Ерҙең яһалма юлдашы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Ерҙең яһалма юлдашының геостационар орбита буйынса хәрәкәте
«Спутник 1» — 1957 йылдың 4 октябрендә ебәрелгән беренсе яһалма Ер юлдашы. СССР-ҙа эшләнгән

Ерҙең яһалма юлдашы  — Ер тирәләй геоцентрик орбита буйынса әйләнеүсе йыһан аппараты.

Ер тирәләй орбита буйлап хәрәкәт итеү өсөн аппараттың башланғыс тиҙлеге беренсе йыһан тиҙлегенә тиң йәки унан ҙурыраҡ булырға тейеш. Яһалма юлдаштар бер нисә йөҙ мең километрға тиклемге бейеклектә осош яһай ала. Юлдаштың орбита буйлап әйләнеү осоро, осоуҙың уртаса бейеклегенә ҡарап, сәғәт ярымдан бер нисә йылға тиклем тәшкил итә. Геостационар орбиталағы юлдаштар айырым әһәмиәткә эйә, уларҙың орбиталь осоро бер көнгә тиң, шуға күрә ер өҫтө күҙәтеүселәре өсөн күктә хәрәкәтһеҙ «аҫылынып торалар», шуға ла боролмалы антенналар кәрәкмәй.

Юлдаш төшөнсәһе аҫтында, ҡағиҙә булараҡ, пилотһыҙ йыһан аппараттары күҙ уңында тотола, әммә Ер эргәһендәге пилотлы һәм автомат йөк йыһан караптары, шулай уҡ орбиталь станциялар ҙа Ерҙең яһалма юлдаштары булып тора.

Автоматик планета-ара станциялар һәм планета-ара йыһан караптары алыҫ йыһанға юлдаш стадияһыҙ (тура күтәрелеү), шулай уҡ спутниктың терәк орбитаһына сығарылғандан һуң ебәрелә ала.

Йыһан дәүере башында юлдаштарҙы тик ракета ташыусылар ярҙамында ғына осоралар, ә XX быуат аҙағына башҡа орбиталь станциялар — юлдаш бортынан һәм йыһан караптарынан (беренсе сиратта, күп ҡулланылышлы Спейс Шаттл йыһан карабы — космопландан) юлдаштарҙы осороу киң таралыу ала. Юлдаштарҙы һауанан ебәреү мөмкинлеге лә бар. Уларҙы сығарыу сараһы булараҡ күп ҡулланылышлы космолеттар, йыһан пушкалары, йыһан лифттарын файҙаланыу теоретик яҡтан мөмкин, әммә әлегә тормошҡа ашырылмаған. Йыһан дәүере башланғандан һуң. ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бер осоу аппаратында берҙән ашыу юлдашты осороу ғәҙәти күренешкә әүерелә, ә 2013 йыл аҙағына ҡайһы бер ракета йөрөтөүселәрҙә бер үк ваҡытта сығарылған юлдаштар һаны өс тиҫтәнән ашып китә. Ҡайһы бер осороуҙар барышында ракета йөрөтөүселәрҙең һуңғы баҫҡыстары ла орбитаға сыға һәм билдәле бер ваҡытҡа юлдаш булып китә.

Пилотһыҙ юлдаштарҙың массаһы бер нисә килограмдан алып ике тиҫтә тоннаға тиклем һәм ҙурлығы бер нисә сантиметрҙан алып (атап әйткәндә, ҡояш батареялары һәм күсмә антенналар ҡулланғанда) бер нисә тиҫтә метрға тиклем етергә мөмкин. Юлдаш булып киткән йыһан караптары һәм космопландары бер нисә тиҫтә тонна һәм метр, ә йыйылма орбиталь станциялар йөҙҙәрсә тонна һәм метр тәшкил итә. XXI быуатта, микроминиатюризация һәм нано-технологиялар үҫешкән заманда, кубсат форматындағы үтә бәләкәй юлдаштарҙы (ауырлығы — бер килограмдан бер нисә килограмға һәм ҙурлығы — бер нисә тиҫтә сантиметрҙан башлап) күпләп етештереү ғәҙәти күренешкә әүерелә. Шулай уҡ покеткуб (һүҙмә-һүҙ кеҫә кубы) — бер нисә йөҙ йәки тиҫтә грамм һәм бер нисә сантиметрлыҡ яңы формат барлыҡҡа килә.

Улар башлыса кире ҡайтарылмай торған итеп төҙөлә, әммә уларҙың ҡайһы берҙәре (беренсе сиратта, пилотлы һәм ҡайһы бер йөк йыһан караптар) өлөшләтә (Ергә төшөрөлгән аппарат менән) йәки тулыһынса (космоплан һәм уларҙың бортына кире ҡайтарылған юлдаштар) кире ҡайтарыла.

Ерҙең яһалма юлдаштары фәнни тикшеренеүҙәр һәм ғәмәли мәсьәләләр, шулай уҡ мәғарифта («университет» яһалма Ер юлдаштары донъяла ғәҙәти күренешкә әйләнгән[1]) һәм радиоһәүәҫкәрлек мнән мауығыусылар өсөн киң ҡулланыла.

Космос дәүере башында уларҙы дәүләттәр (милли дәүләт ойошмалары) ебәрә, әммә һуңынан шәхси компанияларҙың юлдаштары киң таралыу ала. Кубсаттар һәм покеткубтар барлыҡҡа килгәс, шәхси ҡулланыусылар ҙа осороу мөмкинлеген ала. Уларҙы осороу хаҡы — бер нисә мең долларға тиклем етә.

Төрҙәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлдаштарҙың түбәндәге төрҙәрен айырып ҡарарға була:

— астрономик юлдаштар — планеталарҙы, галактикаларҙы һәм башҡа йыһан объекттарын өйрәнеү өсөн тәғәйенләнгән юлдаштар;

— биологик юлдаштар — йыһанда тере организмдарға фәнни тәжрибә үткәреү өсөн тәғәйенләнгән юлдаштар;

— Ерҙе алыҫтан зондлаусы юлдаштар;

— метеорологик юлдаштар — һауа торошон күҙаллау, шулай уҡ Ер климатын күҙәтеү маҡсатында мәғлүмәттәр тапшырыу өсөн тәғәйенләнгән юлдаштар; — Бәләкәй юлдаштар — түбән ауырлыҡтағы (1 йәки 0,5 тоннанан кәмерәк) һәм ҙурлығы буйынса юлдаштар[2][3]. Уларға миниюлдаш (100 килограмдан ашыу), микроюлдаш (10 килограмдан ашыу) һәм наноюлдаш (10 килограмдан еңелерәк), шул иҫәптән кубсаттар һәм покеткубтар инә;

— хәрби юлдаштар — разведка юлдаштары һ. б.;

— элемтә юлдаштары;

— навигация юлдаштары;

— йыһан караптары — пилотлы йыһан аппараттары;

— орбиталь станциялар — оҙайлы йыһан караптары.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Юлдаштарҙы 70-тан ашыу төрлө ил (шулай уҡ айырым компаниялар) үҙҙәренең ракета ташыусылары ярҙамында, шулай уҡ дәүләт-ара һәм шәхси ойошмалар осора.

Донъялағы беренсе юлдаш СССР-ҙа 1957 йылдың 4 октябрендә (Спутник-1) ебәрелә.
Юлдашты осороусы икенсе ил — АҠШ. 1958 йылдың 1 февралендә Эксплорер-1 осорола.
Өсөнсө ил — Франция. 1965 йылдың 26 ноябрендә үҙенең ракета ташыусыһында беренсе яһалма юлдашты (Астерикс) сығара.
Түбәндәге илдәр — Бөйөк Британия, Канада, Италия — тәүге юлдаштарын 1962, 1962, ә 1964 йылдарҙа Америка ракета ташыусыларында ебәрә.
Австралия һәм Германия Федератив Республикаһы тәүге юлдаштарын 1967 һәм 1969 йылдарҙа АҠШ-тың ракета ташыусыһы ярҙамында булдыра.
Япония, Ҡытай, Израиль үҙҙәренең тәүге юлдаштарын 1970, 1970, 1988 йылдарҙа ракеталарында ебәрә.

Ҡайһы бер илдәр — Бөйөк Британия, Һиндостан, Иран, шулай уҡ Европа (ESRO дәүләт-ара ойошмаһы, хәҙер Европ йыһан агентлығы) үҙҙәренең тәүге юлдаштарын сит ил ташыусыларында ебәрә, шунан һуң ғына үҙҙәренекен булдыра. Күп илдәрҙең тәүге юлдаштары башҡа илдәрҙә (АҠШ, СССР, Ҡытай һ.б.) эшләнә һәм һатып алына.

Бересе яһалма юлдаштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ил Беренсе
осороу
йылы
Беренсе яһалма юлдаш Бөтәһе
(орбитала)
(2010 йылға)[5]
Ғәмәлдәге
(26.02.2015 ҡарата)
Иҫкәрмә
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР 1957
Спутник-1
1454 146 БДБ өсөн
Америка Ҡушма Штаттары АҠШ 1958 Эксплорер-1 1113 446
Бөйөк Британия Бөйөк Британия 1962 Ariel 1 29 17
Канада Канада 1962 Alouette 1 34 26
Италия Италия 1964 San Marco 1 22 13
Франция Франция 1965 Астерикс 57 21
Австралия Австралия 1967 WRESAT 12 6
Европа Берләшмәһе Европа 1968 ESRO II 42 27 ESRO — хәҙер ESA
Германия ФРГ 1969 Azur 49 24
Япония Япония 1970 Осуми 34 70
Ҡытай Халыҡ Республикаһы Китай 1970 Дунфан Хун-1 140 129
Польша Польша 1973 Интеркосмос-Коперник-500 ? 2
Нидерланд Нидерланды 1974 ANS 5 2
Испания Испания 1974 Intasat 9 13
Һиндостан Индия 1975 Ариабхата 51 34
Индонезия Индонезия 1976 Palapa A1 10 6
Чехословакия Чехословакия 1978 Магион-1 3
Болгария Болгария 1981 Интеркосмос-Болгария-1300 1 1
Бразилия Бразилия 1985 Brasilsat A1 11 10
Мексика Мексика 1985 Morelos 1 7 2
Швеция Швеция 1986 Viking 11 1
Израиль Израиль 1988 Офек-1 7 13
Люксембург Люксембург 1988 Astra 1A 15 2
Аргентина Аргентина 1990 Lusat 10 9
Гонконг Гонконг 1990 AsiaSat-1
Пакистан Пакистан 1990 Badr-1 5 2
Корея республикаһы Көньяҡ Корея 1992 Kitsat A 10 8
Португалия Португалия 1993 PoSAT-1 1 0
Таиланд Таиланд 1993 Thaicom 1 6 4
Төркиә Төркиә 1994 Turksat 1B 15 6
Чехия Чехия 1995 Магион-4 3 0
Украина Украина 1995 Сич-1 6 1
Чили Чили 1995 FASat-Alfa 1 1
Малайзия Малайзия 1996 MEASAT 4 5
Норвегия Норвегия 1997 Thor 2 3 5
Филиппин Филиппины 1997 Mabuhay 1 2
Мысыр Египет 1998 Nilesat 101 3
Сингапур Сингапур 1998 ST-1 1
Ҡытай Республикаһы Тайвань 1999 ROCSAT-1 9
Дания Дания 1999 Ørsted 4 5
Көньяҡ Африка Республикаһы КАР 1999 SUNSAT 2
Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны 2000 Saudisat 1A 12 11
Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре ОАЭ 2000 Thuraya 1 3 6
Марокко Марокко 2001 Maroc-Tubsat 1
Тонга Тонга[6] 2002 Esiafi 1 1 Esiafi 1 — элекке Comstar D4
Алжир Алжир 2002 Alsat 1 1
Греция Греция 2003 Hellas Sat 2 2
Кипр Республикаһы Кипр 2003 Hellas Sat 2 2
Нигерия Нигерия 2003 Nigeriasat 1 2
Иран Иран 2005 Сина-1 4 2
Ҡаҙағстан Казахстан 2006 KazSat-1 3
Колумбия Колумбия 2007 Libertad 1 1
Маврикий Маврикий 2007 Rascom-QAF 1 2

Вьетнам Вьетнам || 2008 || Vinasat-1 || 1 || ||

Венесуэла Венесуэла 2008 Venesat-1 1
Швейцария Швейцария 2009 SwissCube-1[7] 1
Мэн утрауы Мэн Утрауы 2011 ViaSat-1
Венгрия Венгрия 2012 MaSat-1
Румыния Румыния 2012 Goliat
Шри-Ланка Шри-Ланка 2012 SupremeSAT
Беларусь Белоруссия 2012 БКА 3
Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы КНДР 2012 Кванмёнсон-3 1 1
Әзербайжан Азербайджан 2013 Azerspace-1 2
Австрия Австрия 2013 TUGSAT-1,UniBRITE
Бермуд утрауҙары Бермуд утрауҙары[8] 2013 Bermudasat 1 1 Bermudasat 1 — элекке EchoStar VI
Эквадор Эквадор 2013 NEE-01 Pegaso
Эстония Эстония 2013 ESTCube-1
Джерси Джерси 2013 O3b-1,-2,-3,-4
Катар Катар 2013 Es'hailSat-1
Перу Перу 2013 PUCP SAT-1
Боливия Боливия 2013 TKSat-1
Литва Литва 2014 Lituanica SAT-1,LitSat-1
Бельгия Бельгия 2014 QB50P1,QB50P2
Уругвай Уругвай 2014 ANTELSAT
Ираҡ Ирак 2014 Tigrisat 1
Төркмәнстан Төркмәнстан 2015 ТуркменАлем 52.0Е 1
Лаос Лаос 2015 Laosat-1 1
Финляндия Финляндия 2017 Aalto-2 1
Бангладеш Бангладеш 2017 BRAC Onnesha 1
Гана Гана 2017 GhanaSat-1 1
Монголия Монголия 2017 Mazaalai 1
Латвия Латвия 2017 Venta-1 1
Словакия Словакия 2017 skCUBE 1
Ангола Ангола 2017 Ангосат-1 1
Яңы Зеландия Яңы Зеландия 2018 Humanity Star 1
Коста-Рика Коста-Рика 2018 Proyecto Irazú 1
Кения Кения 2018 1KUNS-PF 1
Бутан Бутан 2018 Bhutan-1 1
Иордания Иордания 2018 JY1-SAT 1
Непал Непал 2019 NepaliSat-1 1
Руанда Руанда 2019 RWASat-1 1
Судан Судан 2019 SRSS-1 1
Эфиопия Эфиопия 2019 ETRSS-1 1
Гватемала Гватемала 2020 Quetzal-1 1
Словения Словения 2019 NEMO-HD 1
Монако Монако 2020 OSM-1 Cicero 1
Уганда Уганда 2022 ’’PearlAfricaSat’’ 1
Зимбабве Зимбабве 2022 ’’ZimSat 1 ’’ 1

Раҫланмаған беренсе яһалма юлдаштар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ираҡ Ираҡ — 1989 йылда «Таммуз» ракетаһының орбитаға осоролоуы раҫланмай.

Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы КХДР — 1998 һәм 2009 йылдарҙа КХДР Кванмёнсон-1 һәм Кванмёнсон-2 спутниктарын Ер тирәһендәге орбитаға сығарырға маташа. АҠШ һәм Рәсәй йыһан киңлеген контролдә тотоу саралары тарафынан сығарыу факты раҫланмай, әммә Төньяҡ Корея яғы риза түгел.

Яһалма юлдаштар осороусы планлаштырған илдәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. в России запущен ИСЗ, созданный преподавателями, аспирантами и студентами МГУ, планируется запуск спутника МГТУ им. Баумана)
  2. Workshop on the Use of Microsatellite Technologies 6. United Nations (2008). Дата обращения: 6 март 2008. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  3. Архивированная копия. Дата обращения: 17 август 2011. Архивировано 21 март 2012 года.
  4. First time in History. The Satellite Encyclopedia. Дата обращения: 6 март 2008. Архивировано из оригинала 12 октябрь 2005 года.
  5. SATCAT Boxscore. celestrak.com. Дата обращения: 13 декабрь 2012. Архивировано 22 август 2011 года.
  6. Esiafi 1 (Американың элекке шәхси Comstar D4-е)орбитала 1981 йылда эшләй башлағандан алып Тонгаға бирелә,
  7. India launches Switzerland’s first satellite
  8. Bermudasat 1 (Американың элекке шәхси EchoStar VI) орбитала 2000 йылда эшләй башлағандан алып, Бермуд утрауҙарына бирелә

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]