Еңеү диктанты
Еңеү диктанты (рус. Диктант Победы) — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙе байрам итеүгә арналған халыҡ-ара мәғариф һәм патриотик сара. Ул «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Тарихи хәтер» проекты сиктәрендә 2019 йылдан алып уҙғарыла[1].
Акцияның партнерҙары — Рәсәй тарихи йәмғиәте, Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте, «Еңеү ирекмәндәре» хәрәкәте, шулай уҡ министрлыҡтар, ведомстволар, дәүләткә ҡарамаған һәм йәмәғәт ойошмалары, дәүләт корпорациялары. Хоҡуҡ һаҡлау органдары: Оборона министрлығы, Милли гвардия, Эске эштәр, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтары әүҙем ҡатнаша.
Тарихы
Еңеү диктанты тәүге тапҡыр 2019 йылдың 7 майында уҙа. Ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығын байрам итеүгә арнала. Уның маҡсаты — Рәсәйҙең һәм башҡа илдәр халыҡтарының Рәсәйҙең хәрби тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын арттырыу[2].
Диктант 23 сит илдә һәм Рәсәйҙең 85 төбәгендә 1300 майҙансыҡта уҙа. Унда 9 йәштән 90 йәшкә тиклем 105 819 кеше ҡатнаша[3].
Шунан һуң Еңеү диктантын йыл һайын уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
2020 йылда коронавирус пандемияһы һәм яҙғы карантин арҡаһында диктант 3 сентябргә күсерелә.
2021 йылда сара 29 апрелдә уҙҙы.
2022 йылда Еңеү диктантын 3 сентябрҙә яҙалар.
2023 йылда сара 27 апрелдә үтте, унда Рәсәй Федерацияһының 89 төбәгенән һәм 46 сит илдән 1,8 миллиондан ашыу кеше ҡатнаша. Уны 923 мең ҡатнашыусы 21 меңдән ашыу сайтта шәхсән яҙа.
2024 йылда акция берҙәм көндә — 26 апрелдә уҙа. Унда диктантпобеды.рф сайтында, шулай уҡ Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә һәм 61 сит илдә 28 мең урында ҡатнашырға мөмкин була[4][5]. Оборона министрлығының, Рәсәй милли гвардияһының, Эске эштәр министрлығының, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының хәрби частарында, дивизияларында, белем биреү учреждениеларында мең ярымдан ашыу майҙансыҡ ойошторола. Шулай уҡ аэропорттарҙа, пассажир ташыусы самолеттарҙа, тимер юл вокзалдарында, алыҫ араға йөрөүсе поездарҙа һорауҙарға яуап биреү мөмкинлеге тыуҙырыла.
«Был акцияның төп бурысы — быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында, Ҡыҙыл Армияның һәм Советтар Союзының нацистик Германияны тар-мар итеүҙә хәл иткес роле тураһында дөрөҫлөктө һаҡлау. Бөгөн үткән йылдарҙағы ваҡиғаларҙы белеп ҡоралланған һәм олатайҙары, ҡарт олатайҙары өлгөһөнә эйәреп, ҡулдарына ҡорал тотоп, илебеҙҙе неонацистик яуызлыҡтан һаҡлаған тиҫтәләрсә мең Рәсәй һалдаты һәм офицеры Тыуған илебеҙҙең сиктәрен һаҡлай. Битараф булмаған бик күп Рәсәй гражданы фронтҡа ярҙам итә. Һәм был йәһәттән „Еңеү диктанты“ тәрбиәүи генә түгел, ә күләмле гражданлыҡ акцияһы ла — илебеҙ яҙмышына бәйлелекте, ҡатнашлыҡты белдереү һәм һыҙыҡ өҫтөнә алыу алымдарының береһе», — ти Рәсәй тарихи йәмғиәте рәйесе Сергей Нарышкин[6].
2025 йылдың 25 апрелендә Еңеү диктанты Рәсәйҙең 35 мең майҙансығында һәм донъяның 90-дан ашыу илендә уҙа[7]. Тарихи тестҡа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында 25 һорау инә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, еңеүселәр дипломдар, ҡиммәтле бүләктәр алған, шулай уҡ 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы уңайынан Еңеү парадын ҡарау мөмкинлегенә эйә булған[8]. Курск өлкәһе хөкүмәте диктантта 94 йәшлек хәрби хеҙмәт ветераны, летчик, тыл хеҙмәтсәне Виктор Шатохиндың ҡатнашыуы тураһында хәбәр итә[9].
Диктант һорауҙары
Еңеү диктанты ике варианттан тора һәм һәр береһе 25-әр һорауҙан тора. Яуап биреү ваҡыты — 45 минут.
Һорауҙар төрлө характерҙа: текста төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе яҙырға, һуғышҡа арналған поэманың авторын әйтергә, бирелгән өҙөктән сығып, ҡаланы, ваҡиғаны, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусының исемен әйтергә кәрәк. Ҡайһы бер һорауҙар Бөйөк Ватан һуғышына арналған нәфис фильмдарға, һәйкәлдәргә бәйле. Сит илдә диктантҡа урындағы ваҡиғаларға бәйләнеше булған һорауҙар индерелергә мөмкин. Белем һынауына алдан әҙерләнеү өсөн онлайн теркәлергә һәм акция сайтында урынлаштырылған диктант төҙөүселәрҙең күнекмә тестарын үтергә кәрәк[10]. Ойоштороусылар әҙерләнеү өсөн Рәсәй тарих йәмғиәте материалдарын ҡулланырға кәңәш итә.
Эштәр тураһында тест үткәрелгән көндә генә билдәле була. Мәҫәлән, һорауҙар 2023 йылда Сталинград һәм Курск алыштарына, Нюрнберг процесына, Донбассты азат итеүгә, Ленинград блокадаһын өҙөүгә бәйле төҙөлә.
2024 йылда диктант биремдәре Ленинградты тулыһынса азат итеүгә, совет ғәскәрҙәренең СССР сиктәрен үтеүгә 80 йыл тулыуға, фронтовик-яҙыусыларҙың юбилейҙарына һәм башҡа иҫтәлекле даталарға арнала[11][12]. Һорауҙар 8 телгә: инглиз, француз, испан, поляк, серб, монгол, ҡытай һәм грек телдәренә тәржемә ителгән[4]. 25 һорауҙы Рәсәй тарихи йәмғиәте һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте белгестәре әҙерләгән. Шуларҙың 20-һе — дөйөм хәрби-тарихи темаларға һәм бишәүһе төбәк темаларына арналған[13].
Ҡатнашыу шарттары
Еңеү диктанты шәхсән (сара уҙғарылған урындарҙа) һәм онлайн уҙғарыла.
Диктантта йәшенә һәм гражданлығына ҡарамайынса теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Ситтән тороп ҡатнашыу өсөн сараның рәсми сайтында шәхси кабинетта теркәлергә һәм теркәлгәндә исем-шәрифеңде, тыуған көнөңдө һәм йәшәгән урыныңды күрһәтергә кәрәк. Шунан һуң SMS-раҫлау килә.
Тестты онлайн яҙғанда һөҙөмтә сайтта шәхси кабинетта шунда уҡ күренә. Шулай уҡ шәхси кабинетта ҡатнашыусыларҙың һәм еңеүселәрҙең дипломдарын күсереп алыу мөмкинлеге бар.
Еңеү диктантының төбәк майҙансыҡтарында ҡатнашыусыларға шәхсән идентификация номерҙары бирелә. Һөҙөмтәне белеү өсөн 13 урынлы һандар кәрәк. Улар бланктар менән бергә сайтта яҙылған көндә бирелә[14].
Төбәк майҙансыҡтарында шәхсән тест үткәреүҙә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән һәм иң күп балл йыйған абитуриенттар юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл ала[15].
Почта маркаһы
2024 йылдың 26 апрелендә Еңеү диктантына арналған почта маркаһы әйләнешенә сыға. Унда тарихи-белем биреү кампанияһының эмблемаһы төшөрөлгән. Өҫтәмә рәүештә беренсе көн конверттары сығарыла[16].
Өҫтәлмә мәғлүмәт
2023 йылдан «Еңеү диктанты» акцияһы барышында «Еңеү раллиһы» уҙғарыла[17].
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районында «Еңеү диктанты»[18]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Диктант Победы. Единая Россия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ Анастасия Сивякова. Как принять участие в «Диктанте Победы» 26 апреля и где пройдет тестирование. РИАМО (18 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ «Диктант Победы». Добро.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ 1 2 «Диктант Победы» напишут в 58 странах мира. Россотрудничество (17 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ Игорь Геращенко, Александр Хинштейн. Диктант Победы 2024: дата проведения, ответы на вопросы, официальный сайт, сертификат, регистрация, тема, результаты. 22 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ 61 страна, 28 тысяч площадок: «Единая Россия» в шестой раз провела «Диктант Победы». Единая Россия (26 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2024.
- ↑ В Белоруссии больше тысячи человек зарегистрировались на "Диктант Победы" (24.04.2025). 24 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Диктант Победы» стартовал в 90 странах мира. Новости. Первый канал (билдәһеҙ) (25 апрель 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 апрель 2025.
- ↑ В Курской области 94-летний ветеран принял участие в "Диктанте Победы" (25.04.2025). 25 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ Диктант Победы – 2024. Российская государственная детская библиотека (22 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ "Диктант Победы" пишут на центральной площадке в Музее Победы в Москве - Российская газета (26 апрель 2024). 27 апрель 2024 тикшерелгән.
- ↑ Акция "Диктант Победы". Моро-Орловская средняя общеобразовательная школа (18 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ Михаил Дорофеев. Состоялась VI Международная историко-просветительская акция «Диктант Победы». Российское историческое общество (26 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 апрель 2024.
- ↑ Как принять участие в «Диктанте Победы» 26 апреля и где пройдет тестирование. РИАМО (18 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ 26 апреля 2024 года состоится ежегодная Международная просветительско-патриотическая акция «Диктант Победы». Российское историческое общество (16 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2024.
- ↑ 26 апреля в почтовое обращение вышла марка, посвящённая Международной историко-просветительской акции «Диктант Победы». rusmarka.ru (26 апрель 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2024.
- ↑ «Единая Россия» провела «Автопробег Победы» в Москве, Нижнем Новгороде и Севастополе (25 апрель 2024). 10 апрель 2025 тикшерелгән.
- ↑ «Еңеү диктанты»