Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы
Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы | |
---|---|
татар. Гази Казыйхан улы Заһидов | |
![]() | |
Тыуған көнө | 20 август 1921 |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ы[1] Янағош ауылы |
Вафат булған көнө | 23 август 1953 (32 йәш) |
Вафат булған урыны | Башҡорт АССР-ы Мишкә районы Янағош ауылы |
Хеҙмәт иткән урыны |
![]() |
Хеҙмәт итеү йылдары | 1940—1945 |
Хәрби звание | |
Хәрби алыш/һуғыштар | Бөйөк Ватан һуғышы |
Награда һәм премиялар | |
Отставкала | колхоз рәйесе; Уръяҙы МТС-ы механигы |
Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы (20 август 1921 йыл — 23 август 1953 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, артиллерия бригадаһы разведчигы, өлкән сержант.
1945 йылдың 30 апрелендә сәғәт төнгө 11 тула 20 минутта гвардия капитаны Владимир Николаевич Маков командалығында беренселәрҙән булып Берлинда Рейхстаг бинаһына Ҡыҙыл байраҡ ҡаҙай[2][3][4]. Заһитовтың күкрәгенән дошман пуляһы үтәнән-үтә сыға, әммә ул алышыуын дауам итә[5][2][3]
Биографияһы
Ғазый Ҡазыхан улы Заһитов 1921 йылдың 20 авгусында Башҡорт АССР-ы Янағош ауылында[1] тыуа. Татар[6]. РККА сафына 1940 йылдың 19 октябрендә Бөрө медицина училищеһының өсөнсө курсынан саҡырыла. Һуғыш ваҡытында кесе офицерҙар курсын тамамлай. Сержант Заһитов 3-сө удар армияның 79-сы уҡсылар корпусы 136-сы армия пушка артиллерия бригадаһының разведкаһы сафында Берлинғаса барып етә.
1945 йылдың 27 апрелендә корпус составында Рейхстагты алыу һәм уға Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙау өсөн штурм төркөмдәре төҙөлә. Уларҙың 25 ирекмәндән торған берһе менән капитан В. Н. Маков етәкселек итә. Төркөм капитан С. А. Неустроев батальоны менән берлектә эш итә. 28 апрель кисенә ғәскәр Моабит районы яғынан Шпрее йылғаһы аша Мольтке күперенән (хәҙер Вилли-Брандт-штрассе) рейхстагтың төньяҡ-көнбайыш яғына сыға. Заһитов В. Н. Маков төркөмөндәге өлкән сержанттар Михаил Петрович Минин, Александр Филиппович Лисименко, сержант Алексей Петрович Бобров менән рейхстаг бинаһына инә. Дошман күҙенә салынмай ғына улар ябыҡ ишекте таба һәм уны бүрәнә менән бәреп аса. Сарҙаҡҡа менеп, тәҙрә аша бина фронтонының көнбайыш (парад) фронтоны түбәһенә менеп, Еңеү алиһәһе скульптураһының тажындағы тишеккә байраҡты беркетә[3][7].
М. П. Минин былай тип хәтерләй:
![]() |
Алдан, фонарик тотҡан Гия Заһитов йүгерә. Ул ярым емерек баҫҡыста юл яҡтырта. Барлыҡ юлдарҙы һәм коридорҙарҙы беҙ граната ташлап һәм автомат очередтары биреп таҙарттыҡ…
Саҙаҡҡа етер алдынан мин стенанан метр ярымлыҡ йоға торбаны тартып алып, юл ыңғайы һап әҙерләнем. Иркен сарҙаҡҡа еткәс проблема тыуҙы:нисек ҡыйыҡҡа сығырға. Тағы ла Заһитов ҡотҡарҙы: ул фонарик менән йөк ташыу сығырын һәм ике ҙур, өҫкә менеп киткән сылбырҙы яҡтыртты. Ошо сылбыр буйлап беҙ тәҙрә аша бинаның көнбайыш фронтоны өҫтөндәгн ҡыйығына сыҡтыҡ. Бында, ҡараңғыла саҡ күренгән башняға беҙ Заһитов менән Ҡыҙыл байраҡты беркетә башланыҡ. Ҡапыл ҡыйыҡта шартлаған снарядтың ялҡыны фонында Лисменко көндөҙ күргән ориентирыбыҙҙы - скульптура төркөмөн: бронза атты һәм таж кейгән ҡатын-ҡыҙ фигураһын күреп ҡала. Шунда уҡ байраҡты шунда беркетеү яҡшыраҡ булыр тип ҡарар иттек. Егеттәр мине снарядтар һәм миналар шартлауынан тетрәнгән аттың ҡойроҡ өҫтөнә ултыртты һәм мин бронза алпамышаның тажына байраҡты нығыттым… Ваҡытты билдәләнек. Урындағы ваҡыт менән 20 минуттан төнгө 11 тула ине.[8][9] |
![]() |
Төркөм Байраҡты 1 май таңына, иртәнге бишкә тиклем һаҡлай, һуңынан генерал Семен Никофорович Переверткин бойороғо буйынса Рейхстагты ҡалдыра[10][11].
136-сы артиллерия бригадаһы командованиеһы 1945 йылдың 1 майында тотош төркөмдө юғары хөкүмәт наградаһына — Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим итә. Әммә 1945 йылдың 18 майында улар Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана[3][12].
Һуғыштан һуң Ғазый Заһитов Башҡортостанға, тыуған ауылына ҡайта. Колхоз рәйесе, машина-трактор станцияһында механик булып эшләй[5]. Бик күп орден, шул иҫәптән Ҡыҙыл Байраҡ ордены, һәм миҙалдар менән наградлана.
1953 йылдың 23 авгусында автоһәләкәттә һәләк була[8].
Иғтибарға лайыҡ дәлил
1992 йылда СССР Халыҡ депутаттары съезының Даими Президиумы рәйесе итеп һайланған Сажи Умалатова 1997 йылда Г. Ҡ. Заһитовтың туғандарына Советтар Союзы Геройының Алтын Йондоҙон тапшыра, әммә был ваҡытҡа награда дәүләт статусын юғалтҡан була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (18.05.1945)[13][14]
- II дәрәжә Дан ордены (19.05.1945)[15]
- III дәрәжә Дан ордены (05.08.1944)[16]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1943)
Хәтер
- 2021 йылдың 20 авгусында Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылында Ғазый Заһитовҡа һәйкәл асыла[17].
- 2024 йылдың 9 майында Өфөнөң Еңеү паркында Ғазый Заһитовҡа һәйкәл асыла[18]
- Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан «Башҡортостан» ирекмән уҡсылар полкының штурм отряды Ғазый Заһитов исемен йөрөтә[19]
- Өфө ҡалаһында, Татарстандың Әлмәт ҡалаһында, Мишкә ауылында һәм тыуған ауылындағы урамдар Ғ. Заһитов исемен йөрөтә.
- Өфө ҡалаһындағы 65‑се татар гимназияһына Ғазый Заһитов исеме бирелгән[20].
- Тыуған ауылында Ғ. Заһитов исемендәге музей эшләй.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы
- ↑ 1 2 ЦАМО, ф. 136 АПАБр., оп. 1, д. 1, л. 1, 9, 12
- ↑ 1 2 3 4 Егоров и Кантария были не первыми // Аргументы и факты : газета. — 2003. — № 19 (1176) от 7 мая.
- ↑ Лев Корсунский. Сколько знамен у победы? // Русский базар : газета. — New York, 2002. — № 19 (315).
- ↑ 1 2 Дементьев, 2007
- ↑ Наградной лист (39/42)
- ↑ Мизеркин С. Неизвестные факты из истории Знамени Победы . Радио «Голос России» (5 май 2009). Архивировано 6 июнь 2012 года. 2016 йылдың 3 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 Ямской, 2006
- ↑ Статья:Знамя № 5
- ↑ Сапрыков, 2008, с. 29
- ↑ Минин, 2001, с. 221—223
- ↑ Николай Ямской. Знамя № 5. Рейхстаг бравшие, без вести пропавшие // Литературная газета : газета. — 2001. — № 19—20 (5833) 16-20 мая. Архивировано 21 декабрь 2012 года.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Был представлен к званию Героя Советского Союза.
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ В райцентре Мишкинского района открыли памятник славному сыну Башкортостана Гази Загитову. ИА «Башинформ», 20 августа 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 август 2021)
- ↑ В Башкирии открыли памятник Гази Загитову
- ↑ Кто такой Гази Загитов, которому установили памятник в Уфе?
- ↑ Муниципальное автономное общеобразовательное учреждение "Татарская гимназия № 65 имени Загитова Гази Казыхановича"
Әҙәбиәт
- Владимир Пискарев. Кто водрузил Знамя Победы над рейхстагом? // Гасырлар авазы — Эхо веков : журнал. — 1996. — № 1/2. — ISSN 2073-7483.
- Валерий Яременко. Кто поднял знамя над Рейхстагом? Героическая история и пропагандистский миф // Полит.ру : газета. — 2005. — № от 6 мая.
- Яременко В. Кто поднял знамя над Рейхстагом? // Псковская губернiя : газета. — 2005. — № 18 (11-17 мая). — С. 12-13.. — О группах, устанавливавших знамена на Рейхстаге, в том числе о группе капитана В. Макова, куда входил сержант М. Минин.
- Лев Сидоровский. Кто водрузил Знамя Победы? // Невское время : газета. — 2007. — № от 28 апреля.
- А. Г. Красников и др. Не Иваны ли мы, не помнящие родства? Ветераны труда и воинской службы г. Пскова требуют от властей достойного увековечивания памяти Михаила Петровича Минина // Псковская губерния : газета. — 2009. — № 16 (437) 29 апреля — 4 мая. — С. 14.
- Олег Дементьев. Награждён самодельной звездой. Останутся герои навечно в памяти народной // Советская Россия : газета. — 2007. — № от 8 мая.
- Полина Санаева. Кто оторвал лоскут от Знамени Победы? Известия (6 май 2006). Дата обращения: 18 декабрь 2024.
- Ямской Н. П. Кто брал Рейхстаг. Герои по умолчанию… . — М.: Олма-Пресс, 2006. — 400 с. — (Мировая история. Войны и мир). — ISBN 5-224-05553-9; УДК 93.94; ББК 63.3 Я 578.
- Сапрыков В. Н. Дважды победное. — М.: Московские учебники – СиДипресс, 2008.
- История Великой Отечественной войны Советского Союза. 1941-1945. — М.: Воениздат, 1963. — Т. 5.
- Минин М. П. Трудные дороги к Победе : Воспоминания ветерана Великой Отечественной войны. — Псков, 2001. — 255 с.
- История России. XX век. 1939-2007 / Ответственный редактор Зубов А. Б. — М.: Астрель; АСТ, 2009. — Т. 2. — 848 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-17-059363-7, 978-5-271-23891-8.
- Морозов А. Знаменосцы // Псковская правда : газета. — 1991. — № от 9 мая. — С. 2. — О воинах штурмовой группы капитана В. Макова, водрузившей Красное знамя на крыше рейхстага ровно в 22 часа 40 минут 30 апреля 1945 года.
- Артемьева Е. Знамёна великой Победы // Псковская правда : газета. — 2005. — № за 23-24 февраля. — С. 1, 7. — Об одной из групп советских солдат и офицеров, устанавливавших Красные флаги на рейхстаге — группе в составе М. П. Минина, Г. К. Загитова, А. П. Боброва, А. Ф. Лисименко.
- Клевцов В. Штурм Рейхстага… Кто был первым? // Аргументы и факты : газета. — 1999. — № 18 (май). — Прил.: Псков № 4. — С. 1, 3. — О трудной судьбе уроженца деревни Ванино Псковской области М. П. Минина, которому выпала честь поднять Красное Знамя над Рейхстагом. Воспоминания М. П. Минина.
- Клевцов В. Последний бой войны // Стерх. — 2001. — № 19а от 9 мая. — С. 6. — О группе, водрузившей Знамя Победы над рейхстагом.
Мәҡәләләр
- Кто поднял знамя над рейхстагом: Ошибочное донесение долгие пять десятилетий мешало назвать имена подлинных героев ночного штурма // Псковская правда. — 1995. — 10 июня. — С. 2.
- Герасимова, Т. Герои, о которых умолчали / Т. Герасимова // Островские вести. — 2003. — 21 июня. — С. 2. — О встрече молодых воинов частей гарнизона Острова — 3 с Героем Советского Союза Михаилом Петровичем Мининым, который рассказал о своем участии в операции по взятию Рейхстага в 1945 году.
- Абросимов, А. Михаил Минин: «Мы воевали не за награды» / А. Абросимов // Аргументы и факты. — 2004. — Май (№ 18). — С. 2. — (АиФ. -Северо-Запад ; № 18).
- Павлова, Л. К чему ведут перемены? / Л. Павлова // Стерх. — 2005. — 1 июня (#42). — С. 3. — О ходатайстве депутата обл. Собрания П. Николаева о присвоении звания Героев России участникам Великой Отечественной войны, которые под руководством Владимира Макова установили первое знамя на рейхстаге. Среди них живущий в Пскове Михаил Минин.
Һылтанмалар
- Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 17 декабрь 2024)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Мишкә районында тыуғандар
- РУВИКИ: Алфавит буйынса тикшерелгән мәҡәлә
- РУВИКИ: Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы яугирҙар тураһында тикшерелгән мәҡәлә
- 20 августа тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- 23 августа вафат булғандар
- 1953 йылда вафат булғандар
- Мишкә районында вафат булғандар
- Өлкән сержанттар (СССР)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Дан ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы артиллеристары
- Рейхстагты штурмлауҙа ҡатнашыусылар
- Колхоз рәйестәре
- КПСС ағзалары