Фуфаев Анатолий Фёдорович

Фуфаев Анатолий Фёдорович (10 октябрь 1935 йыл21 декабрь 2021 йыл) — зоотехник, ауыл хужалығы, комсомол һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. КПСС-тың Мәсетле, Иглин һәм Ҡырмыҫҡалы район комитеттарының элекке беренсе секретары. 1975—1985 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).

Биографияһы

Анатолий Фёдорович Фуфаев 1935 йылдың 10 октябрендә Башҡорт АССР-ының Мәсетле районы Барашовка ауылында тыуған[2].

1959 йылда Ижевск зоотехник институтын[3] тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген күрше Балаҡатай районы Ямаш ауылындағы «Урал» колхозында баш зоотехник булып башлай[4].

1961 йылда ВЛКСМ-дың Балаҡатай район комитетының беренсе секретары итеп һайлана[2].

1962 йылдан Башҡорт АССР-ының Төньяҡ-көнсығыш ауыл хужалығы идаралығының ойоштороусы инспекторы, баш зоотехнигы[4].

1966 йылдан КПСС-тың Мәсетле район комитеты секретары, 1972 йылдан КПСС-тың Мәсетле, һуңынан КПСС-тың Иглин район комитетының беренсе секретары[2].

1984 йылдан Ҡырмыҫҡалы районының «Ҡарлыман» совхозы директоры, 1988 йылдан КПСС-тың Ҡырмыҫҡалы район комитетының беренсе секретары, 1992 йылдан «Ҡарлыман» совхозы директоры[4].

1996 йылдан Мәсетле район советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы урынбаҫары[2].

Хеҙмәт ветераны 2021 йылдың 21 декабрендә Мәсетле районында вафат була[5].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

• Мәсетле районы 214-се Ләмәҙтамаҡ һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш (1975—1980) Юғары Советы депутаты[6]
• Иглин районының 205-се Иглин һайлау округы буйынса Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты[7]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

«Почёт Билдәһе» ордены (1981)
«Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995)
• «Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығы» юбилей миҙалы (2019)[8]
• Мәсетле районының почётлы гражданы (2005).

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы
  2. 1 2 3 4 Муниципальный район Мечетлинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Муниципальный район > Почетные граждане > Фуфаев Анатолий Федорович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
  3. Хәҙер Ижевск дәүләт ауыл хужалығы академияһы
  4. 1 2 3 Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Пресс-служба > Новости районов > Почетный гражданин района Фуфаев Анатолий Федорович. 12 октября 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2024)
  5. Министерство сельского хозяйства Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная > Пресс-служба > Новости районов » Ушел из жизни Почетный гражданин Мечетлинского района. 22 декабря 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2024)
  6. Башҡорт АССР-ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
  7. Башҡорт АССР-ының 10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 5 ноябрь 2024)
  8. Почетный гражданин района награжден медалью «100 лет образования Республики Башкортостан». Сайт газеты «Мәсетле тормошо», 1 августа 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ноябрь 2024)