Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы
Мәрҙәнов Зиннур Шәйхулла улы (10.10.1944) — дәүләт эшмәкәре, эске эштәр органдары ветераны. 1993—2009 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Башҡортостан Республикаһындағы вәкиллеге етәксеһе. Милиция полковнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы. Баҡалы районының почётлы гражданы.[1][2].
Биографияһы
Зиннур Шәйхулла улы Мәрҙәнов 1944 йылдың 10 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районы Үҫтем ауылында тыуған.
Ҡамышлытамаҡ мәктәбенән һуң, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡыуын дауам итә.
Венгриялағы Совет Армияһы контингенты составында элемтә ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Мәскәүҙә Сит телдәр хәрби институтын отличие менән тамамлай[3].
Тормош һәм хеҙмәт юлы
1970 йылдан Башҡортостан Эске Эштәр министрлығының штабында эшләй.
Хеҙмәт барышында Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын һәм СССР Эске Эштәр министрлығы идаралыҡ Академияһының Свердловск факультетын тамамлай.
1987—1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Эске Эштәр министрлығында паспорт-виза хеҙмәте начальнигы. 1993 йылда милиция полковнигы дәрәжәһендә отставкаға сыға.
1993—2009 йылдарҙа — илселек хеҙмәтендә, Өфө ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығы вәкиллеге етәксеһе вазифаһында хеҙмәт итә. Эш сәфәре менән донъяның 26 илендә була.
«Баҡалы яҡташтар» йәмғиәте ағзаһы[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
- «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» (2009)
- «Милиция отличнигы» тағылмалы билдәһе
- Рәсәй Федерацияһы Сит ил эштәре министрлығының Грамоталары[4]
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
- Бакалинские зори, 10.02.2021. Марданов Зиннур Шайхуллинович
- Марданов Зиннур Шайхуллинович(недоступная ссылка)
- Состав Общественного совета. Марданов Зиннур Шайхуллинович(недоступная ссылка)
- На вопросы читателей отвечает руководитель территориального органа — представитель Министерства иностранных дел России в г. Уфе Зиннур Марданов, 2008
- [ https://vk.com/public138896534?w=wall-138896534_392 ]
Иҫкәрмәләр
- ↑ ОНИ СТОЯЛИ У ИСТОКОВ СОЗДАНИЯ ЗЕМЛЯЧЕСТВА: МАРДАНОВ ЗИННУР ШАЙХУЛЛИНОВИЧ
- ↑ Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
- ↑ Бакалинские зори, 10.02.2021. Марданов Зиннур Шайхуллинович
- ↑ 1 2 Марданов Зиннур Шайхуллинович(недоступная ссылка)