Гәрәев Ғәбдрәүеф Сәләх улы

Ғәбдрәүеф Сәләх улы Гәрәев (рус. Габдрауф Саляхович Гареев; 1926 йылдың 14 апреле, Мәтәүбаш) — водитель, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия кесе сержанты[1]. Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Ғәбдрәүеф Сәләх улы Гәрәев 1926 йылдың 14 апрелендә Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Бәләбәй районының Мәтәүбаш ауылында тыуған. 12 йәшенән колхозда эшләй башлай. Ете синыф тамамлай[1].

Хәрби юлы

1944 йылдың 22 мартында Бәләбәй районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[2]. Икенсе мәғлүмәттәр буйынса 17 йәшендә (1943 йыл һуңында) саҡырыла[3].

1944—1945 йылдарҙа Баҡы ҡалаһында 131-се айырым прожектор бригадаһында прожекторсы булып хеҙмәт итә[3]. Фронтҡа ашҡынғас, уны Горький ҡалаһына, төрлө ғәскәр төрө өсөн белгестәр әҙерләгән Гороховец лагерына ебәрәләр. Бынан ул танк ҡоралы тоҫҡаусыһы булып сыға[4].

1945 йылда Варшаваны азат иткәндә контузия ала, ауыр яралана: умыртҡа бағанаһы йәрәхәтләнә, ҡабырғалары һына, ҡулы тая[3].

Госпиталдән сыҡҡас, артиллерия полкына ебәрелә[4]. 1945—1946 йылдарҙа 2030-сы гаубица-артиллерия полкында элемтә бүлексәһе командиры була. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң Белоруссия территорияһында 157-се зенит-артиллерия бригадаһы составында танкыға ҡаршы ҡорал командиры булып хеҙмәт итә: 1946 йылдың ғинуарынан ноябренә тиклем — 1439 гаубица-артиллерия полкының 152 миллиметрлы гаубица орудиеһы командиры. 1946—1949 йылдарҙа — 58-се механизацияланған полктың орудие командиры. 1949—1950 йылдарҙа — 75 миллиметрлы ПТО пушканың орудие командиры. 1950 йылда запасҡа сығарыла[2].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1952 йылда тыуған яғына ҡайта. Октябрьский ҡалаһында водитель һөнәрен ала һәм ярты быуат водитель булып эшләй. Ҙур йөк машиналарында СССР-ҙың күп мөйөштәрендә була.

1960 йылда ғаиләһе менән тыуған районына ҡайта. Хаҡлы ялда ла әүҙем тормош алып бара.

2025 йылда 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығын байрам итеү хөрмәтенә Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районы муниципаль район Советының 2025 йылдың 18 апрелендәге 124-се ҡарары менән Гәрәев Ғәбдрәүеф Сәләх улына «Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы» тигән исем бирелә[5].

2026 йылдың 14 апрелендә ветеран 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1987)[1];
  • «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы[7];
  • башҡа бик күп хәрби һәм юбилей миҙалдары;
  • Бәләбәй ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ 1 2 3 Участники войны. Сведения о личном составе. Гареев Габдрауф Саляхович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа. 1941—1945». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
  2. ↑ 1 2 Участники войны. Списки призыва и демобилизации. Гареев Габдрауф Саляхович. Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа. 1941—1945». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
  3. ↑ 1 2 3 Галия Ванюшина. «Желаю вернуться победителями». Газета «Белебеевские известия» (8 май 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
  4. ↑ 1 2 Пенять на жизнь не привык. Газета «Республика Башкортостан» (1 июнь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
  5. ↑ Почётные граждане Белебея. 67. Гареев Габдрауф Саляхович, участник Великой Отечественной войны 1941-1945 годов. Администрация городского поселения город Белебей муниципального района Белебеевский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
  6. ↑ В Башкирии легендарному танкисту Габдрауфу Гарееву исполнилось 100 лет. 17-летним юношей он стал механиком-водителем танка Т-34. ИА «Башинформ». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)
  7. ↑ В Белебее участника войны Габдрауфа Гареева поздравили с 96-летием. Сетевое издание «Официальный сайт Всероссийской общественной организации «БОЕВОЕ БРАТСТВО» (15 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 апрель 2026. (рус.)