Сибай карьеры

Сибай карьеры (рус. Сибайский карьер) — Башҡортостан Республикаһының Сибай ҡалаһы янында урынлашҡан баҡыр-цинк һәм колчедан ятҡылығы. Рәсәйҙә иң ҙур асылған юл менән эшкәртелгән карьерҙарҙың береһе, донъя буйлап тәрәнлеге буйынса, Чукикамата (рус.)баш. карьерынан ҡалышып, икенсе урында.[1]

undefined
undefined

Географик урынлашыуы

Карьер Башҡортостандың көньяғында, Силәбе өлкәһе менән сиктәш ерҙә урынлашҡан. Иң яҡын тораҡ пункт — Сибай ҡалаһы.

Тарихы

Ятҡылыҡ 1913 йылда асылған. Риүәйәт буйынса, уны беренсе булып Иҫке Сибай ауылынан булған бер һунарсы тапҡан. Ул ҡыҙыл балсыҡҡа оҡшаған ауыр тау тоҡомо эсендә ялтырап торған пирит кристалдары күргән. Был табылдыҡты Әмир Хоҙайбирҙин исемле танышы ғалимдарға тапшырған, һәм улар анализ һөҙөмтәһендә унда алтын һәм көмөш ҡушылмалары һәм күпселек тимер булыуын асыҡлаған.

1915 йылда 42 метр тәрәнлегендәге тәүге разведка шахтаһы ҡаҙыла. Граждандар һуғышы ваҡытында эштәр туҡтатыла, шахтаны һыу баҫа. 1925 йылда эштәр тергеҙелә, 1931 йылда ятҡылыҡты сәнәғәт буйынса эшкәртеү башлана, һәм Сибай эшсе ҡасабаһы барлыҡҡа килә (ҡала статусы 1955 йылда бирелә).

1948 йылда ҡалала Башҡортостан баҡыр-көкөрт комбинаты төҙөлә. СССР-ҙа тәүге тапҡыр карьерҙан скип юлы ярҙамында руда өҫкә күтәрелә башлай.

2000 йылға торошло 100 миллион тонна мәғдән сығарылған.[2]

Геологияһы һәм мәғдән сығарыу

Бөгөнгө көндә ятҡылыҡ Яңы Сибай ятҡылығы (рус. Новосибайское месторождение) тип йөрөтөлә. Баҡыр, цинк, көкөрт, һәм шулай уҡ алтын кеүек төҫлө металдар ҡушылмалары булған мәғдән сыҡарыла.

Башта эшкәртеү асыҡ ысул менән алып барылһа ла, хәҙер ҙур тәрәнлек арҡаһында был мөмкин түгел — руда карьер төбөндәге шахталарҙан сығарыла.

Шулай уҡ был тирәлә биҙәү өсөн ҡулланылған долерит (рус.)баш. ташы ла табыла.

Үҙенсәлектәре

  • Тәрәнлеге: 500 метрҙан ашыу
  • Диаметры: яҡынса 2 километр
  • Үҙенсәлек: тау тоҡомоның оксидланыу процесын туҡтатыу һәм ҡала өҫтөндәге һауа бысраныуын кәметеү маҡсатында карьер өлөшләтә һыу менән тултырылған.
  • Ятҡылыҡ: Яңы Сибай ятҡылығы.[3]

Туризм

Сибай карьерры ҡала өсөн төп туристик үҙәк булып тора. Карьер ситендә махсус күҙәтеү майҙансығы урынлашҡан, унан ҙур воронка һәм буш тоҡом өйөмдәре күренә. Күҙәтеү майҙансығына үҙаллы ла, туристик фирмалар ярҙамында ла барып була.[1]

Транспорт

Сибайға поезд, автобус йәки автомобиль менән барып була:

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Сибайский карьер. Туристический путеводитель Республики Башкортостан (20 января, 2023 Источник: https://visit-bashkortostan.ru/sibajskij-karer).
  2. 1 2 Сибайский карьер. Туристер (25 февраль 2022).
  3. Сибайский карьер. Наш Урал и весь мир (8 июль 2023).

Тема буйынса өҫтәмә