Үлемһеҙ полк

«Үлемһеҙ полк» («Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт гражданлыҡ-патриотик хәрәкәте; рус. Общероссийское общественное гражданско-патриотическое движение «Бессмертный полк России») — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл хеҙмәтсәндәре, шулай уҡ нацизмды еңгән батырҙар тураһында иҫтәлекте һаҡлау буйынса халыҡ-ара йәмәғәт граждан-патриотик хәрәкәте[1]. Йыл һайын Еңеү көнөндә ҡатнашыусылар колонналар менән ҡала урамдары буйлап үҙҙәренең туғандары — армия һәм флот ветерандары, партизандар, подпольщиктар, ҡаршылыҡ яугирҙары, тыл хеҙмәтсәндәре, концлагерҙар тотҡондары, блокадала булыусылар, һуғыш балаларының фотографияларын тотоп үтә[2] — һәм улар тураһындағы ғаилә тарихын Халыҡ йылъяҙмаһына яҙа[3]. «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт гражданлыҡ-патриотик хәрәкәте 2023 йылдың майында үҙенең яңы эмблемаһын Роспатентта теркәй, ул 2033 йылға тиклем ғәмәлдә. Логотипты тауарҙарҙың киң ассортиментын етешттергәндә файҙаланырға мөмкин[4].

Тарих башы

«Үлемһеҙ полк» акцияһы барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк СССР-ҙың күп ҡалаларында бындай акциялар үткәрелә. Мәҫәлән, 1965 йылда Новосибирскиҙың 121-се мәктәбе уҡыусылары ветерандарҙың фотолары менән ҡала урамдары буйлап үтә[5]. 1981 йылда Ростов өлкәһендәге Тацинская станицаһында Революция Көрәшселәре майҙанында тантаналы митинг була, уға халыҡ үҙҙәренең фронтовиктарының портреттарын тотоп килә[6]. 1985 йылда Пермь өлкәһенең Соликамск ҡалаһында туғандары урам буйлап ветерандарҙың фотоларын тотоп үтә. Липецк өлкәһендәге Конь-Колодезь ауылында 1985 йылдан алып йыл һайын уҡыусылар үҙәк ленин урамынан Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары фотолары менән уҙа.

Яңы тарих

Советтарҙан һуңғы йылдарҙа бындай саралар Рәсәйҙә генә түгел, башҡа дәүләттәрҙә лә уҙа. 2006 йылда Ухтала Еңеү көнөндә үҫмерҙәр мәңгелек үтҡа һалдаттарҙың портретын килтерә. 2004—2006 йылдарҙа марштар Кузбасста (Новокузнецк һәм Прокопьевск ҡалаларында), 2007 йылда Төмәндә үтә.

2007 йылдың 8 майында «Тюменские известия» гәзитендә эске эштәр ветерандарының өлкә советы рәйесе Геннадий Иванов яҡташтарын Еңеү көнөндә црамға фронтовик туғандарының портреттарын тотоп сығырға саҡыра[7]. Төмән башланғысын Рәсәйҙең башҡа төбәктәре лә күтәре ала, ике йылдан һуң «Еңеүселәр парады» Рәсәй Федерацияһының 20 муниципаль берәмегендә үтә.

2009 йылда «Еңеүселәр парады» Ҡазанда, Кемеровола, Новосибирскиҙа һәм башҡа төбәктәрҙә уҙа. «Заменим вас в строю!» тип аталған вариҫтар маршы 2009 йылда Севастополдә ойошторола.

2010 йылда ветерандарҙың фотолары менән марш Поклонная тауында үткәрелә.

2013 йылда акция Рәсәйҙең 120 ҡалаһы һәм ауылында ойошторола[8]. 2014 йылда «Үлемһеҙ полк» донъяның 7 илендә 500 ҡалала уҙа[8].

2024 йылдың декабрендә, 2025 йылда, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 80 йыллығын байрам иткәндә "Үлемһеҙ полк"тың «Беларусь иҫләй» маршы менән бергә үтәсәге билдәле була[9].

Йәмәғәт хәрәкәте

2015 йылдың 9 майында «Үлемһеҙ полк» акцияһы Еңеүҙең 70 йыллығына арналған хәрби парадтан һуң Ҡыҙыл майҙандан үтә[10]. Унда 500 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡатнаша, ул үҙенең фронтовик атаһының портретын тотоп атлай. Колонна Белорус майҙанынан Кремлгә тиклем бара һәм хәрәкәтен Мәскәү йылғаһы ярында тамамалай[11].

2015 йылдан башлап «Үлемһеҙ полк» акцияһы Рәсәйҙә һәм сит илдә Еңеү көнөн байрам итеүҙең мөһим элементы булып тора. 2015 йылда «Үлемһеҙ полк» 17 илдә үтһә, 2016 йылда — 42 илдә[12].

2015 йылда граждандар инициативаһы буйынса «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт граждан-патриотик хәрәкәт ойошторола, уға 89 төбәк ойошмаһы һәм 200-ҙән ашыу халыҡ-ара координатор инә[13].

Ойошманың төп бурысы — Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының ҡаһарманлығын мәңгеләштереү, халыҡтың фиҙаҡәрлеге һәм ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙә һаҡлау, ата-олатайҙарҙың ҡаһарманлыҡ тәжрибәһен аңлау, быуындар бәйләнешен тергеҙеү.

«Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» дөйөм Рәсәй йәмәғәт граждан-патриотик хәрәкәте Үҙәк штабының тәүге рәйестәштәренең береһе СССР-ҙың халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы Василий Лановой була[14][15].

Акция үткән илдәр

«Үлемһеҙ полк» акцияһы 80 дәүләттә үтә:

2019 йылдың 6 майында «Үлемһеҙ полк» акцияһы беернсе тапҡыр Аляскала Анкоридж ҡалаһында үтә. Маршта 100 самаһы кеше ҡатнаша[18].

2020 һәм 2021 йылдарҙағы акциялар форматының үҙенсәлектәре

2020 йылдың 9 майында, тажзәхмәт инфекцияһы пандемияһына бәйле, Рәсәйҙә «Үлемһеҙ полк» акцияһы үткәрелмәй. Уның урынына онлайн-акция үтә: теләгән кеше ветерандың фотоһын һәм уның тураһындағы мәғлүмәттәрҙе махсус сайтҡа урынлаштыра ала[19]. Барлығы 2,7 млн самаһы заявка килә[20]. Трансляция Еңеү көнөндә башлана һәм 20 көн дауам итә, уны бөтә донъянан 25 миллион тирәһе кеше ҡарай[21].

«Үлемһеҙ полк» акцияһы шулай уҡ испанияла һәм Андоррала ла онлайн-режимда ойошторола[22].

2021 йылда ла «Үлемһеҙ полк» онлайн-форматта үтә. Әммә 2020 йылдан айырмалы, һәр төбәк кешеһе сафта үҙенең яҡташын күреп ҡалһын өсөн, трансляция РФ субъекттары буйынса айырым алып барыла һәм бер көндә тамамлана[23].

2022 йыл маршы һәм саралары

2022 йыл башына тажзәхмәт пандемияһы кәмей башлай, һөҙөмтәлә маршты үткәрергә рөхсәт ителә[24]. Был юлы ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре портреттары менән бер рәттән Украинала барған махсус хәрби операция барышында һәләк булған яугирҙарҙың фотоларын да алып сыға[24].

2022 йылда «Үлемһеҙ полк» хәрәкәте донъяның 90 илендә[25], шул иҫәптән Венесуэлала беренсе тапҡыр ойошторола. Гитлерға ҡаршы коалиция буйынса СССР союздаштары АҠШ һәм Бөйөк Британия, шулай уҡ Ирландия үҙ территорияһында сараны үткәреүҙе тыя[26].

2023 йыл саралары

2023 йылда хәүефһеҙлек күҙлегенән күмәк кеше ҡатнашҡан саралар үткәрмәҫкә ҡарар ителә. Представители центрального штаба Общероссийского общественного движения «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең үҙәк штабы вәкилдәре башҡа форматтар ҡулланырға тәҡдим итә. Батырҙар Еңеү көнө дауамында беҙҙең арала булһын өсөн еңеүселәрҙең балалары, ейәндәре һәм бүләләре үҙҙәренең батырҙары портреттарын шәхси, хеҙмәт һәм йәмәғәт транспортына, майкаларға, футболкаларға, фатир тәҙрәләренә, бейдждарға урынлаштыра.

Рәсәйҙең күпселек ҡалаларында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың портреттары менән авто- һәм мотоуҙыштар, һыу һәм һауа парадтары уҙа. Мәҫәлән, Волгоградта «Үлемһеҙ полк йылғаһы» акцияһы ойошторола — Волга буйлап Сталинград алышының 150 ҡатнашыусыһы фотолары ҡуйылған телоходтар эскадраһы үтә. Үлемһеҙ полк тарихында беренсе тапҡыр бынан 80 йыл элек фашистар аша сығырға ынтылған Волга йылғаһы акваторияһы һәм йылға трамвайҙары файҙаланыла.

Үлемһеҙ полк символикаһы төшөрөлгән алты «Як» һәм бер «Ан-2» самолеттары Нижневартовск, Мегион, Лангепас, Сорғот, Нефтеюганск, Ханты-Мансийск күгенән «йондоҙ» һәм «пеленг» сафында, борттарында Бөйөк Ватан һуғышы батырҙарының, хәбәрһеҙ юғалғандарҙың, һәләк булғандарҙың, Еңеү менән ҡайтҡандарҙың мең ярым портреты менән осоп үтә[27].

2024 йыл саралары

23 апрелдә «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең үҙәк штабы рәйестәше һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Елена Цунаева, 2024 йылда хәүефһеҙлек күҙлегенән «Үлемһеҙ полк» маршы үткәрелмәйәсәк, тип белдерә[28].

Үлемһеҙ полк акцияһы 2024 йылдың 1-12 майында яңы форматта уҙғарыла. Еңеүселәрҙең балалары, ейәндәре һәм бүләләре үҙҙәренең батырҙарының портреттарын дөйөм белем биреү учреждениеларында, предприятиеларҙы, мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаларында «Хәтер диуарына» урынлаштыра, шәхси һәм хеҙмәт, йәмәғәт транспортында, шул иҫәптән һыу һәм һауа судноларында, елкәнле регаттарҙа ҡуя. Бөтә ил буйынса социаль селтәрҙәрҙе ҡулланыусылар аватарҙарына ветерандарҙың, шул иҫәптән махсус хәрби операция ветерандары портреттарын ҡуя, уларҙың ҡаһарманлығы тураһында #нашБессмертныйполк хэштегын ҡуйып, постар яҙа.

2024 йылда Халыҡ-ара «Үлемһеҙ полк» акциялары шулай уҡ донъяның 115 илендә үтә.

Иҫкәрмәләр

  1. Бессмертный полк - официальный сайт движения. polkrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2024.
  2. И. Огилько. На "Бессмертный полк онлайн" зарегистрировались более 150 тысяч участников. Российская газета (30 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2020. Архивировано 19 сентябрь 2020 года.
  3. Найти солдата по фамилии на сайте Бессмертный полк. polkrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2024.
  4. «Бессмертный полк» зарегистрировал эмблему, под которой пройдет акция 9 Мая
  5. Акция «Бессмертный полк» родилась 49 лет назад в Новосибирске, а не в Томске 2015 йылдың 18 май көнөндә архивланған. // «Академия новостей».
  6. АиФ- Ростов. Бессмертный полк. Впервые портреты фронтовиков пронесли на Дону в 1981-м. www.rostov.aif.ru (17 август 2016). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 апрель 2019. Архивировано 2 май 2019 года.
  7. Семейный альбом — Парламентская газета «Тюменские известия». old.t-i.ru (8 май 2007). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ноябрь 2024.
  8. 1 2 Ирландия присоединится к всероссийской акции «Бессмертный полк». // ТАСС (4 апрель 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 апрель 2015. Архивировано 7 апрель 2015 года.
  9. "Бессмертный полк" в 2025 году пройдет вместе с шествиями "Беларусь помнит". 6 декабрь 2024 тикшерелгән.
  10. Акцию «Бессмертный полк» в Москве хотят провести на Красной площади Архивная копия от 17 ғинуар 2019 на Wayback Machine // ИА REGNUM. 30 Марта 2015.
  11. Вести-Москва. 9 Мая по столице пройдёт «Бессмертный полк». // Вести.Ru (7 май 2015). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 май 2015. Архивировано 18 май 2015 года.
  12. Бессмертный полк в мире. polkrf.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 октябрь 2024.
  13. Более 1 млн человек собрала акция "Бессмертный полк" в Санкт-Петербурге. ТАСС. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2019. Архивировано 11 май 2019 года.
  14. Банк России выпускает в обращение памятные монеты из драгоценных и недрагоценного металлов. cbr.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2021-6-3. Архивировано 3 июнь 2021 года.
  15. [1]
  16. Бельгия – Immortal Regiment of the World (Бессмертный полк мира йылдан). Immortal Regiment of the World (Бессмертный полк мира йылдан). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 ноябрь 2018. Архивировано 25 август 2018 года.
  17. В Ашхабаде прошло шествие «Бессмертного полка». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 май 2021. Архивировано 8 май 2021 года.
  18. "Бессмертный полк" впервые состоялся на Аляске. ТАСС (6 май 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2019. Архивировано 6 май 2019 года.
  19. Е. Слободян. Как стать участником акции «Бессмертный полк онлайн»? Аргументы и Факты (28 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2020. Архивировано 28 апрель 2020 года.
  20. Я. Костенко. Герои в нашем сердце: как проходит онлайн-шествие «Бессмертного полка». Известия (9 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 9 май 2020. Архивировано 10 май 2020 года.
  21. И. Огилько. Завершился марш "Бессмертного полка онлайн". Российская Газета (29 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 май 2020. Архивировано 27 ноябрь 2020 года.
  22. В Испании и Андорре пройдет «Бессмертный полк онлайн». Известия (2 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 май 2020. Архивировано 4 май 2020 года.
  23. "Бессмертный полк" 9 мая пройдет в онлайн-формате. Организаторы планируют провести акцию в традиционном формате 24 июня. ТАСС (19 апрель 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2021. Архивировано 19 апрель 2021 года.
  24. 1 2 М. Лисицына. В «Бессмертном полку» предложили нести фото погибших на Украине военных. РБК (22 апрель 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 апрель 2022. Архивировано 22 апрель 2022 года.
  25. Шествие "Бессмертного полка" пройдет в 88 странах. Вести.ру (6 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 май 2022. Архивировано 6 май 2022 года.
  26. США и Великобритания запретили проведение "Бессмертного полка". РИА Новости (28 апрель 2022). — ещё сообщалось о запрете в Казахстане, но это ошибка: просто шествие там пройдёт под другим названием. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 апрель 2022. Архивировано 28 апрель 2022 года.
  27. Акция "Бессмертный полк" в России 9 Мая пройдет в смешанном формате. ТАСС (18 апрель 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 апрель 2023.
  28. Парады и шествия "Бессмертного полка" не будут проводить в шести субъектах России - Родина. 19 апрель 2024 тикшерелгән.

Тема буйынса өҫтәмә

Категориялар