Сенченко Татьяна Васильевна

Сенченко Татьяна Васильевна (1952 йылдың 10 сентябре, Борисов, Башҡорт АССР-ы) — еңел атлетика буйынса совет һәм Рәсәй тренеры. Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры (2001). Белорет районының һәм Белорет ҡалаһының почетлы гражданы (2013).

Биографияһы

Татьяна Васильевна Сенченко 1952 йылдың 10 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районындағы Борисов ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ физик культура техникумын тамамлаған.

1975 йылдан Белоретта йәшәй һәм эшләй. 1975 йылдан 1977 йылға тиклем Белорет металлургия комбинатындағы «Труд» ирекле спорт йәмғиәтенең балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә саңғы ярыштары буйынса тренер булып эшләй. 1977 йылдан 1985 йылға тиклем медицина училищеһында физкультура уҡытыусыһы була. 1985 йылдан 1987 йылға тиклем 14-се урта мәктәптә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. 1987 йылдан 1990 йылға тиклем профсоюздарҙың Физкультура-спорт йәмғиәтендә Башҡортостан өлкә советының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры була. 1990 йылдан 2010 йылға тиклем 1-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә еңел атлетика буйынса тренер-уҡытыусы булып эшләй.

2010 йылдан 3-сө балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең еңел атлетика буйынса өлкән тренеры.

Бер нисә тапҡыр төбәктең иң яҡшы тренерҙары исемлегенә инә.

Тренер-уҡытыусы вазифаһында эшләгән осорҙа 1 атҡаҙанған спорт мастерын, 6 халыҡ-ара класлы спорт мастерын, 11 Рәсәйҙең спорт мастерын әҙерләй. Уның тәрбиәләнеүселәре араһында иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүселәр:

  • Галина Богомолова — 2008 йылғы Рим марафонында еңеүсе, шоссе буйлап һәм марафонда 25 һәм 30 километрға йүгереүҙә Рәсәй рекордын ҡуйыусы[1],
  • Лилиә Шобухова — 2006 йылғы донъя һәм Европа чемпионаттарының көмөш призеры[2][3][4],
  • Егор Николаев — өс тапҡыр Европа команда чемпионаты еңеүсеһе (2011, 2013, 2015), алты тапҡыр Рәсәй чемпионы(2010, 2012, 2013, 2014, 2017), бинала дүрт тапҡыр Рәсәй чемпионы (2012, 2013, 2015),
  • Гөлшат Фазлетдинова — йәштәр араһында 2013 йылғы Европа чемпионы, өс тапҡыр Рәсәй чемпионы (2013, 2015)[5],
  • Алёна Самохвалова — ярыммарафон буйынса 2011 йылғы Рәсәй чемпионы, кросс буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2005, 2009),
  • Валентина Лёвушкина — йәштәр араһындағы Европа чемпионатының 2003 йылғы көмөш призеры,
  • Олег Марусин — 2009 йылғы Рәсәй чемпионы.

Ғаиләһе

Ире — еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Евгений Гаврилович Сенченко[6].

Наградалары һәм исемдәре

  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1996).
  • «Рәсәй Федерацияһында физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» почет билдәһе (1999).
  • «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура һәм спорт хеҙмәткәре» маҡтаулы исеме (2000)[7].
  • «Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры» маҡтаулы исеме (2001).
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (2013).
  • Белорет районының һәм Белорет ҡалаһының почетлы гражданы (2013)[8][9][10].

Иҫкәрмәләр

  1. Легкая атлетика. Религия Богомоловой. Галина Богомолова за карьеру оббежала земной шар, но до большой победы домчалась только этой весной в Риме (21 март 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  2. Татьяна Сенченко: после ухода из моей группы Шобухова увлеклась чисто коммерческими стартами. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  3. Методика подготовки к марафону Лилии Шобуховой. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. Архивировано 31 август 2017 года.
  4. Лилия Шобухова: «Я шла к этой медали 19 лет». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025. Архивировано 15 август 2020 года.
  5. Гульшат Фазлитдинова в публикациях. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  6. Егор Расторгуев. Секреты спортивного долголетия четы Сенченко. sports.ru (8 ноябрь 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  7. Сенченко Татьяна Васильевна. beloretsk.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  8. Решение Совета муниципального района Белорецкий район Республики Башкортостан от 8 октября 2013 года № 114
  9. Сенченко Татьяна Васильевна. beloretsk.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 ноябрь 2025.
  10. В Белорецке чествовали лучших людей города и района. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ноябрь 2025.