Бөтә донъя бутҡа көнө

Бөтә донъя бутҡа көнө (ингл. World Porridge Day) — бутҡаға арналған йыл һайын 10 октябрҙә билдәләнгән халыҡ-ара көн.

Байрам тарихы

Был көн 2009 йылда «Mary's Meals» хәйриә ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителгән.

Сара Шотландияның Аргайлла ҡалаһында урынлашҡан Marys Meals хәйриә ойошмаһы өсөн аҡса йыйыу маҡсатында ойошторола, ойошма донъялағы иң ярлы илдәрҙәге балаларҙы туҡландырыу менән шөғөлләнә. Мәктәптәрҙә балаларға бутҡа бирелә, был аслыҡты бөтөрөү генә түгел, шулай уҡ уҡыусыларҙың мәктәпкә йөрөүен яҡшыртыу маҡсатына йүнәлтелгән. «Mary's Meals» хёйриё ойошма8ы 19 илдә эшләй, һәм улар 1,6 миллиондан ашыу балаға ярҙам күрһәтә[1].

Был көндөң төп маҡсаты – аслыҡты булдырмау тура8ында мәғлүмәт таратыу һәм мәктәптәрҙә бушлай төшкө аштар ойоштороу өсөн аҡса йыйыу. Бушлай туҡланыу балаларға белем алырға мөмкинлек бирә, сөнки улар мәктәпкә йөрөргә ынтыла, был дәрескә йөрөү кимәлен күтәрә.[2][3]

Байрам саралары

Бутҡа көнөн нисек билдәләйҙәр:

· Хәйриә саралары ойошторола, мәҫәлән, "бутҡа кисәләре", унда ҡатнашыусылар Mary's Meals файҙаһына аҡса бирә ала.

· Аслыҡ проблемалары һәм мохтаж балаларға ярҙам итеү кәрәклеге тураһында мәғлүмәт таратыу кампаниялары үткәрелә.

· Волонтерҙар ярҙамы менән бутҡа һәм башҡа аҙыҡ-түлекте мохтаждар өсөн әҙерләү саралары уҙғарыла.

Бутҡа үҙенең туҡлыҡлы составы менән айырылып тора, сөнки ул витаминдарға, минералдарға һәм антиоксиданттарға бай. Ул эсәк эшмәкәрлеген яҡшырта һәм метаболизмды әүҙемләштерә.[4]

Иҫкәрмәләр

  1. Международный день каши. Календарь событий.
  2. World Porridge Day. Mary's Meals. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 сентябрь 2016. Архивировано 10 сентябрь 2016 года.
  3. Best porridge title scooped by US, BBC News, BBC (11 October 2009).
  4. World Porridge Day. Days of the Years.

Һылтанмалар