Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы
Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы | |
---|---|
![]() | |
Тыуған көнө | 10 октябрь 1924 |
Тыуған урыны | |
Вафат булған көнө | 27 сентябрь 2007 (82 йәш) |
Вафат булған урыны | |
Хәрби алыш/һуғыштар | |
Награда һәм премиялар |
Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы (10 октябрь 1924 йыл, Сураш ауылы, Байгилде ауыл Советы[1] — 27 сентябрь 2007, Сураш ауылы, Башҡортостан Республикаhы[1]) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия полкының орудие командиры, гвардия сержанты. Советтар Союзы Геройы (1945). Нуриман районының почётлы гражданы (2000).
Биографияһы
Ғәйфетдин Ғәфиәт улы Аскин 1924 йылдың 10 октябрендә Өфө кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Нуриман районы) Сураш ауылында тыуған. ФЗО-ны тамамлғандан һуң Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор ярҙамсыһы булып эшләй[2].
1942 йылдан алып — Ҡыҙыл Армияла.
1943 йылдан башлап Дала, Воронеж, 2-се, 3-сө һәм 1-се Украин фронттарында хеҙмəт итə.
1945 йылда демобилизациялана.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ғәйфетдин Аскин тыуған яҡтарына ҡайта һәм Нуриман районы Укәрле ауыл Советы рәйесе булып эшләй (1946), артабан Нуриман МТС зонаһы буйынса КПСС-тың Нуриман районы комитеты секретары итеп тәғәйенләнә (1954—1957), һуңғараҡ район Советы башҡарма комитетында эшләй[2]. Аҙаҡҡы йылдарҙа үҙенең тыуған ауылында — Башҡортостандың Нуриман районы Сураш ауылында йәшәй.
2007 йылда вафат була.
Батырлығы
«Советтар Союзы Геройы» исеме Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улына 1945 йылдың 27 июнендә бирелә. 43-сө гвардия артиллерия полкы орудиеһы командиры гвардия сержанты Аскин Ғәйфетдин 1945 йылдың 12 ғинуарында Висла йылғаһы янындағы Сандомир плацдармындағы ҡаты һуғыштарҙа һәм бер нисә көндән һуң, 21 ғинуарҙа, Оппельн ҡалаһынан төньяҡтараҡ Одер йылғаһы аша сыҡҡанда айырыуса батырлыҡ күрһәтә. 12 ғинуарҙа ул өс пулемет һәм 40 дошман һалдатын юҡ итһә, 21 ғинуарҙа уның етәкселегендәге расчет Польша территорияһында Одер йылғаһын тәүгеләрҙән булып аша сыға һәм бер нисә дошман атакаһын кире ҡағыуға өлгәшә. 25 ғинуарҙа батарея составы, ҡамауға эләгеп, тулыһынса тиерлек һәләк була, гвардия сержанты Аскин бер орудиенан икенсе орудиеға күсеп, уҡсылар подразделениелары килеп еткәнгәнгә тиклем, бер нисә контратаканы кире ҡағыуҙа ҡатнаша[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (27.06.1945)[3][4]
- Ленин ордены (27.06.1945)
- Ике [[Ватан һуғышы ордены|I дәрәжә Ватан һуғышы ордены]] (04.05.1945[5]; 06.04.1985[6])
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (08.02.1944)[7]
- Нуриман районының почётлы гражданы (2000)[8].
Хәтер
— Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ауылында Аскин Ғәйфетдин исемен бер урам йөрөтә;
— Ғ. Ғ. Аскин уҡыған мәктәп бинаһына уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 Башкирская энциклопедия (урыҫ) — Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1
- ↑ 1 2 3 Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 32-33 биттәр
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Указ «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Карточка «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Почетные граждане: Аскин Гайфутдин Гафиятович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 октябрь 2018)
Әҙәбиәт
- Славные сыны Башкирии (очерки о Героях Советского Союза, полных кавалерах ордена Славы). — Уфа: Башкнигоиздат, 1965—1985. — Т. в 5 кн..
- Военная история башкир. Энциклопедия. Уфа, «Башкирская энциклопедия», 2013, 32-33 биттәр
Һылтанмалар
- Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы . «Герои страны» сайты.
- Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Аскин Ғәйфетдин Ғәфиәт улы . Республика Хәрби Дан музейы. Дата обращения: 3 июнь 2015.
- 10 октябрҙә тыуғандар
- 1924 йылда тыуғандар
- Нуриман районында тыуғандар
- 27 сентябрҙә вафат булғандар
- 2007 йылда вафат булғандар
- Нуриман районында вафат булғандар
- Советтар Союзы Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Советтар Союзы Геройҙары (Башҡортостан)
- Советтар Союзы Геройҙары:Нуриман районы
- КПСС ағзалары
- Шәхестәр:Башнефть
- Шәхестәр:Нуриман районы