Дәүләтбаев Альберт Рафаил улы
Дәүләтбаев Альберт Рафаил улы (27 июль 1960 йыл) — зооинженер, Дүртөйлө районы муниципаль районының Ленин исемендәге «Племзавод» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры (2006 йылдан). Башҡортостан Республикаһының (2006) һәм Рәсәй Федерацияһының (2015) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2020). Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты[1][2].
Биографияһы
Альберт Рафаил улы Дәүләтбаев 1960 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ы Дүртөйлө районының Йүкәлекүл ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1978 йылда, Ленин исемендәге колхозда эшләй башлай. Шул уҡ йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтына уҡырға инә.
Юғары белем алып ҡайтҡас, йәш белгесте һөт комплексы начальнигы итеп ҡуялар (1983—1987). Артабан инде ул, район хакимиәтенең ауыл хужалығы идаралығына баш зоотехник итеп алынғанға тиклем, 8 йыл тыуған колхозында баш зоотехник булып эшләй. Идаралыҡта бер йыл эшләгәндән һуң, Альберт Рафаил улын тыуған колхозына (һуңынан — Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводы-ауыл хужалығы кооперативы) рәйес итеп ҡайтаралар. 2006 йылдан алып ул хәҙер инде Ленин исемендәге «Племзавод» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры[1][2].
Дүртөйлө районы муниципаль районы Советы депутаты була. 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты итеп һайлана. Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәтте файҙаланыу комитеты ағзаһы.[1].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Дүртөйлө районында 21 эре проектты финанслай[3].
Ғаиләһе
Өйләнгән, ул һәм ҡыҙ атаһы[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Рәсәй Федерацияһы Ауыл хужалығы министрлығының Почёт грамотаһы (2003)
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2006)
• Рәсәй Федерацияһы ауыл хужалығы минитсрлығының рәхмәте (2011)
• Рәсәй Федерацияһы агросәнәғәт комплексының почётлы хеҙмәткәре (2012)
• Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2015)
• Салауат Юлаев ордены (2020)
• Рәсәй патриоты миҙалы (2023)
• юбилей миҙалдары, рәхмәт хаттары һәм почёт грамоталары[1][2].