Байымов Илсур Әхтәр улы

Биографияһы

1974 йылдың 14 апрелендә Баймаҡ районы Сәксәй ауылында тыуған[2][1]. 1991 йылда Башҡорт интернат-мәктәбен тамамлай. Мәктәп йылдарында уҡ ҡурайҙа уйнарға өйрәнә (уҡытыусыһы Әхиәт Ғәйетбаев)[2]. 1995 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай, ошо уҡ йылда ул академтеатрға эшкә саҡырыла. 1998—2000 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында конференсье, концерттарҙы алып барыусы булып эшләй[2].

Ролдәре

  • «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға» — Әй яусыһы;
  • «Бирнәһеҙ ҡыҙ» — Гаврило;
  • «Аҡ пароход» — автолавка шоферы, ир-егет, ҡатын-ҡыҙ, аҡын, яугир ролдәре;
  • «Бер мәл санаторийҙа» — Хәсән, 1-се бабай;
  • «Нәркәс» — Байназар;
  • «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» — Фазулла;
  • «Серле көршәк» — Хасбулат, Алихан батша;
  • «Мулла» — Әмир;
  • «Кәкүк ояһы» — 2-се санитар;
  • «Ҡоҙаса» — Мөхәмәтша мулла;
  • «Әбейүшкә@тущка.ру» — Әхмәҙей;
  • «Итекле бесәй» — Король;
  • «Зөбәржәт ҡала тылсымсыһы» — Кеше ашаусы;
  • «Йософ һәм Зөләйха» — Дан;
  • «Антигона» — Гемон;
  • «Шәүрәкәй» — Малыбай;
  • «Баллы, тирәкле Балтирәк» — Ҡарт;
  • «Мин — Марат» — Марат Ғәли улы;
  • «Рөстәмдең сере» — Бабай;
  • «Гөлбостан» — Юламан;
  • «Урал батыр» — Үгеҙ[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары