Балҡан һуғыштары
Балҡан һуғыштары | |
---|---|
Дата | 1912 — 1913 |
Урыны | Балҡан ярымутрауы |
Сәбәбе | Балҡан Берлеге илдәренең Ғосман империяһының Европа биләмәләрен яулап алыу |
Нәтижә | Албанияның Ғосман империяһынан фактик бойондороҡһоҙлоҡ алыуы, Балҡан дәүләттәренең еңеүе, Ғосман империяһы Европа биләмәләренең ҙур өлөшөн юғалта |
|
|
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Балҡан һуғыштары — Беренсе донъя һуғышы алдынан 1912—1913 йылдарҙағы ике һуғыш, улар һөҙөмтәһендә Балҡан ярымутрауы илдәре төрөктәрҙе Европа территорияһынан тулыһынса тиерлек ҡыҫырыҡлаған.
Беренсе Балҡан һуғышы азатлыҡ өсөн Ғосман империяһына ҡаршы барған. Балҡан союзы (Болгария, Черногория, Сербия һәм Греция) Ғосман империяһын тулыһынса Европа биләмәһенән ҡыҫырыҡлап сығарырға ниәтләгән. Был ниәт тормошҡа ашырылған, төрөктәр ҡулында тик Истанбул һәм уның тирәһендәге территориялар һаҡланған.
Әммә тиҙҙән еңеүселәр араһында ҡапма-ҡаршылыҡтар бер яҡтан Болгария, һәм икенсе яҡтан Сербия, Греция, Черногория, Ғосман империяһы һәм Румыния араһындағы Икенсе Балҡан һуғышы башланыуына килтергән. Болгария һуғышта еңелгән һәм беренсе һуғышта яуланған территорияларының ҙур өлөшөн юғалтҡан, Ғосман империяһы Адрианополь һәм уның тирәһен ҡайтарған.
Беренсе Балҡан һуғышының тәүтарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүтарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Балҡан ярымутрауында Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе осоронда уҡ бында элек йәшәмәгән халыҡтар килеп сыға башлай. Рим империяһын бүлеүгә ҡарай IV быуат аҙағында төбәк Көнсығыш Рим империяһы составына ингән һәм яңы халыҡтар даими рәүештә императорҙар менән көрәшкән. Тәүге тапҡыр үҙәк Европала килеп сыҡҡан төрки халыҡтар (һундар, болғарҙар, аварҙар) 395 йылға ҡарай уҡ Рим империяһының көсһөҙләнеүенә һәм ике дәүләткә тарҡалыуына (Көнбайыш Рим империяһы һәм Византия) килтергән. Рим империяһының Балҡан ярымутрауы өҫтөндәге күп йыллыҡ гегемонияһы ҡолатылған.
XV быуат башында Кесе Азиянан ғосман төрөктәре Балҡан ярымутрауына үтә башлаған. Византияны бөтөрөү һәм 1453 йылда Константинополдең ҡолауы, ҡеүәте даими рәүештә үҫкән Ғосман империяһына тулыһынса Балҡан ярымутрауын биләргә булышлыҡ иткән. Бында йәшәүсе халыҡтар мосолман төрөк империяһы составына ингән. Халыҡтарҙың сығышы, дине һәм милләте буйынса айырмалыҡтары Балҡандағы хәлде ҡатмарлаштырған[1][2].
Балҡан ярымутрауында йыш ҡына төрөк хакимлығына ҡаршы ихтилалдар булған, уларҙың күбеһе баш күтәреүселәрҙең еңелеүе менән тамамланған. Шуға ҡарамаҫтан XIX быуатта этнократик дәүләттә формалаша башлаған. Был процесс Төркиәнең көсһөҙләнеүендә ихтыяж итеүсе Рәсәй империяһы булышлығында барған. Һөҙөмтәлә XX быуат башына ҡарай Ғосман империяһы составынан Греция, Болгария, Сербия, Черногория сыҡҡандар, ә Румыния үҙенең вассаль буйһоноулығын сискән. Шуға ҡарамаҫтан теге йәки был халыҡ йәшәгән ерҙәр тура килеүсе дәүләт составына инмәгән. Мәҫәлән, күп һанлы болгарҙар һәм сербтар Македонияла йәшәгән, гректар Эгей диңгеҙенең утрауҙарында йәшәгән, Черногория менән сиктәш булған төрөк территорияларында бер ни тиклем черногорҙар йәшәгән[3]. Албандарҙың бөтөнәй үҙ дәүләте булмаған, шулайҙа Ғосман империяһының айырым виләйәттәре улар тарафынан тулыһынса төйәкләнгән[2].
Бөйөк державаларҙың сәйәсәте[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бөйөк державаларҙың Балҡан ярымутрауындағы үҙ-ара ҡаршылығы Болгария, Сербия, Греция һәм Черногорияның хәрби оборона союзы — Балҡан союзының барлыҡҡа килеүенә сәбәпсе була. Союз Рәсәй империяһы эгидаһы аҫтында ойошторолған һәм Австро-Венгрияға ҡаршы йүнәлтелгән булған, сөнки яңыраҡ тоҡанған Босния көрсөгө Балҡан ярымутрауында хәлдең тотороҡһоҙланыуына килтергән[4]. Әммә Балҡан союзы Ғосман империяһы менән дошманлаша башлаған. Сөнки көсһөҙләнә барған империяла күп һанлы болгарҙар, гректар һәм сербтар йәшәгән. Бынана башҡа болгар хөкүмәте Балҡан ярымутрауының барлыҡ көнсығыш өлөшөн үҙ эсенә алған Бөйөк (Целокупная) Болгария империяһын төҙөп, Болгарияның сиктәрен максималь рәүештә киңәйтергә теләгән. Сербтар үҙенә Көнбайыш Македонияны һәм Албанияны ҡушып Адриатик диңгеҙгә сығыу юлын алырға теләгән. Черногорҙар Адриатик диңгеҙендәге эре төрөк порттарын һәм Яңы Баҙар (Новопазар) санджагын биләргә ынтылған[4]. Гректарға, болгарҙар кеүек, үҙ илен сиктәрен максималь рәүештә киңәйтеү кәрәк булған. Һуңыраҡ, Беренсе донъя һуғышынан һуң баш ҡалаһы Константинополдә (Истанбулда) булған Византия империяһын тергеҙеү — Венизелостың бөйөк идеяһы барлыҡҡа килгән. Әммә союзда үҙ-ара ҡаршылыҡтарҙа булған. Мәҫәлән, Греция, Болгария һәм Сербия Македония өлкәһе, Греция һәм Болгария Фракия өлкәһе өсөн бәхәсләшкән. Союзға инмәгән Румынияның шулай уҡ Болгарияға үҙ территориаль дәғүәләре булған, ә Беренсе Балҡан һуғышы барышында был дәғүәләрҙе ул Болгарияға сәйәси баҫым өсөн файҙаланған[4][3][5].
Беренсе Балҡан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1912 йылдың 9 октябрендә рәсми рәүештә Беренсе Балҡан һуғышы башланған, әммә фактик рәүештә Черногория төрөк ғәскәрҙәре менән алыштарҙы 4 октябрҙә үк башлаған. Тәүге ике ай дауамында барған һуғышта Балҡан союзының хәрби көстәре бөтә йүнәлештәрҙә һөжүм алып барған. Македонияла Ғосман империяһының Көнбайыш (Македон) армияһы, ә Кыркларели янында — Көнсығыш армияһы тулыһынса тар-мар ителгән. Чаталджи нығытмалы һыҙығында һуҙылған алыштар, Эдирне һәм Шкодер ҡалаларын оҙайлы ҡамауҙар яҡтарҙы солох һөйләшеүҙәрен башларға мәжбүр иткән. Һөйләшеүҙәр Ғосман империяһында власты баҫып алған йәш төрөктәр тарафынан өҙөлгән. Империяның яңы хөкүмәте дәүләттең милли аҙсылыҡтарына тиҫкәре ҡарашта булған, шунлыҡтан улар төрөктәрҙе Балҡан ярымутрауында һуғышты дауам итергә һәм империя составына «боласы төбәктәрҙе» ҡайтарырға саҡырған[3]. 1913 йылдың 3 февралендә кисе сәғәт 7-лә хәрби хәрәкәттә йәнә башланған. Уның икенсе фазаһында Балҡан союзы Шкодер һәм Эдирне ҡалаларын бирелергә мәжбүр итә алған. Фронттың ҡалған участоктарында 30 майға ҡәҙәр позицион һуғыш барған. Шулай ҙа 30 майҙа йәш төрөктәр хөкүмәте Лондонда тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға ризалашҡан[4][3].
Лондон тыныслыҡ килешеүенә ярашлы, Ғосман империяһы үҙенең Европа биләмәләренең ҙур өлөшөн һәм Эгей диңгеҙендәге барлыҡ утрауҙарҙы юғалтҡан. Европа биләмәләренән төрөктәр ҡулында тик Истанбул һәм уның тирәһе тороп ҡалған. Албания бойондороҡһоҙлоҡ алған, әммә фактик рәүештә ул Австро-Венгрияның һәм Италияның протектораты булған.
Яңы дәүләттең төҙөлөүе Греция, Черногория һәм Сербияны ҡәнәғәтләндермәгән, улар албан ерҙәрен үҙ-ара бүлешергә теләгән. Бынан башҡа килешеү Ғосман империяһының элекке Европа биләмәләре буласаҡта нисек бүленеүен күҙалламаған. Балҡан союзының илдәре оккупацияланған территорияларҙы үҙаллы бүлергә тейеш булған. Был проблема тыуҙырған, сөнки Фракия менән Македония өлкәләре Беренсе Балҡан һуғышы тамамланған һуң уҡ союздаштар өсөн бәхәсле территориялар булып киткән. Был төбәктәрҙә хәл даими рәүештә киҫкенләшкән, Македония өлкәһе бәхәсле демаркация һыҙығы менән Греция, Болгария һәм Сербия араһында бүленгән[3]. Дәүләттәрҙең яңы сиктәре билдәләнмәгән булып ҡалған[4].
Икенсе Балҡан һуғышы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1913 йылдың июнендә Икенсе Балҡан һуғышы башланған. Болгария, Сербия, Греция, Черногория бик аҙ ғына союздаш булғандар һәм бөтәһен дә ҡәнәғәтләндергән «төрөк мираҫын» бүлеү тураһында килешә алмағандар. Был ваҡытта Болгарияға ҡаршы коалиция төҙөлгән, ул Сербия, Черногория, Грецияны һәм уларҙың «тарихи дошманы» — Ғосман империяһын берләштергән. Союздаштар иҫәбендә был юлы Румыния булғаг. Коалицияла ҡатнашыусылар киң райондарҙы яулаған Болгариянан үҙ файҙаһына территорияларҙы биреүҙе талап иткән. Болгария батшаһы Фердинанд I һәм уның хөкүмәте, Германия империяһы һәм Австро-Венгрияның дипломатик хуплауына таянып, быға ҡаршы булған.
1913 йылдың 29 июнендә Болгария ғәскәрҙәре беренсе булып Греция һәм Сербия позицияларына һөжүм иткән. Хәрби низағҡа тиҙ генә күрше илдәр ҡушылған. Болгария оҙаҡ ҡаршылыҡ күрһәтә алмаған һәм 29 июлдә капитуляциялаған. Тиҙҙән Бухарест тынысылыҡ килешеүе төҙөлгән, уға ярашлы Болгария төньяҡта, көнбайышта һәм көньяҡта ҙур территорияларын юғалтҡан.
Ике һуғыштың һөҙөмтәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ғосман империяһы үҙенең Европа биләмәләренең ҙур өлөшөн юғалтҡан. Албания бойондороҡһоҙлоҡ алған. Болгария, Сербия, Греция һәм Румыния үҙ территорияларын киңәйткән. Был һуғыштар 240 меңдән ашыу кеше ғүмерен өҙгән.
Донъя һуғышының тәүтарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бухарест тыныслыҡ килешеүе Балҡан ярымыутрауында сәйәси хәлде ҡәтғи үҙгәрткән. Балҡан союзының тулыһынса тарҡалыуын Германия империяһы һәм Австро-Венгрия хуплаған. Болгария батшаһы Фердинанд I һуғыштың былай тамамланыуы менән ҡәнәғәт булмаған. Раҫлауҙар буйынса килешеүгә ҡул ҡуйғандан һуң ул «Ma vengeance sera terrible» тигән фразаны әйткән. Үҙ сиратында Икенсе Балҡан һуғышында Сербия короллеге Рәсәй империяһының ярҙамын юғалтҡан, әммә күпкә көсәйгән. Австро-Венгрия үҙ сиктәрендә көслө дәүләт барлыҡҡа килеүенән хәүефләнгән, сөнки һуғышта Болгария менән Ғосман империяһы һуғышта еңелгәндән һуң Сербия короллеге Балҡан ярымутрауында иң көслө держава була алған. Шулай уҡ Австрия тажының Воеводина өлкәһендә күп һанлы сербтар йәшәгән. Воеводинаның айырылыуынан, ә артабан империяның тулыһынса тарҡалыуынан хәүефләнеп, Австро-Венгрия хөкүмәтесербтар һуғыш иғлан итеү өсөн сәбәп эҙләгән[4][3][6][7].
Шул уҡ ваҡытта Сербия үҙе радикалләштерелгән. Бер үк ваҡытта ике һуғыштар һәм дәүләттең ҡапыл көсәйеүе милли күтәрелеш тыуҙырған. 1913 йылдың аҙағында серб ғәскәрҙәре Албанияның бер өлөшөн оккупацияларған маташҡан, һөҙөмтәлә Албания көрсөгө башланған, ул Сербия ғәскәрҙәрен яңы барлыҡҡа килгән дәүләттән сығарыу менән тамамланған[3]. Бер үк ваҡытта серб контрразведкаһы ҡурсаулығы аҫтында һуғыштар барышында «Ҡара ҡул» төркөмө ойошҡан, ул барлыҡ тиерлек власть органдарын контролдә тотҡан[8].
«Млада Босна» булараҡ билдәле булған төркөмдөң бер өлөшө[8], Боснияла эшмәкәрлек иткән һәм үҙ алдынды уны Австро-Венгриянан айырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған[7]. 1914 йылда «Ҡара ҡул» булышлығында Сараевола Австро-Венгрияның крон-принцы үлтерелгән[8]. Һөҙөмтәлә Австро-Венгрия Сербияға ультиматум ебәрә, уның артынан Беренсе донъя һуғышы башланған[3].
Реваншты көткән Болгария яңы һуғышта Австро-Венгрия һәм Германия яғына сыҡҡан. Уның хөкүмәте дәүләтте 1913 йылдың майындағы сиктәрҙә тергеҙергә теләгән, бының өсөн йәнә Сербияны еңер кәрәк булған. Башланған донъя һуғышы ике Балҡан һуғыштары менән сағыштырғанда Балҡан ярымутрауында күпкә ҙурыраҡ үҙгәрештәргә килтергән. Шулай итеп Икенсе Балҡан һуғышы алыҫҡа алға китеүсе эҙемтәләргә эйә булған[4][3].
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Жогов П. В. Дипломатия Германии и Австро-Венгрии и первая балканская война. — М.: Наука, 1969.
- ↑ 2,0 2,1 Задохин А., Низовский А. Пороховой погреб Европы. — М.: Вече, 2000. — ISBN 5–7838–0719–2.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 3,6 3,7 3,8 Рябинин А. Малые войны первой половины XX века. Балканы. — М.: ACT, 2003. — 5000 экз. — ISBN 5–17–019625–3.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
билдәһе дөрөҫ түгел;one
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ Влахов Т. Отношения между България и централните сили по време на войните 1912—1918 г. — София, 1957.
- ↑ Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
билдәһе дөрөҫ түгел;washington
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 7,0 7,1 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
билдәһе дөрөҫ түгел;pmv
төшөрмәләре өсөн текст юҡ - ↑ 8,0 8,1 8,2 Өҙөмтә хатаһы:
<ref>
билдәһе дөрөҫ түгел;bosna
төшөрмәләре өсөн текст юҡ
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Histoire du peuple serbe. — Lausanne: L’Age d’Homme.
- Crampton R. J. The hollow detente: Anglo-German relations in the Balkans, 1911-1914. — G. Prior, 1980. — ISBN 978-0-391-02159-4.
- Helmreich Ernst Christian. The Diplomacy of the Balkan Wars, 1912-1913. — Harvard University Press, 1938.
- Jelavich Barbara. History of the Balkans: Twentieth Century. — Cambridge University Press, 1983. — Vol. 2.
- Rossos Andrew. Russia and the Balkans: inter-Balkan rivalries and Russian foreign policy, 1908-1914. — University of Toronto Press, 1981.
- Schurman Jacob Gould. The Balkan Wars 1912–1913. — 1st. — Princeton University, 1914.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Троцкий Л. Д. Перед историческим рубежом. Балканы и Балканские войны
- Jacob Gould Schurman. The Balkan Wars: 1912—1913 / 3rd edition. (1916)
- Balkan Wars from a Turkish perspective
- Richard C. Hall. Balkan Wars 1912—1913 // International Encyclopedia of the First World War