Спутник-1
Файл:Медаль Запуск в СССР первого в мире искусственного спутника Земли.jpg
«СССР-ҙағы беренсе яһалма ер юлдашын осороу» иҫтәлекле миҙалы. Алғы планда старт һыҙығындағы ракета алдында һул ҡулын күтәргән ғалим һүрәте ҡуйылған. Һул яҡта : «Совет фәненә дан!» тип яҙылған.
«Спу́тник-1» — донъяла беренсе яһалма Ер юлдашы, орбитаға 1957 йылдың 4 октябрендә (Халыҡ-ара геофизик йылында) ебәрелгән совет космос карабы.
Юлдаштың коды — «ПС-1» («Иң ябай спутник-1»). Старт СССР Оборона министрлығының 5-се ғилми-тикшеренеү полигонынан (һуңынан «Байконур» космодромы тип атала) «Спутник» ракета ташыусыһы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Ерҙең яһалма юлдашын булдырыу өҫтөндә М. В. Келдыш, М. К. Тихонравов, М. С. Рязанский, О. Г. Ивановский, Н. С. Лидоренко, Г. Ю. Максимов, В. И. Лаппо, К. И. Грингауз, Б. С. Чекунов, А. В. Бухтияров, Н.А Бересков һәм башҡалар ғәмәли космонавтикаға нигеҙ һалыусы С. П. Королев етәкселегендә эшләй
«Спутник-1»-ҙе осороу датаһы — кешелектең йыһан дәүеренең башы, ә Рәсәйҙә йыл һайын Йыһан көстәренең иҫтәлекле көнө булараҡ билдәләнә. Ерҙең беренсе яһалма юлдашы хөрмәтенә Плутон өҫтөндәге тигеҙлек аталған (2017 йылдың 8 авгусында Халыҡ-ара астрономия союзы тарафынан рәсми рәүештә раҫланған)[2][3].
Төҙөү тарихы
Беренсе юлдаштың осошона тиклем бик күп ғалимдар һәм конструкторҙар оҙаҡ эшләй. Реактив хәрәкәт теорияһы тәүгеләрҙән булып Константин Эдуардович Циолковскийҙың мәҡәләләрендә[прим. 1] баҫыла. Ул шыйыҡ яғыулыҡлы ракеталар, яһалма юлдаштар һәм орбиталь станциялар барлыҡҡа килеүен фаразлай. Циолковский үҙ идеяларын әүҙем популярлаштырыусы була һәм үҙенән һуң бик күп эйәрсендәре ҡала. Юлдашты проектлау менән Тихонравов Михаил Клавдьевич һәм уның төркөмө шөғөлләнә[4] . Сергей Павлович Королев юлдашты булдырыу һәм уны осороу буйынса эште ойоштороуҙа ҙур роль уйнай.
1921 йылдың 1 мартында СССР-ҙа ракета техникаһы өлкәһендә ғилми-тикшеренеү һәм тәжрибә-конструкторлыҡ эштәрен алып барыусы ойошма булдырыла. Башта ойошма «Н. И. Тихомировтың уйлап табыуҙарын үҫтереү лабораторияһы» тип атала, ә 1928 йылдан Газ-динамик лаборатория (ГДЛ) тип атала. Лабораторияның тәүге эштәре булып ҡаты яғыулыҡ менән эшләгән яғыулыҡ ракета-ҡоралдары һәм самолеттар өсөн тиҙләткес була, ә 1929 йылдан ГДЛ-да, Валентин Павлович Глушко етәкселегендә, СССР-ҙа беренсе шыйыҡ яғыулыҡ ҡулланған ракета двигателдәрен эшләү һәм стенд һынауҙары башлана[5][6][7].
1931 йылдың көҙөндә Осоавиахимда ГИРД фәнни-эксперименталь төркөмө ойошторола (Реактив хәрәкәтте өйрәнеү төркөмө), 1931 йылдың 15 сентябрендә — Мәскәүҙә, 1931 йылдың 13 ноябрендә — Ленинградта, ә һуңғараҡ Баҡы, Тифлиста, Архангельскиҙа һ. б. ойошторола.[8][9][10].
Мәскәү төркөмө (МосГИРД) етәксеһе итеп Королев Сергей Павлович тәғәйенләнә. Төркөмдөң эше хәрбиҙәрҙе ҡыҙыҡһындыра, ә 1932 йылда ГИРД өҫтәмә финанслау, бина, производство һәм эксперименталь база ала. 1933 йылдың 17 авгусында Мәскәү ваҡыты менән киске сәғәт 7-лә СССР-ҙа Тихонравов Михаил Клавдьевич проекты буйынса эшләнгән ГИРД-09 шыйыҡ яғыулыҡлы беренсе ракетаһы Мәскәү өлкәһе Красногорск районының Нахабино ауылы янындағы инженер полигонында уңышлы ебәрелә[8][9][10].
1933 йылдың 21 сентябрендә МосГИРД (Мәскәү), ЛенГИРД (Ленинрад) һәм ГДЛ төркөмдәре Ҡыҙыл Армияның Рәсәй ғилми-тикшеренеү институтының Реактив ғилми-тикшеренеү институтына берләштерелә. Бер нисә йыл дауамында Реактив ҒТИ-ҙа төрлө маҡсаттарҙа ҡулланылған бер нисә эксперименталь баллистик һәм ҡанатлы ракеталар булдырыла һәм һынау үтә.
Репрессиялар һәм Икенсе донъя һуғышы СССР-ҙа космосты өйрәнеү эштәрен тотҡарлай. Шуға ҡарамаҫтан, ракета техникаһы үҫеше һөҙөмтәһендә совет белгестәре (С. П. Королёв, В. П. Глушко, М. К. Тихонравов, А. М. Исаев, В. П. Мишин, Н. А. Пилюгин, Л. А. Воскресенский, Б. Е. Черток һәм башҡалар) әҙерләнә, улар 1940-сы йылдар аҙағында СССР-ҙың йыһан программаһын етәкләй.
1946 йылдың 13 майында И. В. Сталин СССР-ҙа фән һәм сәнәғәттең ракета тармағын булдырыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Август айында С. П. Королев алыҫ араға осоусы баллистик ракеталарҙың баш конструкторы итеп тәғәйенләнә. 1947 йылда Германияла йыйылған «Фау-2» ракеталарына һынау үткәрелгәс, СССР-ҙа сит ил ракета техникаһын өйрәнеү буйынса эштәр башлана.
1948 йылда Капустин Яр полигонында тулыһынса СССР-ҙа етештерелгән модификацияланған Фау-2 аналогы булған Р-1 ракетаһына һынауҙар үткәрелә. 1949 йылда Р-1 ракеталары бейеклектә осоу буйынса тәжрибәләр серияһы өсөн ҡулланыла башлай. Р-2 ракеталары 1950 йылда һынау үтә, ә 1951 йылда сафҡа индерелә.
Р-5 ракеталары һынауҙарҙы 1953 йылда үтә, һәм шунда уҡ уларҙы ядро ҡоралын йөрөтөүсе булараҡ ҡулланыу буйынса тикшеренеүҙәр башлана. Уртаса алыҫлыҡтағы бер баҫҡыслы баллистик ракета Р-5М исемен ала. 1956 йылдың 2 февралендә донъяла беренсе тапҡыр ядро заряды булған ракета осорола.
1953 йылдың 13 февралендә 7 000 — 8 000 км ара үтә алған ике баҫҡыслы континент-ара баллистик ракета эшләүҙе башларға йөкләмә биргән беренсе ҡарар сыға[11].
1954 йылдың ғинуарында баш конструкторҙар кәңәшмәһе үтә, унда ракета һәм ер өҫтө старт ҡорамалдарын төҙөүҙең төп принциптары эшләнә.
![]() |
1954 йылдың 20 майында хөкүмәт ике баҫҡыслы «Р-7» континент-ара ракетаһын эшләү тураһында указ сығара. Ә инде 27 майҙа Королёв оборона сәнәғәте министры Д. Ф. Устиновҡа юлдашты эшләү һәм буласаҡ Р-7 ракетаһын файҙаланып уны осороу мөмкинлеге тураһында отчет ебәрә. 1954 йылдың 20 ноябрендә яңы ракеталар макеты проекты СССР Министрҙар Советы тарафынан раҫлана. Бик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә бик күп яңы бурыстарҙы хәл итергә кәрәк була, улар иҫәбенә ракетаның үҙен төҙөүҙән тыш, ракетаны осороу урыны өсөн майҙансыҡ һайлау, осоу ҡоролмаларын төҙөү, бөтә кәрәкле хеҙмәттәрҙе файҙаланыуға тапшырыу һәм бөтә 7000 километрлыҡ осоу юлын күҙәтеү постары ҡорамалдары инә.
Беренсе Р-7 ракета комплексы ОКБ-1-ҙә проектлана һәм төҙөлә[12]. 1955—1956 йылдарҙа Ленинград металл заводында комплекстың осоу ҡоролмаларына һынауҙар үткәрелә. Шул уҡ ваҡытта, 1955 йылдың 12 февралендәге хөкүмәт ҡарарына ярашлы, «Тюра-Там» станцияһы районында НИИП-5 төҙөлә башлай. Завод цехында беренсе ракета йыйылып бөткәс, заводҡа С. Хрущев етәкселегендә Политбюро ағзалары делегацияһы килә. Ракета совет етәкселегенә генә түгел, алдынғы ғалимдарға ла иҫ киткес тәьҫир яһай.
1956 йылдың 30 ғинуарында хөкүмәт 200—300 кг ғилми ҡорамал йөрөтә алған 1000—1400 кг ауырлыҡтағы юлдаш төҙөү һәм орбитаға сығарыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Ҡорамалдарҙы эшләү — СССР Фәндәр академияһына, юлдашты төҙөү — ОКБ-1-гә, уны осороуҙы тормошҡа ашырыу Оборона министрлығына ебәреүгә йөкмәтелә. 1956 йыл аҙағына юлдаш өсөн ышаныслы ҡорамалдарҙы кәрәкле ваҡыт арауығында төҙөү мөмкин түгеллеге аңлашыла. 1957 йылдың 14 ғинуарында СССР Министрҙар Советы Р-7-не осоу-һынау программаһын раҫлай. Февралдә полигонда төҙөлөш эштәре дауам итә, ике ракета осороуға әҙер була.
Королев, орбиталь лабораторияны тейешле ваҡытҡа әҙерләү мөмкин түгеллегенә инанғас, хөкүмәткә көтөлмәгән тәҡдим ебәрә. Унда халыҡ-ара геофизик йыл менән бәйле АҠШ 1958 йылда юлдаш ебәрергә ниәтләй, тигән хәбәрҙәр бар. Өҫтөнлөктө юғалтыу хәүефе бар. Ҡатмарлы D объекты лабораторияһы урынына йыһанға ябай юлдаш ебәрергә тәҡдим итәм, тип әйтелә.
Тәҡдим 15 февралдә хуплана.
Беренсе М1-5 һанлы Р-7 ракетаһы 1957 йылдың март башында һынау майҙансығына, ә 5 майҙа 1-се осороу майҙанына килтерелә. Стартҡа әҙерлек бер аҙна дауам итә, һигеҙенсе көндә яғыулыҡ ҡойоу башлана. Старт 15 майҙа урындағы ваҡыт буйынса 19:00 сәғәттә бирелә. Осоу ғәҙәти режимда бара, әммә осоштоң 98-се секундында ҡабырға двигателдәренең береһе эшләмәй, тағы ла 5 секундтан һуң бөтә двигателдәр автоматик рәүештә һүндерелә, ә ракета осороу урынынан 300 км алыҫлыҡта ҡолай. Аварияның сәбәбе — юғары баҫымлы яғыулыҡ коммуникацияһының герметикһыҙланыуы һөҙөмтәһендә сыҡҡан янғын.
Икенсе ракета — 6L һанлы R-7, алынған тәжрибәне иҫәпкә алып әҙерләнә, әммә уны осора алмайҙар. 10 — 11 июндә бер нисә тапҡыр эшләтеп ебәрергә тырышалар, әммә һуңғы секундтарҙа һаҡланыу автоматтары эшләй. 12 июлдә R-7 No 1-7 ракетаһын осороу уңышһыҙ тамамлана, был ракета ни бары 7 километрға оса.
Ниһайәт, 1957 йылдың 21 авгусында ракетаны осороу уңышлы тамамлана, 8Л ракетаһы әүҙем осоу участкаһын үтә һәм Камчаткалағы полигонға барып етә. Атмосфераның тығыҙ ҡатламдарына ингәндә, уның башы тулыһынса янып бөтөүенә ҡарамаҫтан, 27 августа ТАСС СССР-ҙа континент-ара баллистик ракета төҙөү тураһында хәбәр итә. 7 сентябрҙәге икенсе осош уңышлы башҡарыла, әммә башы тағы ла температура көсөргәнешенә сыҙай алмай, Королев йыһанға осороуға әҙерлек менән ныҡлап шөғөлләнә башлай. Б. Е. Черток әйтеүенсә, биш ракетаны осороп һынауҙар һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, ракетаның башын үҙгәртеп ҡороу талап ителә, был кәм тигәндә ярты йыл ваҡытты ала. Шулай итеп, беренсе ябай юлдашты осороуға юл асыла[14].
ПС-1 проектын төҙөү 1956 йылдың ноябрендә башлана, 1957 йылдың сентябрь башында ул вибростендта һәм йылылыҡ камераһында һуңғы һынауҙар үтә. Юлдаш траектория үлсәү өсөн ике радио маяҡлы ҡоролма булараҡ эшләнә. Иң ябай юлдаштың тапшырыу йышлыҡ диапазоны (20 МГц һәм 40 МГц[16])) спутник сигналын радиоһәүәҫкәрҙәр ҡабул итә алһын өсөн һайлана.
Г. М. Гречко хәтирәләренә ярашлы, «Спутник-1»-ҙе орбитаға сығарыу траекторияһын иҫәпләү башта арифмометрҙарға оҡшаш ҡоролма буйынса электромеханик иҫәпләү машиналарында үткәрелә, һәм иҫәпләүҙәрҙең һуңғы этаптары өсөн генә БЭСМ-1 электрон иҫәпләү машиналары ҡулланыла[17].
Тюра-Тамға Р-7 № 8К71ПС ракетаһын 22 сентябрҙә килтерәләр. Ул элеккеләре менән сағыштырғанда 7 тоннаға еңеләйтелә. 26 сентябрҙә Советтар Союзы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты Президиумы юлдашты октябрь уртаһында осороу тураһында ҡарар сығара.
2 октябрҙә Королев ПС-1 осоу һынауҙары тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуя һәм Мәскәүгә әҙерлек тураһында белдереү ебәрә. Яуап күрһәтмәләр булмай, һәм Королев юлдаш менән ракетаны осороу позицияһына ҡуйыуҙы үҙ аллы хәл итә.
ПС-1-ҙе осороу һәм осош барышы
Файл:Правда - 6 октября 1957.jpg
«Правда» гәзитенең юлдашты осороуға арналған алғы бите
Йома, 4 октябрҙә, Мәскәү ваҡыты менән 22:28:34 сәғәттә (19:28:34 Гринвич буйынса) уңышлы старт бирелә. Осоуҙан һуң 295 секунд үткәс, ПС-1 һәм 7,5 тонна ауырлыҡтағы ракетаның үҙәк модуле (икенсе баҫҡысы) эллиптик орбитаға апогейҙа 947 км һәм перигейҙа 288 км бейеклеккә сығарыла. Был ваҡытта апогей көньяҡ, ә перигей төньяҡ күк ярымшарҙа була[18]. Старттан һуң 314,5 секунд үткәс, һаҡлау конусы ысҡына[19] һәм юлдаш ракета йөрөткөстөң II баҫҡысынан айырыла, һәм ул үҙ тауышын бирә. «Бип! Бип!» — уның саҡырыу тауыштары шулай яңғырай. Полигонда улар 2 минут ишетелә, һуңынан юлдаш офоҡ аръяғына юғала. Космодромдағы кешеләр тышҡа йүгереп сыға, «Ура!» тип ҡысҡыра, конструкторҙарҙы һәм хәрбиҙәрҙе өҫкә сөйәләр.
«Спутник-1» орбитаһының ауышлығы яҡынса 65 градус тәшкил итә, был уның яҡынса Төньяҡ поляр түңәрәк һәм Көньяҡ поляр түңәрәк араһында осоуын аңлата[20]. «Спутник 1»-ҙең әйләнеү осоро башта 96,2 минут тәшкил итә, артабан орбитаның түбәнәйеүе арҡаһында әкренләп кәмей бара[21], мәҫәлән, 22 көндән һуң 53 секундҡа әҙерәк була[18].
Ерҙең беренсе яһалма юлдашы осҡан көн Барселонала сираттағы халыҡ-ара космонавтика конгресы асылыу менән тап килә. Академик Леонид Иванович Седов «Спутник-1»-ҙең орбитаға сығыуы тураһында хәбәр итә. Совет космос программаһы етәкселәре, башҡарылған эштәрҙең йәшерен булыуы арҡаһында, киң даирәләрҙә билдәһеҙ була, шуға ла нәҡ Седов Леонид Иванович донъя йәмәғәтселегенә «Спутниктың атаһы» булараҡ билдәлелек ала[22].
Б. Э. Чертоктың юлдашты ябай күҙ менән күҙәтеп була тигән дөйөм ҡабул ителгән ҡарашы хаталы. 1957 йылда «Военное знание», «Радио» һәм «Юный техник» кеүек совет баҫмалары туранан-тура «Спутник-1» оптик ҡулайламалар ярҙамында күҙәтелде, тип белдерә, әммә ябай күҙ менән күҙәтеү мөмкинлеге тураһында бер нәмә лә әйтелмәй[23][20][19].
Юлдаш 92 көн дауамында оса, 1958 йылдың 4 ғинуарына тиклем Ер тирәләй 1440 әйләнеш яһай (яҡынса 60 млн км), ә уның радиотапшырыуҙары осоролғандан һуң өс аҙна эшләй. Атмосфераның өҫкө ҡатламдары менән ышҡылыу арҡаһында спутник тиҙлеген юғалта, атмосфераның тығыҙ ҡатламдарына инә һәм һауа менән ышҡылыу һөҙөмтәһендә яна.
"Спутник"тың ҙур һәм тығыҙ булмаған икенсе икенсе баҫҡысы 1957 йылдың 1 декабрендә, 882 әйләнеш яһап, орбитанан спутниктан алдараҡ сыға[24][25][26].
Старт маҡсаттары:
— старт өсөн ҡабул ителгән төп техник ҡарарҙарҙы һәм иҫәпләүҙәрҙе тикшереү;
— юлдаш тапшырғыстарының радиотулҡындарын ионосферала тикшереү;
— атмосфераның өҫкө ҡатламдарының тығыҙлығын эксперименталь билдәләү;
— аппаратураның эшләү шарттарын тикшереү.
Радиосигналдың тәбиғәтен өйрәнеү һәм орбитаны оптик күҙәтеү мөһим фәнни мәғлүмәттәр алырға мөмкинлек бирә. Юлдашты оптик күҙәтеү бурысы МДУ-ның П. К Штернберг исемендәге дәүләт астрономия институты коллективына ҡуйыла[27]. Атмосфераның юғары ҡатламдары тығыҙлығын үлсәү һөҙөмтәләре юлдаштарҙың тотҡарланыуы теорияһын булдырыу мөмкинлеген бирә, уға М. Л. Лидов нигеҙ һала[28].
Бер нисә рекорд ҡуйыла:
— Реактив космос аппараттары өсөн тиҙлек рекорды (28 565 км/сәғ. ашыу) (7935 м/с)[29].
— Ерҙең яһалма юлдашы орбитаға сығарған йөктөң массаһы буйынса рекорд (83,6 кг)[30][31].
— Осоу оҙайлығы (94 тәүлек) һәм орбита буйынса әйләнештәр һаны рекордтары (1440 әйләнеш)[30][31].
Был рекордтарҙың барыһын да сираттағы «Спутник-2» йыһан аппараты уҙа.
Ул ваҡытта юлдаштың осоуының бейеклек параметрҙары инде рекордлы булмай, сөнки бер йыл элек (1956 йылдың 20 сентябре) америка «Юпитер-С» ракетаһы һынауҙар сиктәрендә 1097 км бейеклеккә оса, ә 1957 йылдың 21 авгусында совет Р-7 ракетаһы максималь бейеклеге 1300 км-ҙан ашыу булған баллистик траектория буйынса уңышлы һынау осошо яһай[32]. Әммә был тәжрибәлә мөмкин тиклем юғарыраҡ осоу түгел, ә йыһанда мөмкин тиклем оҙағыраҡ тороу һәм Ерҙең яһалма юлдашы булыу мөмкинлеген иҫбатлау бурысы тора.
Юлдаштың сигналдары яҡынса 0,4 секунд дауам иткән телеграф хәбәрҙәре («бип») формаһын ала[33] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, яҡынса 0,3 секунд[21][34])) һәм паузалары — шул уҡ оҙайлыҡта[33]. «Биптарҙың» оҙайлығы һәм улар араһындағы паузалар баҫымды күҙәтеү датчиктары тарафынан билдәләнә[35][33]. Эшләү ваҡыты дауамында юлдаш корпусындағы баҫым һәм температура норма сиктәрендә ҡала, барорель һәм йылылыҡ релеһы эшләп китмәй. Тапшырыусыларҙың һәр береһенең ҡеүәте яҡынса 1 ватт булған.
Юлдаштың сигналдарын ғәҙәти һәүәҫкәр радиоаппаратура ярҙамында 2000 километрҙан алып 3000 километрға тиклем аралыҡта ҡабул итергә була; 10 мең километрға тиклем арала ҡабул итеү осраҡтары теркәлгән[33].
Спутник тауыштары яҙмаһы, Д. Шостаковичтың «Родина слышит» йыры көйө менән ҡушылып, Бөтә Союз радиоһының «Һуңғы хәбәрҙәр» радиотапшырыуының башланыуын билдәләү өсөн ҡулланыла[36][37].
Осоштоң әһәмиәте
Советтар Союзы 1-се "Спутник"ты, «Спутник 2» кеүек үк, Халыҡ-ара геофизика йылы буйынса үҙ йөкләмәләренә ярашлы рәсми эшләтеп ебәрә. «Спутник-1»-ҙең радиотулҡындары сығарған нурланыш ионосфераның өҫкө ҡатламдарын өйрәнергә мөмкинлек бирә, сөнки беренсе спутникты осороуға тиклем ионосфера өлкәләренән радиотулҡындарҙың кире сағылышын ғына күҙәтергә мөмкин була.
Был осош ҙур сәйәси әһәмиәткә эйә була. Уны бөтә донъя күрә, ул сығарған сигналды радиоһәүәҫкәр донъяның теләһә ҡайһы нөктәһендә лә ишетә ала. «Радио» журналы йыһандан килгән сигналдарҙы ҡабул итеү буйынса ентекле тәҡдимдәрҙе алдан баҫтырып сығара[38][39]. Беренсе юлдашты осороу Советтар Союзының техник яҡтан ныҡ артта ҡалыуы тураһындағы фекерҙәргә ҡаршы килә, АҠШ-тың абруйына ҙур зыян килтерә.
АҠШ-та 1958 йылдың 1 февралендә Вернер фон Браун командаһы беренсе яһалма юлдаш — «Эксплорер-1»-ҙе ебәрә. Ул 4,5 кг ғилми аппаратура алып бара, ә 4-се баҫҡыс уның конструкцияһының бер өлөшө булып тора һәм уның ауырлығы 13,37 кг тәшкил итә, был ПС-1-ҙән 6 тапҡырға кәмерәк[40].
«Спутник-1»-ҙе эшләтеп ебәреү һөҙөмтәләре интернеттың үҫешенә етди этәргес бирә, АҠШ Оборона министрлығы телекоммуникациялар селтәрен үҫтереүҙе тиҙләтә, АҠШ оборонаһының алдынғы ғилми-тикшеренеү проекттары агентлығын булдырыуға килтерә[41].
Иҫкәрмәләр
- Комментарийҙар
- ↑ Константин Эдуардович Циолковскийҙың: «Исследование мировых пространств реактивными приборами» (1903 год), «Реактивный прибор как средство полёта в пустоте и атмосфере» (1910 год) и др. мәғәләһен ҡарағыҙ
- Сығанаҡтар
- ↑ https://nssdc.gsfc.nasa.gov/nmc/spacecraft/display.action?id=1957-001B
- ↑ Sputnik Planitia. Gazetteer of Planetary Nomenclature. International Astronomical Union (IAU) Working Group for Planetary System Nomenclature (WGPSN). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 сентябрь 2017. Архивировано 13 сентябрь 2017 года.
- ↑ Pluto Features Given First Official Names. Международный астрономический союз (7 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 сентябрь 2017. Архивировано 7 сентябрь 2017 года.
- ↑ Ивкин, 2017
- ↑ Космонавтика. Энциклопедия. , 1985, с. 73—74
- ↑ Космонавтика. Энциклопедия. , 1985, с. 398
- ↑ Глушко, 1987, с. 24—27
- ↑ 1 2 Космонавтика. Энциклопедия. , 1985, с. 94
- ↑ 1 2 Глушко, 1987, с. 32—35
- ↑ 1 2 Ветров, 1994, с. 40—50
- ↑ Постановление Совета Министров СССР № 443-213сс от 13 февраля 1953 г.. «Баллистическая ракета Р-7 как основа создания ракет-носителей космических аппаратов». Интернет-проект Росархива и РГАНТД. Архивировано.
- ↑ Гудилин, 1996
- ↑ Антон Первушин. «Другой спутник» Архивная копия от 22 октябрь 2019 на Wayback Machine. warspot.ru. 2019-10-04.
- ↑ Черток, 1999
- ↑ Советский спутник — первый в мире! sputnik.rusarchives.ru. Проект Федеральноного архивного агентства и РГАНТД. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 октябрь 2019. Архивировано 29 сентябрь 2020 года.
- ↑ Степанов, 2013
- ↑ сб. «Первая космическая», с. 23
- ↑ 1 2 Победоносцев, 1957
- ↑ 1 2 Варваров, 1957
- ↑ 1 2 Военные знания, № 10, 1957
- ↑ 1 2 Советский искусственный спутник Земли // Природа. — 1957. — № 11. Две ненумерованные страницы между страницами 8 и 9.
- ↑ Черток Б. Е. Ракеты и люди. Том 2. 1996. — с. 202—203
- ↑ Радиолюбители — помощники учёных // Радио. — 1957. — № 12.
- ↑ Информация о ступени. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2017. Архивировано из оригинала 7 октябрь 2012 года.
- ↑ Информация о SL-1 R/B. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2017. Архивировано 4 октябрь 2017 года.
- ↑ О запуске первого искусственного спутника Земли. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 октябрь 2017. Архивировано 2 апрель 2008 года.
- ↑ В. Г. Курт «Первые шаги отечественной астрономии из космоса», в сборнике «Первая космическая», стр. 239—241
- ↑ В. В. Белецкий «М. Л. Лидов — учёный и человек Архивная копия от 13 июнь 2019 на Wayback Machine» (Вестник РАН, т. 70, с. 520—525, 2000 г.)
- ↑ Книга рекордов Гиннесса. Пер. с англ. — М.: "Тройка", 1993. — С. 91. — 304 с. — ISBN 5-87087-001-1.
- ↑ 1 2 Борисенко И.Г. Первые рекорды в космосе. — М.: Машиностроение, 1965. — С. 20. — 121 с.
- ↑ 1 2 Борисенко И.Г. Первые рекорды в космосе. - (2-е изд., доп.). — М.: Машиностроение, 1969. — С. 32. — 176 с.
- ↑ Книга рекордов Гиннесса. Пер. с англ. — М.: "Тройка", 1993. — С. 90. — 304 с. — ISBN 5-87087-001-1.
- ↑ 1 2 3 4 Отчёт, 2012
- ↑ «Первые спутники». Черток Б. Ракеты и люди. Фили. Подлипки. Тюратам / Б. Черток. — М.: Машиностроение, 1996.
- ↑ Афанасьев, 2006
- ↑ Э. Г. Багиров, Всеволод Николаевич Ружников. Основы радиожурналистики. — Изд-во Московского университета, 1984. — С. 94. — 274 с. Архивная копия от 24 март 2017 на Wayback Machine
- ↑ Борис Владимирович Кривенко. Язык массовой коммуникации. — Изд-во Воронежского университета, 1993. — С. 52. — 150 с. Архивная копия от 24 март 2017 на Wayback Machine
- ↑ В. Вахнин. Искусственные спутники Земли (справка для радиолюбителей-наблюдателей).//«Радио», 1957, № 6, с. 14—17
- ↑ А. Казанцев. Наблюдения за радиосигналами с искусственных спутников Земли и их научное значение.//«Радио», 1957, № 6, с. 17—19
- ↑ Эксплорер-1 и Юпитер-С. Отдел астронавтики, Национальный музей авиации и космонавтики, Смитсоновский институт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 май 2014. Архивировано 26 ноябрь 2015 года.
- ↑ Эндрю Таненбаум, Дэвид Уэзеролл. Компьютерные сети. — 5-е изд.. — Питер, 2014. — С. 71—72. — 955 с. — ISBN 978-5-459-00342-0.
Әҙәбиәт
- Китаптар
- Афанасьев И., Лавренов А. «Большой космический клуб». — «РТСофт», 2006. — 256 с. — ISBN 5-9334500-6-5.
- Брыков А. В. Как родился первый спутник // Болшево: Литературный историко-краеведческий альманах. — Ярославль: Верхняя Волга, 2001. — № 4. — C. 14-42.
- Ветров Г. С. С. П. Королёв и космонавтика. Первые шаги. — Москва: "Наука", 1994. — 216 с. — ISBN 5-02-000214-3.
- Глушко В. П. Развитие ракетостроения и космонавтики в СССР. — Москва: "Машинострое, 1987. — 314 с.
- Голованов Я. К. Глава «Самый первый» // Капля нашего мира. — М.: Правда, 1988. — (Библиотека журнала «Знамя»). — 200 000 экз.
- Космонавтика. Энциклопедия (главный редактор - В. П. Глушко). — Москва: «Советская энциклопедия», 1985. — 528 с.
- Осташев А. И. Испытания ракетно-космической техники — дело моей жизни. События и факты. — 2-е изд. — Королёв, 2005. — 284 с.
- Первая космическая (сборник статей, посвящённых 50-летию начала космической эры) / составитель О. В. Закутняя. — Москва, 2007. — ISBN 978-5-902533-03-0.
- Селешников С. И. Астрономия и космонавтика. Краткий хронологический справочник с древнейших времён до наших дней. — Киев: "Наукова думка", 1967. — 304 с.
- Советская космонавтика (составители - Л. А. Гильберт, Е. И. Рябчиков). — М.: «Машиностроение», 1980. — 463 с.
- Тяпичев Г. А. Спутники и цифровая радиосвязь. — «ТехБук», 2004. — 288 с. — ISBN 5-9605-0003-5.
- Черток, Б. Е. Ракеты и люди : Фили — Подлипки — Тюратам : [рус.]. — 2. — М. : Машиностроение, 1999. — P. 448. — ISBN 5-217-02935-8.
- Гудилин В. Е., Слабкий Л. И. Ракетный комплекс Р-7 // Ракетно-космические системы (История. Развитие. Перспективы). — М., 1996. — 326 с.
- Абрамов, Анатолий Петрович. «Оглядываюсь и не сожалею». — Барнаул, 2022. — 256 с. — ISBN 978-5-00202-034-8.
- Мәҡәләләр
- Рахманин В. Ф. Проблематичное начало и драматический конец разработки ракеты-носителя Н1 // «Двигатель» : журнал. — М., 2013. — № 3(87). — С. 51—53.
- Степанов Б. Г. Передатчик первого ИСЗ // Радио. — 2013. — № 4. — С. 55—56.
- Зыков Д. Тайна первого "бипа" // Наука и жизнь. — 2007. — № 11. — С. 8—10.
- Ю.А. Победоносцев. Триумф советской науки // Наука и жизнь. — 1957. — № 11. — С. 8—10.
- Варваров Н. Первый и второй // Юный техник. — 1957. — № 12. — С. 32—39.
- На пороге великих открытий // Наука и жизнь. — 1957. — № 11. — С. 30—32.
- Казанцев А. Н. Торжество земных звёзд // Техника — молодёжи. — 1957. — № 11.
- Радиолюбители — помощники учёных // Радио. — 1957. — № 12. — С. 30—32.
- Советский искусственный спутник Земли (со ссылкой на газету "Правда" 9 октября 1957 года) // Радио. — 1957. — № 11. — С. 7—10.
- Советский искусственный спутник Земли // Военные знания. — 1957. — № 10.
- Вахнин В. Искусственные спутники Земли (справка для радиолюбителей-наблюдателей) // Радио. — 1957. — № 6. — С. 14—17.
- Казанцев А. Наблюдения за радиосигналами с искусственного спутника Земли и их научное значение // Радио. — 1957. — № 6. — С. 17—19.
- Черток, Б. Е. Первый искусственный спутник Земли : [рус.]. — Газета «Советский физик». — М., 2007.
- Хултквист Б. Последствия запуска первого спутника // Первая космическая. Сборник статей, посвящённых 50-летнему юбилею запуска первого искусственного спутника Земли. — 2007. — С. 236—238.
- Ивкин В. И. Прорыв в космическое пространство // Интернет-проект "Советский спутник - первый в мире". — 2017.
- Документтар
- Отчёт о разработке бортовой радиостанции первого советского искусственного спутника Земли (прибор Д-200). — НИИ № 885 Госкомитета Совмина СССР по радиоэлектронике. — 31 января 1958. ; Отчёт о разработке бортовой радиостанции первого советского искусственного спутника Земли /прибор Д-200/]. — Москва: «ИД Медиа Паблишер» (Репринтное издание), 2012. — 122 с. — ISBN 978-5-903650-23-1.
- Советский спутник — первый в мире! К 60-летию запуска Первого искусственного спутника Земли (подборка документов)
- Об испытаниях ракеты Р-7 вспоминает известный испытатель фирмы С. П. Королёва, Лауреат Ленинской и Государственной премий Аркадий Ильич Осташев // Социально-просветительный портал «Труженики космоса»
- Sputnik Program Page by NASA’s Solar System Exploration (инг.)
- A joint Russian project of Ground microprocessing information systems SRC «PLANETA» and Space Monitoring Information Support laboratory (IKI RAN) dedicated to the 40th anniversary of Sputnik 1 (инг.)
- Sputnik: the fiftieth anniversary на сайте НАСА (инг.)
- Список участников подготовки и запуска первого искусственного спутника Земли на портале cosmoworld.ru
- Александр Милкус. Первый искусственный спутник Земли: шаг в космос (беседа с ветераном отрасли Георгием Романовичем Успенским, фото их архива последнего) // Комсомольская правда, 2021 г.
| Серия КА «Спутник» | ||
| Алдағы осош: — |
Спутник-1 | Артабанғы осош: Спутник-2 |
