Нурлығаянов Флүр Фәтҡулғаян улы

Нурлығаянов Флүр Фәтҡулғаян улы (31 ғинуар 1960 йыл) — йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. «Инвалидтарҙың Рәсәй спорт берлеге» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты. Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан)[1].

Биографияһы

Флүр Фәтҡулғаян улы Нурлығаянов 1960 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. 1979 йылда Өфө автотранспорт техникумын отличие менән тамамлағандан һуң Мәскәү автоюл институтына (МАДИ) уҡырға инә[2].

Хеҙмәт юлын 1979 йылда Башҡортостан Транспорт идаралығының проект-технология бюроһында инженер булып башлай.

1982 йылда умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнә[2].

1988 йылда Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе итеп һайлана, һуңынан 2021 йылға тиклем ойошма рәйесе урынбаҫары, рәйестең беренсе урынбаҫары була.

2004 йылда икенсе юғары белем ала — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын ҡыҙыл дипломға тамамлай[2].

2006 йылдан «Инвалидтарҙың Рәсәй спорт берлеге» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы президенты[2][1].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

1994—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Президент Советы ағзаһы була.

1997—2002 йылдарҙа — Рәсәй Паралимпия комитетының Генераль секретары, Рәсәйҙең йыйылма командаһының Нагано-98, Сидней-2000, СолтЛейк Сити-2002 Паралимпия уйындарында миссия шефы. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының инвалидтарҙың дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеше буйынса эш төркөмө ағзаһы.

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Коррупцияға ҡаршы тороу һәм граждан йәмғиәте структуралары менән бәйләнеш буйынса совет президиумының эш төркөмө ағзаһы.

Рәсәй Федерацияһының туризм буйынса федераль агентлығының Йәмәғәт советы ағзаһы.[2]

2023 йылда «Ғәҙел Рәсәй — Патриоттар — Хәҡиҡәт өсөн» социалистик сәйәси партияһынан Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Парламенттың Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты рәйесе урынбаҫары[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2015)
• Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының Почёт грамотаһы (2012)
• Рәсәй Федерацияһы Үҙәк һайлау комиссияһының «Һайлауҙарҙы ойоштороуға булышлыҡ өсөн» миҙалы (2018)
• Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының Рәхмәт хаты (2018)
• Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты (2015)
• Татарстан Республикаһы Президентының Рәхмәте (2014)
• Татарстан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (2013)
• Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт министрлығының «Социаль хеҙмәт тармағы отличнигы» күкрәк билдәһе (2014)[2].

Тема буйынса өҫтәмә