Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө

Бөтә донъя психик сәләмәтлек көнө ( БМО-ның башҡа рәсми телдәрендә: ингл. World Mental Health Day, ғәр. يوم الصحة النفسية العالمي,исп. Día Mundial de la Salud Mental, ҡыт. 世界精神卫生日, франц. Journée mondiale de la santé mentale) — 10 октябрҙа билдәләнгән иҫтәлекле дата.

1992 йылдан алып йыл һайын билдәләнгән иҫтәлекле дата. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау көнө Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы ярҙамында бөтә донъя психик һаулыҡ федерацияһы инициативаһы буйынса билдәләнә. Рәсәйҙә психик сәләәмәтлек көнө 2002 йылдан Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы Т.Б. Дмитриева инициативаһы буйынса билдәләнә.

Психик сәләмәтлек көнө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы (БМО) билдәләгән бөтә донъя һәм халыҡ-ара көндәр исемлегенә инә.

undefined

Йыл һайын үткәрелгән саралар

2007 йылдың 10-11 октябрендә БМО-лала шулай уҡ «Психология көнө» (Psychology Day) — Бөтә донъя психик һаулыҡ көнөнә арналған бер нисә сара үтә. Сараларҙа Америка психология ассоциацияһы (APA), халыҡ-ара аналитик психология ассоциацияһы (IAAP) һәм башҡалар ҡатнаша. Психология көнөнөң маҡсаты — психологтар, дипломаттар, студенттар араһында фекер алышыу.

2008 йылдан Рәсәйҙә йыл һайын «Психик сәләмәтлек өлкәһендәге батырлыҡ өсөн»конкурсы үткәрелә[1]. Конкурс йәмәғәт профессиональ булмаған һәм профессиональ ойошмаларҙың иғтибарын халыҡтың психиатрия белемен арттырыуға, ватан психиатрияһының көнүҙәк проблемаларына, халыҡтың психик һаулығын нығытыуға, йәмәғәтселек, киң мәғлүмәт саралары һәм власть структураларының иғтибарын психик сирлеләр проблемаларына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Бөтә донъя психик һаулыҡ көнө [1]

  • 1996 йыл Ҡатын-ҡыҙҙар һәм психик һаулыҡ.
  • 1997 йыл Балалар һәм психик һаулыҡ.
  • 1998 йыл Психик һаулыҡ һәм кеше хоҡуҡтары.
  • 1999 йыл Психик һаулыҡ һәм ҡартайыу.
  • 2000 йыл - 2001 йыл Психик һаулыҡ һәм эш.
  • 2002 йыл Көс ҡулланыу һәм рәхимһеҙлектең балаларға һәм үҫмерҙәргә йоғонтоһо.
  • 2003 йыл Балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең эмоциональ һәм үҙ-үҙеңде тороу боҙолоуы.
  • 2004 йыл Физик һәм психик тайпылыштарҙың үҙ-ара бәйләнеше.
  • 2005 йыл Кешенең тормош юлы дауамында физик һәм психик тайпылыш.
  • 2006 йыл Психик һаулыҡ һәм үҙ-үҙенә ҡул һалыу бәйләнеше.
  • 2007 йыл Үҙгәреүсе донъяла психик һаулыҡ: мәҙәниәт һәм мәҙәни айырмаларҙың өлөшө.
  • 2008 йыл Психик һаулыҡты өҫтөнлөклө итәбеҙ: гражданлыҡ яуаплылығын пропагандалау һәм әүҙем эшмәкәрлек аша хеҙмәттәр һанын арттырабыҙ.
  • 2009 йыл Беренсе медицина ярҙамы системаһында психик һаулыҡты һаҡлау: дауалауҙы яҡшыртыу һәм психик һаулыҡҡа булышлыҡ итеү.
  • 2010 йыл Психик һаулыҡһыҙ һаулыҡ юҡ.
  • 2011 йыл Психик һаулыҡҡа инвестициялар.
  • 2012 йыл Депрессия: глобаль көрсөк.
  • 2013 йыл Психик һаулыҡ һәм ҡартлыҡ.
  • 2014 йыл Шизофрения менән Тормош.
  • 2015 йыл Кешенең психик һаулығы һәм абруйы.
  • 2016 йыл Беренсе психологик ярҙам.
  • 2017 йыл Эш урынында психик һаулыҡ.
  • 2018 йыл Үҙгәреүсе донъяла йәштәр һәм психик сәләмәтлек.
  • 2019 йыл Психик һаулыҡты Үҫтереү һәм суицидты иҫкәртеү.
  • 2021 йыл Тигеҙ булмаған донъяла психик һаулыҡ.

Һылтанмалар