II мең йыллыҡ
Һулдан уңға сәғәт теле буйынса: 1492, Христофор Колумб; Америка революцияһы; Бөйөк француз революцияһы; Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы атом ҡоралы; альтернатив яҡтылыҡ сығанағы —лампа; 1969 йылда Аполлон-11 экспедицияһы ваҡытында беренсе тапҡыр кеше Айға аяҡ баҫа; Самолеттар күктә иң йыш ҡулланылған транспортҡа әүерелде; Наполеон I Бонапарт XIX быуат башында экспансионизм һәм модернизация арҡаһында Францияға һәм Европалағы ваҡиғаларға йоғонто яһаны; Александр Грэм Белл телефон уйлап тапты; 1348 йылда ҡара үлем бөтә донъяла 100 миллиондан ашыу кешене, шул иҫәптән Европа халҡының яртыһын ике йыл эсендә ҡырҙы. (Фон: Гутенберг библияһының, 1450-се йылдарҙа баҫтырылған беренсе китаптың, өҙөгө)
II мең йыллыҡ — юлиан календары буйынса 2-се мең йыллыҡ (григориан календары буйынса 1582 йылдың 15 октябрендә башлана).
Кешелек өсөн ул элекке мең йыллыҡтар менән сағыштырғанда техник һәм социаль үҫештә иң ҙур һикереү менән характерлана. Ҙур фәнни асыштар (донъяның гелиоцентрик системаһы, классик механика, сағыштырмалыҡ теорияһы, периодик закон), уйлап табыуҙар (китап баҫыу, үҙйөрөшлө машиналар, осоу аппараттары, дистанцион элемтә саралары, антибиотиктар), географик асыштар (Америка, Австралия, Антарктида, донъяның ике полюсы һәм иң бейек түбәһе яуланған) башҡарыла. Космосты үҙләштереү башлана, кеше Беренсе тапҡыр Ерҙән ситкә сыға. Кешелек халҡы меңәрләгән йылдар сағыштырмаса тигеҙлектән сыға һәм демографик шартлау була[1][2], ул беҙҙең көндәргә тиклем дауам итә.
II мең йыллыҡты тарихи осорҙарға бүлеү
- 1001—1300: Юғары Урта быуаттар.
- 1300—1500: Һуң Урта быуаттар (Американы асыу)
- 1500—1640: Яңы тарихтың I периоды
- 1640—1918: Яңы тарихтың II периоды (Беренсе донъя һуғышы тамамлана)
- 1918—1945: Өр-яңы тарихтың I периоды (Икенсе донъя һуғышы тамамлана)
- 1945— хәҙергә тиклем: Өр-яңы тарихтың II периоды
Төп ваҡиғалар
- 1054 йыл — Бөйөк тарҡалыш
- 1066 йыл — Англияны Нормандтар баҫып алыуы[3]
- 1096-1291 йылдар — Тәре походтары[4]
- 1207 — 1294 йыл — Монгол баҫып алыуҙары
- 1400 — 1500 йыл — Европала үҙәкләштерелгән дәүләттәр ойоштороу
- 1420 — 1580 йыл — Ренессанс
- 1453 йыл — Константинополдең ҡолауы[5]
- 1492 йыл — Американы асыу, бөйөк географик асыштар һәм колониализм дәүеренең башы
- 1517 — 1648 йыл — Реформация
- 1640—1649 йылдар — Англияла революция
- 1750—1900 йылдар — Сәнәғәт революцияһы
- 1775—1783 йылдар — Америка үҙаллылығы өсөн һуғыш
- 1789—1799 йылдар — Бөйөк Франция революцияһы
- 1803—1815 — Наполеон һуғыштары
- 1914—1918 йылдар — Беренсе донъя һуғышы
- 1917 йыл — Рәсәйҙә Февраль һәм Октябрь революциялары
- 1922 йыл — СССР-ҙың барлыҡҡа килеүе
- 1939—1945 йылдар — Икенсе донъя һуғышы
- 1946—1990 йылдар — Һалҡын һуғыш
- 1957—1969 — Космос ярышы: тәүге яһалма юлдаш, кешенең космосҡа осошо, Айға төшөү
- 1969 йыл — Интернеттың барлыҡҡа килеүе
- 1989—1991 йылдар — коммунизмдың емерееүе: Көнсығыш Европалағы антикомунистик революциялар, СССР-ҙың тарҡалыуы
- Вильгельм I — Англияне яулап алыусы
- Сәләх әд-Дин — Мысыр һәм Сүриә солтаны, Икенсе тәре походы ваҡытында тәре йөрөтөүселәрҙе еңеүсе
- Сыңғыҙхан — Монгол империяһы нигеҙләүсеһе, Азияның ҙур өлөшөн яулап алыусы
- Тамерлан — Урта Азия хәрби етәксеһе һәм яулап алыусы
- Жанна д’Арк — Францияның милли геройы, хәрби етәксе
- Фердинанд Арагон — берҙәм Испанияның тәүге короле
- Иван III — Бөйөк Мәскәү кенәзе һәм бөтә Руси, Рәсәйҙе берләштереүсе
- Оливер Кромвель — инглиз дәүләт эшмәкәре, инглиз революцияһы лидеры
- Пётр I — тәүге Рәсәй императоры
- Джордж Вашингтон — АҠШ-тың тәүге президенты
- Наполеон Бонапарт — Франция императоры (1804—1815 йылдарҙа), яулап алыусы
- Авраам Линкольн — АҠШ-тың 16-сы президенты, Граждандар һуғышында еңеүсе
- Отто фон Бисмарк — канцлер һәм Германия империяһын нигеҙләүсе
- Мостафа Кәмал Ататөрк — Төркиә республикаһын нигеҙләүсе
- Владимир Ленин — Рәсәй революционеры, СССР-ҙы нигеҙләүсе
- Иосиф Сталин — СССР хакимы һәм диктаторы, Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы етәксе[3]
- Уинстон Черчилль — Бөйөк Британия премьер-министры, Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы етәксе
- Франклин Рузвельт — АҠШ-тың 32-се президенты, Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы етәксе
- Адольф Гитлер — Германия диктаторы, яулап алыусы, Икенсе донъя һуғышы ваҡытындағы етәксе
- Махатма Ганди — Һиндостандың бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшеүсе
- Мао Цзэдун — Ҡытай революционеры, Ҡытай Халыҡ Республикаһын нигеҙләүсе
- Иоганн Гутенберг — китап баҫтырыуҙы уйлап табыусы
- Галилей Галилео — астроном, гелиоцентризм теорияһын иҫбатлаусы
- Исаак Ньютон — Гравитация законын асыусы физик
- Чарльз Дарвин — биолог, эволюция теорияһының авторы
- Бенц Карл һәм Готтлиб Даймлер — автомобиль уйлап табыусылар
- Бер туған Райттар — самолет уйлап табыусылар
- Томас Эдисон — уйлап табыусы, технологик магнат
- Никола Тесла — уйлап табыусы
- Альберт Эйнштейн — теоретик физик, хәҙерге заман теоретик физикаһының нигеҙләүселәренең береһе[4]
- Тим Бернерс-Ли һәм Роберт Кайо — Интернет селтәрен булдырыусылар
- Леонардо да Винчи — Ренессанс осоро итальян инженеры һәм рәссамы
- Рафаэль Санти — итальян рәссамы, Юғары Ренессанс сәнғәтенең күренекле вәкилдәренең береһе
- Уильям Шекспир — драматург һәм шағир
- Мартин Лютер — дин эшмәкәре, лютеранлыҡ һәм Реформацияны нигеҙләүсеһе
- Христофор Колумб — Американы асҡан испан диңгеҙсеһе
- Васко да Гама — Европанан Һиндостанға диңгеҙ юлдарын асҡан диңгеҙсе
- Фернан Магеллан — Ер шарын тәүге тапҡыр әйләнеп үткән экспедиция етәксеһе
- Джеймс Кук — Австралияны асҡан британ диңгеҙсеһе
- Фаддей Беллинсгаузен һәм Михаил Лазарев — Антарктиданы асҡан Рәсәй диңгеҙселәре
- Роберт Пири — Төньяҡ полюсты тәүге булып яулаған экспедиция етәксеһе
- Руал Амундсен — Көньяҡ полюсты тәүге булып яулаған экспедиция етәксеһе
- Эдмунд Хиллари һәм Тенцинг Норгей — Джомолунгманы яулаған тәүге альпинистар
- Дон Уолш һәм Жак Пикар — Мариан соҡороноң төбөнә төшкән тәүге кешеләр
- Юрий Гагарин — Восток-1 космос карабында тарихта беренсе космос осошон яһаусы
- Нил Армстронг һәм Эдвин Олдрин — Айға барған тәүге кешеләр
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Paul Ehrlich. The Population Bomb (revised) (eng) // Riversity Press, USA : pdf. — 1975. — Т. Ch. 1. — С. 5. Архивировано 15 декабрь 2017 года.
- ↑ Мировой демографический взрыв и антропогенное давление на климат. demoscope.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2016. Архивировано 5 июнь 2017 года.
- ↑ Conquest, Robert. Victims of Stalinism: A Comment (инг.) // Europe-Asia Studies : journal. — 1997. — Vol. 49, no. 7. — P. 1317—1319. — DOI:DOI:10.1080/09668139708412501. Архивировано 27 сентябрь 2011 года.
- ↑ Oppenheimer I. R. Einstein, a Centennial Volume. — Boston: Harvard Univ. Press, 1979. — P. 44.