Баязитов Нуритдин Мөхитдин улы

Баязитов Нуритдин Мөхитдин улы (рус. Баязитов Нуритдин Мухитдинович; (14 апрель 1931 йыл) — инженер, ауыл хужалығы һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1974—1985 йылдарҙа КПСС-тың Нуриман район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 9-сы (1975—1980) һәм 10-сы (1980—1985) саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1979). Райондың почётлы гражданы (2010).

Биографияһы

Нуритдин Мөхитдин улы Баязитов 1931 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районына ҡараған) Түбәнге Таһир ауылында тыуған[2].

Юғары белемле: 1956 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау һәм электрлаштырыу институтын[3][4], 1966 йылда Ленинград Юғары партия мәктәбен[5] тамамлаған[2]. КПСС ағзаһы.

Юғары һөнәри белем алғандан һуң, хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда Баймаҡ МТС-ының (ошо райондың Бикеш ауылында урынлашҡан) инженеры булып башлай, артабан баш инженер вазифаһына тәғәйенләнә. 1957 йылдан МТС-тың йүнәтеү оҫтаханаһы мөдире, 1958 йылдан — МТС идарасыһы[2].

1966 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы. 1969 йылдан КПСС-тың Күмертау ҡала комитетының икенсе, 1974 йылдан — КПСС-тың Нуриман район комитетының беренсе секретары.

1985 йылдан — Башҡортостан агросәнәғәт комплексы төҙөлөш идаралығының баш механигы[2].

1997—2006 йылдарҙа Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының баш инженеры, директор урынбаҫары[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• 1975—1980 йылдар: Нуриман районының 219-сы Красный Ключ һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты[6].
• 1980—1985 йылдар: Нуриман районының 243-сө Ҡыҙыл Шишмә һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты[7].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1979)[2]
• «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (1982)[2]
• Нуриман районының почётлы гражданы (2010)[4]

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
  2. ↑ 1 2 3 4 5 6 7 Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)
  3. ↑ Хәҙер Көньяҡ Урал аграр университеты.
  4. ↑ 1 2 Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Муниципальный район > Почетные граждане > Баязитов Нуритдин Мухитдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)
  5. ↑ Хәҙер Төньяҡ-Көнбайыш идара институты.
  6. ↑ БАССР-ҙың 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)
  7. ↑ БАССР-ҙың 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)

Һылтанмалар

• Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5  (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)
• Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Муниципальный район > Почетные граждане > Баязитов Нуритдин Мухитдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)
• Баймакская межпоселенческая центральная библиотека. Известные люди Баймакского района. Баязитов Нуретдин Мухитдинович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)
• Күрәһең, рәхмәттәр мул төшкәндер... «Башҡортостан» гәзите, 8 май 2020 йыл (Тикшерелеү көнө: 24 октябрь 2024)