Ҡыуандыҡова Таңһылыу Зәки ҡыҙы

Викидата элементы тултырылмаған

Ҡыуандыҡова Таңһылыу Зәки ҡыҙы (31 ғинуар 1954 йыл) — педагог, йәмәғәтсе. Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең элекке математика уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990).

Биографияһы

Таңһылыу Зәки ҡыҙы Ҡыуандыҡова 1954 йылдың 31 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында, райондың абруйлы шәхесе, уҡытыусы-новатор Зәки Хаммат улы Сәғитов ғаиләһендә тыуған.

Урындағы 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһының 1-се интернат-мәктәбендә (хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәп) урта белем ала.

1972 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Уны 1977 йылда «математика һәм физика уҡытыусыһы» квалификацияһы буйынса тамамлап, тыуған яғына эшкә ҡайта. Хеҙмәт юлын Яңы Собханғол һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып башлай.

1978 йылда Иҫке Монасип урта мәктәбенә эшкә күсә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы ошо мәктәптә математика уҡытыусыһы булып эшләй. 37 йыл хеҙмәт стажының 11 йылында директорҙың уҡытыу һәм тәрбиә эше буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Ғаиләһе

Тормош иптәше Ҡыуандыҡов Рафаил Афзал улы менән өс бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Ҡыҙҙары Гөлназ, райондың иң ҙур Сәғитовтар уҡытыусылар династияһын тулыландырып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре ала һәм тыуған мәктәбендә эшләй. Улдары Рәфил шофер һөнәре ала, кесе улдары Ринат информатика уҡытыусыһы һәм экономист һөнәрҙәренә уҡый. Таңһылыу Зәки ҡыҙы әлеге көндә һигеҙ ейән-ейәнсәргә өләсәй.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Таңһылыу Зәки ҡыҙы төп хеҙмәт эшмәкәрлеге менән бер рәттән йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ауыл советы депутаты, ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, мәктәптең профсоюз ойошмаһы рәйесе итеп һайлана. Хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылдың ветерандар советы ағзаһы, ауыл мәсетендә мәхәллә советы ағзаһы, 2016 йылдың 14 майынан Башҡорт Википедияһы ирекмәне, Бөрйән викиклубы ағзаһы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990 йыл, Ҡарар № 137, 19.07.1990).
  • БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫның «АЛ ДА НУР СӘС ХАЛҠЫҢА» миҙалы (2021 йыл, Ҡарар № 380, 14.01. 2021).
  • БӨТӘ ДОНЪЯ БАШҠОРТТАРЫ ҠОРОЛТАЙЫ БАШҠАРМА КОМИТЕТЫНЫҢ МАҠТАУ ГРАМОТАҺЫ ("Башҡорт тарихы йылы" википроекты сиктәрендә ойошторолған сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашҡаны, интернет киңлегендә башҡорт телендәге сифатлы мәғлүмәттең күләмен арттырыу йәһәтенән әүҙем эшмәкәрлеге өсөн, Бойороҡ № 11 107, 13.12.2021 ).
  • Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының РӘХМӘТ ХАТЫ (28 июнь 2019 йыл, әүҙем гражданлыҡ позицияһы, күп йыллыҡ йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн).

Категориялар