Бөтә донъя уфологтар көнө
Халыҡ-ара уфологтар көнө йәки Бөтә донъя НЛО көнө (ингл. World UFO Day) — ерҙән ситтәге сығышлы тип иҫәпләнгән күренештәрҙе һәм объекттарҙы өйрәнеүгә арналған рәсми булмаған халыҡ-ара байрам. Йыл һайын 2 июлдә энтузиастар һәм тикшеренеүсе-уфологтар тарафынан билдәләнә.
Атамаһы
«Уфология» термины инглиз телендәге UFO (Unidentified Flying Object) аббревиатураһынан килеп сыҡҡан, был башҡорт телендәге НЛО (танылмаған осоусы объект) (рус.)баш. аббревиатураһына тап килә.
Тарихы
Байрамдың төп датаһы — 2 июль — «Розуэлл инциденты» тип аталған ваҡиға менән бәйле һайланған. 1947 йылдың июль башында АҠШ-тың Нью-Мексико штатындағы Розуэлл ҡалаһы янындағы сүлдә билдәһеҙ объект төшөп ҡолаған[1].
Урындағы фермер Мак Брейзел үҙенең ранчоһында сәйер ярсыҡтар тапҡан һәм был хаҡта властарға хәбәр иткән. Башта матбуғатҡа АҠШ-тың Хәрби-һауа көстәре «осоусы диск» тапҡан тигән ғариза килә. Был сит планета кешеләре аппараты булыуы ихтимал тип фаразлана. Әммә бер аҙҙан хәрбиҙәр был белдереүҙе кире ҡаға. Брейзел үҙе радио аша сығыш яһап, тапҡан ҡалдыҡтарының метеозонд булыуын хәбәр итә, шулай ҙа был материалдарҙың элек ранчоһы янына төшкән зондтарға оҡшамауын билдәләй. Андан ары был эш буйынса мәғлүмәт сер итеп һаҡлана.
Розуэлл инциденты ҙур йәмәғәт резонансы ала, ул заманса уфологияның үҫешенә һәм хөкүмәттәр кешелектән ерҙән ситтәге аҡыл менән бәйләнеш факттарын йәшерә тигән күп һанлы конспирологик теорияларға нигеҙ була[2].
«Бөтә донъя НЛО көнө» байрамы тәүге тапҡыр 2001 йылда төрөк тикшеренеүсеһе Хактан Акдоган инициативаһы менән ойошторола. Быға тиклем энтузиастар НЛО көнөн төрлө даталарҙа, атап әйткәндә, 24 июнь — 1947 йылғы ваҡиғаның йыллығында билдәләй ине. Ул ваҡытта Америка бизнесмены Кеннет Арнольд күктә туғыҙ сәйер объект күреүе тураһында белдерә, был иһә «осоусы тәрилкә» тигән популяр терминдың барлыҡҡа килеүенә сәбәп була. Артабан World UFO Day Organization (WUFODO) ойошмаһы байрамдарҙы берләштерергә һәм берҙәм НЛО көнөн 2 июлдә билдәләргә тәҡдим итә.
Байрам итеү
Хәҙерге ваҡытта Бөтә донъя НЛО көнөн байрам итеүҙең иң масштаблы үҙәге — Розуэлл ҡалаһы. Йыл һайын июль башында унда донъялағы ошондай төрҙәге иң ҙур сара тип һаналған тематик фестиваль (Roswell UFO Festival) үткәрелә. Программаға костюмлы төркөмдәр йөрөшө, иң яҡшы сит планета кешеһе образына конкурстар, билдәле уфологтарҙың лекциялары, «космос арауығына» йүгереү һәм яҡтылыҡ шоуҙары инә[3].
Байрам шулай уҡ халыҡ-ара World UFO Day Organization (WUFODO) ойошмаһы тарафынан координациялана, ул кешеләрҙе был көндө «күктө күҙәтергә» (skywatching) һәм хөкүмәттәрҙе НЛО тураһындағы документтарҙың серен асырға өндәгән мәғрифәтселек саралары ойошторорға саҡыра[4].
Башҡа илдәрҙә энтузиастар был көндө тематик конференциялар, күргәҙмәләр һәм фәнни-фантастик фильмдар күрһәтеү менән билдәләй. Уфологик берлектәрҙә был көндө кешелек Ғаләмдәге берҙән-бер аҡыллы йән эйәһе түгел тигән идеяны популярлаштырыу өсөн ҡулланыу ҡабул ителгән[5].
Иҫкәрмәләр
- ↑ История уфологии началась с событий 1947 года, когда житель маленького городка Розуэлл нашел странные обломки после грозы. Sputnik Грузия (2 июль 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ 2 июля — Всемирный день НЛО. Российская государственная библиотека для слепых (2 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ Thousands expected at this year’s Roswell UFO Festival (ингл.). KRQE News 13 (30 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ About World UFO Day (ингл.). World UFO Day Official Website. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ World UFO Day 2022: History, Significance and Celebrations (ингл.). News18 (2 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.