Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы
Касеев Рөстәм Рәсиҡ улы (14 апрель 1929 йыл — 29 октябрь 1997 йыл) — цирк артисы, акробат, дрессировщик. Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1975) халыҡ артисы. Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1997). Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).
Биографияһы
Рөстәм Рәсиҡ улы Касеев ТАССР-ҙың Энтуганы ауылында 1929 йылдың 14 апрелендә тыуған. 1955 йылда Мәскәү өлкә педагогия институтын тамамлаған (физик тәрбиә бүлеге), 1968 йылда — Дәүләт театр сәнғәте институтын (ГИТИС) (театр белгесе факультеты, Ф. Г. Бардиан, Б. А Эдер курсы) тамамлай.
1957—1965 йылдарҙа циркта түбәнге көс акробаты булараҡ сығыш яһай. Айыуҙар менән «Оло Етегән Йондоҙлоғо» аттракционы булдыра.
1997 йылдың 29 октябрендә Мәскәүҙә вафат була.
Ғаиләһе: ҡатыны Касеева Нелли Александровна 1937 йылда тыуған, «Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы», хайуандарҙы күнектереүсе. Балалары: улы Ренат — Рәсәй дәүләт цирк компанияһы артисы (Мәскәү). Ҡыҙы Дания — «Союзгосцирк» Бөтә Союз ижади берекмәһе артисы, 1990 йылдан башлап АҠШ-та йәшәй һәм эшләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (1992).
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1973).
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1975).
- Дуҫлыҡ Ордены (25.08.1997).
- Бөтә Союз цирк сәнғәте конкурсы лауреаты (Мәскәү, 1977).
Һылтанмалар
- http://www.ufacircus.ru/history.htm
- http://www.circus.spb.ru/ru/artisty-cirka/kaseeva/ 2014 йылдың 11 март көнөндә архивланған.
- Фильм о Р. Касееве