Арыҫланова Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы

Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы Арыҫланова (рус. Арсланова Дина Габдрахимовна; 1953 йылдың 27 июле, Үрге Этҡол ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет журналисы. 1978 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).

Биографияһы

Динә Ғәбдрәхим ҡыҙы Арыҫланова 1953 йылдың 27 июлендә Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙер — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы) Үрге Этҡол ауылында тыуған.

1975 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Совет Башҡортостаны» гәзитендә башлай. 1981 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хеҙмәткәре, 2001 йылдан «Башҡортостан» гәзитенең бүлек мөдире.

Башҡорт энциклопедияһы журналист тураһында шулай итеп яҙа:

Социаль һәм әхлаҡи-этик проблемалар буйынса, Башҡортостан Республикаһы халҡын медицина хеҙмәтләндереүе мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр серияһы авторы

Башҡортостан хөкүмәте 2013 йылдың июлендә журналистың 60 йәшен билдәләне[1]/

2024 йылда Арсланова Башҡортостан Республикаһында йәшәгән халыҡтар милли мәҙәниәтен, телен, йолаларын тергеҙеүгә һәм сәскә атыуға булышлыҡ итеүсе тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыу буйынса баҫылған материалдар өсөн «Журналистар» категорияһында икенсе урын яуланы»[2].


2023 йылда уның очерктары һәм социаль әһәмиәтле баҫмалары уҡыусылар тарафынан яҡшы ҡабул ителде. Ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тарафынан юғары баһаға лайыҡ булыуы билдәләнде[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (2001)[4].
  • Бөтә Рәсәй иң яҡшы әҫәргә конкурсының «Еңеп сығыу» номинацияһында лауреат була (2010)[5][6]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
  • «Журналист» номинацияһында икенсе урын.

Әҙәбиәт