Арыҫланғужин Азат Ғәлимйән улы

Арыҫланғужин Азат Ғәлимйән улы (10 декабрь 1937 йыл — 15 декабрь 2001 йыл) — «Почёт Билдәһе» һәм Халыҡтар Дуҫлығы ордендары кавалеры

Биографияһы

Азат Ғәлимйән улы Арыҫланғужин Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған.

  • 1954 йылда 1962 йылға тиклем — «Ҡыҙыл Таң» колхозында төрлө эштәр башҡара
  • 1962—1974 йылдарҙа — Бөрйән киноселтәренең Тимер бүлексәһендә киномеханик
  • 1974 йылдан — «Ҡыҙыл Таң» колхозы Тимер бригадаһында ҡырсылыҡ эштәре етәксеһе
  • 1978 йылдан — колхоз рәйесе урынбаҫары
  • 1983 йылдан — Тимер бригадаһы бригадиры
  • 1986 йылдан — колхоздың ярҙамсы хужалығы мастеры, 1989 йылдан — прорабы

2001 йылдың 15 декабрендә Тимер ауылында вафат була һәм ауыл зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • «Почет Билдәһе» ордены
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Сығанаҡтар