальный сайт. ПАО «ОДК-УМПО» Невоструев Владимир Григорьевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2024)
- ru:Список многократных кавалеров ордена Трудового Красного Знамени (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 июль 2024)