Христианлыҡ

Христианлыҡ (рус. Христианство; грек. Χριστός — һүҙмә-һүҙ мәғәнәлә «миро йәки зәйтүн майы һөртөлгән», «ҡотҡарыусы») — Иисус Христостың Новый Заветта (дөйөм алғанда Инжилдә) яҙылған тормошо һәм тәғлимәттәре менән бәйле яҡынса 33 йылда Фәләстиндә барлыҡҡа килгән дин[1]. Христиандар Назаретта тыуған Иисустың Алла улы Һәм кешелекте Ҡотҡарыусы икәнен таный[2]. Христиандарҙың шулай уҡ Иисус Христостың тарихи шәхес булыуына шиге юҡ.

undefined

Христианлыҡ — 2,5 миллиардҡа яҡын дин тотоусылар һаны менән дә, географик таралыуы буйынса ла — донъяның һәр илендә бер генә булһа ла христиан общинаһы бар — Ер шарында иң ҙур дин[3]. Христианлыҡтағы төп йүнәлештәр: католицизм — яҡынса 1,3 млрд диндар[4]; протестантизм — яҡынса 800 млн; православие — яҡынса 280 млн; Боронғо Көнсығыш православие сиркәүҙәре (миафизитлыҡ) һәм Боронғо Көнсығыш Ассирия сиркәүе (Несторианлыҡ) — 70-80 млн[3][5].

1054 йылда христиан сиркәүе католик (үҙәге Римдә) һәм православие (үҙәге Константинополдә) сиркәүҙәренә бүленгән. Боронғо Көнсығыш сиркәүҙәре алдараҡ айырылып сыҡҡан була. Протестантизмдың барлыҡҡа килеүе XVI быуатта католик сиркәүендә реформация хәрәкәте һөҙөмтәһе була.

Христианлыҡтың барлыҡҡа килеүе һәм таралыуы

undefined

Христианлыҡ I быуатта Тәүрат (Ветхий Завет) таратыусы йәһүдилек миссионерҙар хәрәкәтенең бер өлөшѳ булараҡ Фәләстиндә йәһүдтәр мөхитендә барлыҡҡа килә. Нерон хакимлығы осоронда уҡ христианлыҡ Рим империяһының күп кенә провинцияларында билдәле була.

Христианлыҡ I быуатта Фәләстиндә, тәүҙә йәһүдтәр һәм арамей телле халыҡ араһында Ветхий завет иудаизмының мессианизм хәрәкәте менән бәйле барлыҡҡа килә, һәм тәүге тиҫтә йылда уҡ Сүриәнең һәм башҡа провинцияларҙың грек-римлеләре араһында, ә һуңыраҡ башҡа этник төркөмдәр араһында таралыу ала. Рим империяһының күп кенә провинцияларында Нерон заманында уҡ христианлыҡ билдәле була[3].

Новый Завет тексы буйынса, «Χριστιανοί» христиандар, Христосың эйәрсендәре), беренсе тапҡыр I быуатта Сүриәнең Антиохия ҡалаһында яңы дин яҡлыларҙы билдәләү өсөн ҡулланыла.

Дәүләт дине сифатында христианлыҡ беренсе тапҡыр Бөйөк Әрмәнстанда 301 йылда ҡабул ителә[6][7][8][9]. Император Константин I ваҡытында, 313 йылда дин тотоу азатлығы тураһындағы эдикттан башлап, христианлыҡ Рим империяһында ла дәүләт дине статусын ала башлай[10], IV быуат аҙағында Византияла был статуста тулыһынса нығына.

V быуатҡа тиклем христианлыҡ башлыса Рим империяһының географик сиктәрендә, шулай уҡ уның мәҙәни йоғонтоһо өлкәһендә (Әрмәнстан, Көнсығыш Сүриә, Эфиопия), артабан (башлыса 1-се мең йыллыҡтың икенсе яртыһында) герман һәм славян халыҡтары араһында, һуңыраҡ (XIII—XIV быуаттарҙа) шулай уҡ Балтик һәм фин халыҡтары араһында тарала. Яңы һәм өр яңы ваҡытта христианлыҡ Европанан ситтә колониаль экспансия һәм миссионерҙар эшмәкәрлеге иҫәбенә тарала, был дин Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала, Австралияла, шулай уҡ Африкала тарала.

Христиандар һаны

undefined

2015 йылға ҡарата бөтә донъяла христиан динен тотоусылар һаны яҡынса 2,4 млрд, шул иҫәптән:

Яҡынса төрлө христиан конфесияларында тороусылар һаны:

undefined
  • католиктар — 1,2 млрд-ҡа яҡын, шул иҫәптән:
    • көнсығыш йолаһында яҡынса 17 млн католик;
  • протестанттар — Британика энциклопедияһы буйынса, 420 миллионға яҡын[11] (Британника эксперттары протестантизмға англикандарҙы (86 млн) һәм «бойондороҡһоҙ сиркәүҙәр»ҙе (371 млн) индермәй), Пью тикшеренеү үҙәге протестантизмға англикандарҙы һәм «бойондороҡһоҙ сиркәүҙәрҙе» индергән, яҡынса 800 млн, шул иҫәптән:
    • 105 млн пятидесятниктар;
    • яҡынса 88 млн англикан;
    • яҡынса 75 млн пресвитериан һәм уларға яҡын ағымдар;
    • 70 млн методистар;
    • 70 млн баптистар;
    • 64 млн лютерандар;
    • 16 млн етенсе көн адвентистары;
  • православие динендәгеләр — яҡынса 300 млн[12][13];
  • Боронғо Көнсығыш сиркәүгә эйәреүселәр (халкидон булмаған сиркәүҙәр һәм Көнсығыш Ассирия сиркәүе) — яҡынса 70—80 млн, шул иҫәптән:
    • әрмән апостол сиркәүенә эйәреүселәр — яҡынса 9 млн.

Көнбайышта христианлыҡ донъяның башҡа диндәре менән сағыштырғанда өҫтөнлөклө булып ҡала: был ҡитға илдәре халҡының яҡынса 70 проценты үҙҙәрен христиан тип таный. Тағы ла Африкала Һәм Азияла, Ер шарының иң күп халыҡ йәшәгән континенттарҙа, христиандар һаны арта.

Христиан конфессиялары һәм тәғлимәттәре

Христианлыҡ күп төрлө (20 меңдән ашыу) конфессияларҙан һәм ағымдарҙан тора, уларҙың һәр береһе Ысын Христиан сиркәүе статусына дәғүә итә[3].

Хәҙерге ваҡытта христианлыҡта түбәндәге биш төп йүнәлеш бар[5][3]:

Католицизм

Православие

  • Православие сиркәүе
    • Автокефаль православие сиркәүе
  • Старообрядсылыҡ
    • Поповщина
    • Беспоповщина
    • Беглопоповцы

Боронғо көнсығыш православиеһы

  • Әрмән апостол сиркәүе
  • Копт православие сиркәүе[14]
  • Эфиопия православие сиркәүе
  • Сиро-яковит православие сиркәүе
  • Маланкар православие сиркәүе
  • Көнсығыш АсСүриә сиркәүе

Протестантизм

Төп конфессиялары (10 млн артыҡ ағза)

  • Адвентисты Седьмого Дня
  • Англиканлыҡ
  • Баптизм
  • Кальвинизм һәм Реформатство
    • Кальвинизм
    • Пресвитерианство
  • Лютеранство
  • Методизм
  • Пятидесятничество
    • Пятидесятнические деноминации

Башҡа конфессиялар

  • Адвентис-реформистар
  • Квакерҙар
  • Меннонитство

Протестантизм ағымдары

  • Евангелие христиандары
  • Харизматик ағымдар

Дин ғилеме

undefined

Христианлыҡ өс аллалыҡҡа ышаныуҙан тора: Алла-Ата, Алла-Ул һәм Алла-Изге-Рух. (I Ио. 5, 4-5).[15]

Теология

Христианлыҡ — Авраамдан (Ибраһим пәйғәмбәрҙән) башланған Инжилдә яҙылғанса (монотеизм), йәғни Донъяны һәм кешене булдырған Аллаһ берҙән- бер тигән ҡараш. Шул уҡ ваҡытта христианлыҡ йүнәлеше монотеизмға троица идеяһын өҫтәп ҡуша: тәбиғәте менән бер үк Аллаһ-Ата, Аллаһ-Ул һәм Аллаһ-Изге-Рух.[15]

Христология

Христология — Иисус Христос тураһында тәғлимәт. Христиан сиркәүендә Иисус Тәүратта (библейские) алдан күрелгән Мессия- «идеаль батша», «рухи етәксе, остаз» тип аңлатыла. Ортодоксаль (эҙмә-эҙлекле, тайпылышһыҙ)(католиктар, православ христиандар һәм протестанттар) Иисус Христос — Аллаһ-кеше — ярымилаһ та, ярымкеше лә түгел, ләкин үҙендә тулы мәғәнәлә илаһи һәм бәндәүи тәбиғәтте бергә берләштергән, кәүҙәләндерелгән Аллаһ Улы, ул Ерҙә тыуғанға тиклем мәңге Күктә йәшәгән, ул-Атаһы менән бер үк (тәбиғәте Уның менән бер үк). Арианлыҡ Иисус Христос- донъяны булдырғансы уҡ Аллаһ булдырған иң бөтөн теүәллек тип иҫәпләй. Несторианлыҡ Иисустың Логосының илаһи тәбиғәтен һәм кешегә хас тәбиғәтен айырып ҡарай. Монофизиттар, киреһенсә, Иисустың кешегә хас тәбиғәтенең Логостың (Слово, сын Божий) илаһи тәбиғәте тарафынан йотолоуы тураһында фекер йөрөтә[16].

Христиан антропологияһы

Христиан дине буйынса, кеше Алланың кәүҙәләнеше буйынса, уға оҡшатып булдырылған. Уның башта етешһеҙлектәре булмай, ул теүәл була, ләкин гонаһ эшләүе арҡаһында түбән хәлгә төшә. Түбән төшкән кешенең күренеп торған тупаҫ тәне, уның көслө теләктәр тулы күңеле һәм Аллаға табан йүнәлтелгән рухы бар. Шуға ҡарамаҫтан, кеше — бер бөтөн, шуға күрә уның күңеле генә түгел, тәне лә ҡотҡарыла ала (күккә олғаша һәм Аллаға яҡыная ала). Иисус Христос — бөтә яҡтан да камил, берләштерелмәйенсә генә Алла тәбиғәте менән бер булған кеше. Ләкин христианлыҡ буйынса үлгәндән һуң тағы башҡа төрлө тормош бар: тамуҡ, ожмах һәм чистилище (тик католиктарҙа ғына, күңелендә Алла булған, ләкин үҙ ғүмере эсендә гонаһтар эшләгән кешеләр бында таҙарыныу үтә. Улар өсөн христиандар доғалар уҡырға, ҡорбан килтерергә, бүләктәр бирергә тейеш).

Христианлыҡтың тылсымлы йолалары

Алланың кешегә ҡарата юғары ниәте башҡа диндәргә хас булмаған тылсымлы йолалар (таинства) менән бәйле, улар ритуал, ғәҙәти йола сиктәрен үтеп китеүсе ғәмәл. Әгәр йолалар кеше тормошон Алла булмышына бәйләнешен билдәләй һәм бының менән донъя менән кеше араһындағы тыныслыҡ тотороҡлолоғон тәьмин итһә, тылсымлы йолалар (христиандар аңлауынса) ысынлап кеше тормошона Алланың барлығын алып инә һәм киләсәктә «Алла менән берләшеү» (обожение), эсхатологик ваҡытты (ерҙәге һәм космостың башы һәм аҙағына бәйле, рухи) еңеү өсөн нигеҙ булып тора.

Бөтә христиандар таныған тылсымлы йола (шарт) — суҡындырыу (инициация, ул кешене христиандар тормошо менән бәйләй һәм Алла менән берләшеүҙең символы, тәүбә) һәм Евхаристия, йәки причащение (икмәк менән шарап ауыҙ итеү, сиркәү өйрәткәнсә, улар — Христостың тәне менән ҡаны, уларҙы ауыҙ итеп, христиан Христос менән ҡушыла тип иҫәпләнә, Христос «унда йәшәй башлай»). Православие менән католицизм тағы ла биш тылсымлы йоланы таный, протестанттар уның сакраменталь статусын танымай: миро майын һөртөү миропомазание — Изге Рухтың мистик бүләген тапшырыу, Суҡындырыуҙы теүәлләп ҡуйыу, ул кешенең рухи тормошона көс бирә тип иҫәпләнә ; тәүбә итеү (рухани янында Алла алдында тәүбә итеү һәм гонаһтарҙан арындырыу); рукоположение йәки ординация (йәки сиркәү иерархы ҡулын ҡуйып тора, рухани вазифаһына билдәләү ваҡытында башҡарыла, бынан һуң рухани дин ҡәрҙәштәрен уҡытып, өйрәтеп кенә ҡалмай, ете тылсымлы йола башҡара ала, ул иудазм, йәки исламдағы кеүек юридик акт ҡына (документ алыу) түгел); никах (сиркәүҙә нығытылған никах) Библияла яҙылған Ефесяндарға мөрәжәғәткә ярашлы Христостың сиркәү менән мистик никахында ҡатнашыу кеүек тип аңлатыла (Библия|Еф|5:22, 5:32); соборование (сирле кешенең тәненә доғалар уҡып, елей- зәйтүн майы һөртөү, уны Благодать Святого Духа тиҙәр)— урыҫ православие сиркәүендә (гректар һәм башҡаларҙан айырмалы) ғәҙәттә аңында булмаған кешегә лә соборование йолаһы үткәрелә (был осраҡта йыназаға яҡын тип ҡарарға була, тик христиан йолаһы- Христостың елей (зәйтүн) майы һөртөп, сирлеләрҙе дауалауы иҫтәлеге). Тылсымлы йолалар һәр саҡ билдәле бер тәнгә бәйле, христианлыҡта улар һәм аскетизм этикаһы һәр саҡ кеше тәбиғәтенең юғары маҡсатына бәйле, шул иҫәптән, тән дә эсхатологик рухи яңырыуға аскетизм һәм тылсымлы йолалар аша әҙерләнергә тейеш.

Рационализм традицияларында тәрбиәләнгәндәрҙең быларҙы аңларға тырышыуы файҙаһыҙ. Ә диндарҙарҙан тик инаныу ғына талап ителә.

undefined

Изгеләргә табыныу

150 меңдән артыҡ кеше христиандар тарафынан (православ, католик һ.б. сиркәүҙәр) изгеләр тип иғлан ителгән. Сиркәү айырымланғансы (1054) исемлеккә индерелгән изгеләр бер үк ваҡытта католиктар тарафынан да, православтар тарафынан да таныла.

Христиан дине тарихы

Никея соборына тиклемге осор (I—IV быуат башы)

Сиркәү тарихының башланғыс осоро өс быуатты ала, йәки Беренсе Никея соборына тиклем.

Апостолдар быуаты

I быуатты ғәҙәттә апостолдар (тәү сиратта-Иисустың иң тәүге 12 уҡыусыһы һәм уға инанған тәүге христиан идеяларын таратыусылар) быуаты тип йөрөтәләр. Риүәйәт буйынса Пятидесятницанан (тәүге Пасха- Христостың күккә олғашыуынан илле көн үткәс) һуң ун ике йыл буйы апостолдар Иерусалим тирәһендә йәшәгән, шунан донъя буйлап вәғәз уҡыр өсөн таралған.

Рим императоры Нерон хакимлек иткән ваҡытта христиандарҙы эҙәрлекләй башлайҙар. Һуңғы апостол Иоанн Богослов 100 йыл тирәһендә вафат була, шуның менән апостолдар быуаты тамамлана.

«Апостолдар уҡыусылары»

I—II быуаттарҙағы тәүге христиандар йәшәгән ваҡыты «апостольские мужи», йәки апостолдар уҡыусылары булған тәүге христиан яҙыусылары осоро.

«Апологеттар»

Апостол уҡыусылары (апостольские мужи)— апостолдар (Христос уҡыусылары) менән апологеттар араһындағы быуын. Апология (грек. ἀπολογία — оправдание, аҡлау) — христиандарҙы эҙәрлекләүсе императорҙарға атап ебәрелгән яҡлау һүҙе. Христианлыҡты ғәҙел һәм айыҡ аҡылға ҡоролған дин булараҡ яҡлап, апологеттар үҙ теләктәре буйынса, йәки уға ҡаршы дини инаныуҙы аҡыл теленә күсерә, шулай итеп христиан дине тәғлимәте барлыҡҡа килә. Ошондай апалогеттарҙың береһе- ыҙа сиккән (мученик) Самария кешеһе Иустин Философ. Ул- философ-платоник, 133 йыл тирәһендә христиан динен ҡабул иткәндән һуң Римгә бара, унда еретик-гностиктар менән көрәшер өсөн христиан дине тәғлимәтен өйрәнеүсе мәктәпкә нигеҙ һала. Иустин Философ алты уҡыусыһы менән бергә Рим илаһтарына табыныуҙан баш тартҡан өсөн 166 йылда, император Марк Аврелий хаким иткән заманда, язалана.

Никея соборына (325 йыл, император Константин заманында) тиклемге осорҙа христианлыҡ тарихындағы иң ҙур «Диоклетиан эҙәрлекләүҙәре» (302—311 йылдар) ойошторола, уның маҡсаты христиан сиркәүен тулыһынса тар-мар итеү була. Ләкин эҙәрлекләүҙәр христианлыҡтың нығыныуына һәм таралыуына ғына килтерә.

Әрмәнстанды христианлаштырыу

undefined

Әрмән сиркәүенә I быуатта Әрмәнстанда христиан динен таратҡан Иисус Христос уҡыусылары апостол Фаддей менән апостол Варфоломей нигеҙ һала[17].

IV быуат башында (традиция буйынса 301 йылда тип иҫәпләнә) Бөйөк Әрмәнстан донъяла христиан динен дәүләт дине итеп ҡабул иткән тәүге ил була[18], был ваҡиға Григорий Мәғрифәтсе һәм әрмән батшаһы Бөйөк Тиридат III (Трдат) исемдәренә бәйле тип иҫәпләйҙәр.

Рим императоры Диоклетиандың христиандарҙы эҙәрлекләү сәйәсәте ҡыҙҙар аскетерийы (монастыре) христиандарын Римдан Әрмәнстанға ҡасырға мәжбүр итә. Ләкин изге ҡыҙҙарҙы әрмән батшаһы Трдат III бойороғо буйынса (ул саҡта мәжүси була) язалап үлтерәләр. Ләкин һуңыраҡ был ваҡиғалар Григорий Мәғрифәтсе вәғәздәрен ишеткән батшаның христиан диненә күсеүенә булышлыҡ иткән. Григорий Мәғрифәтсе 301 йылда Әрмәнстанды христианлаштыра (суҡындыра) һәм был батшалыҡта тәүге епископ була. Шулай итеп, Әрмәнстан тарихта беренсе христиан дәүләте булып китә[19].

Грузияны христианлаштырыу

Грузин христиан сиркәүе, риүәйәт буйынса, I быуатта апостол Андрей Первозванный тарафынан булдырылған[20]. 324 йылда изге апостолдарға тиң Нина тырышлығы менән христианлыҡ Грузия батшалығында (Иберия) дәүләт дине булып китә. Сиркәү ойошмаһы Антиохия сиркәүе ҡулы аҫтында була[21]. Грузинская церковь считается одной из древнейших христианских церквей в мире[22][23].

IV—VIII быуаттар

undefined

Бөйөк Константин I һәм уның вариҫтары ваҡытында христианлыҡ Рим империяһында дәүләт дине булып ҡабул ителә һәм нығына. Был процестың бер нисә үҙенсәлеге бар. Бик күп кисәге мәжүси халыҡты христиан сиркәүенә ҡабул итеү Сиркәүҙең рухи һәм әхлаҡи кимәлен түбәнәйтә, бик күп еретиктар хәрәкәте барлыҡҡа килтерә.Сиркәү эштәренә ҡыҫылып, императорҙар ҡайһы ваҡыт еретиктар хәрәкәте башында тора (мәҫәлән, монофелитство — император башында торған сиркәү дини ҡанундарына ҡаршы килгән хәрәкәт, ересь). Төрлө тегеләй-былай тайпылыштарҙан аскет-христиандар сүллектәрҙә ҡасып йәшәй. Тап IV быуатта монахлыҡ сәскә ата һәм тәүге монастырҙар барлыҡҡа килә. Мөртәтәтлекте (ересь) еңеү өсөн ете Бөтә донъя Соборы барышында дөйөм ҡабул ителгән догматтар, дини тәғлимәттәр формалашыуы һәм асылыуы кәрәк була.

Мысыр, Сүриә һәм Фәләстанда монахлыҡ

Монахлыҡ был өс өлкәлә бер-береһенән айырым барлыҡҡа килә. Ләкин Мысырҙа монахлыҡ барыһынан да алда барлыҡҡа килгән тип иҫәпләнә. Уның башында преподобный Бөйөк Антоний тора, ул 285 йылда уҡ сүллектәге Колизма тауына китә. Уның уҡыусыһы преподобный Бөйөк Макарий Скит сүллегендә монахтар эшмәкәрлегенә нигеҙ һала, ә преподобный Бөйөк Пахомий 330 йыл тирәһендә Тавениссиҙа тәүге Мысыр монастыренә нигеҙ һала.

Фәләстанда тәүге монастырҙарҙы булдырғандар: преподобный Харитон Исповедник— Фаран Лавраһын (330 йылдар) һәм преподобный Бөйөк Иларион — Маюм янындағы Лавраны (338 йылдар тирәһе).

Сүриәла — преподобный Иаков Низибийский (340 йылдарҙа үлгән) һәм уның уҡыусыһы преподобный Ефрем Сирин (373 йыл). Ефим — Эдесса-Низибия (хәҙерге Нисайбин) христиан дини мәктәбенә нигеҙ һалыусы ла булған.

IX—XI быуаттар

VIII быуат башында бөтә христиан донъяһында бик ҙур үҙгәрештәр була, сөнки VII быуатта ислам дине барлыҡҡа килә һәм бик тиҙ тарала башлай. 711 йылда ғәрәптәр Гибралтар боғаҙы аша сығып, бик тиҙ Испанияны һәм хәҙерге Францияны яулап ала.

Сиркәү айырымланыуы (формаль 1054 йылда)

1054 йылғы Бөйөк схизманың сәбәбе- Көньяҡ Италиялағы ерҙәр өсөн бәхәс, улар формаль Византияның ерҙәре була. Унда грек сиркәү йолалары ҡыҫырыҡлап сығарыла һәм онотола икәнен белеп ҡалғас, Константинополь патриархы Михаил Керуларий Константинополдәге бөтә латин йолалары үтәлгән ҡорамдарҙы ла ябырға ҡушҡан. Бер үк ваҡытта ул Римдан үҙен Бөтә донъя партиархы итеп таныуҙы талап итә. Рим папаһы Лев IX был талапты кире ҡаҡҡан һәм бер аҙҙан үлеп киткән. Шул ваҡыттараҡ Константинополгә кардинал Гумберт етәкселегендәге папа илселәре килә. Хәтере ҡалған патриарх уларҙы ҡабул итмәй, тик латин йолаларын фашлаған яҙмалар ғына бирә. Гумберт, үҙ сиратында, патриархты бер нисә мөртәтлектә (ересь) ғәйепләй, ә 1054 йылдың 16 июлендә үҙ белдеге менән патриархҡа һәм уның артынан барыусыларға ләғнәт (анафема) уҡый. Михаил Керуларий Собор ҡарары менән яуап бирә (867 йылда Константинополь патриархы Фотий ташлаған ғәйепте ҡабатлай) һәм бөтә илселәргә лә ләғнәт уҡый. Шулай итеп, был сираттағы схизма була, уны Көнсығыш менән Көнбайыш араһындағы бүленеш, айырылышыу тип шунда уҡ танымағандар.

Ысынында иһә сиркәүҙәр айырымланыуы бик оҙаҡ процесс булған, ул дүрт быуат ваҡытты алған (IX—XII быуаттар), ә уның сәбәбе экклезиологик традицияларҙа (мистик һәм каноник) айырмалар күбәйеүҙә тип иҫәпләнә.

Яңы ваҡыт

undefined

XV—XVII быуаттарҙағы бөйөк географик асыштарҙан һуң һәм бигерәк тә яңы империализм осоронда христианлыҡ Америкала, Океанияла, тропик Африкала, шулай уҡ донъяның башҡа өлөштәрендә миссионерлыҡ эшмәкәрлеге һәм Европа колониализмы аша тарала[24][25][26].

Христиан мифологияһы

undefined

Христиан мифологияһы — христианлыҡ менән бәйле һәм христиан доктринаһының христиан халыҡтарының фольклор традициялары менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе һөҙөмтәһендә үҫешкән ҡараштар, образдар һәм символдар комплексы[27].

Христиан доктринаһы менән христиан мифологияһы араһындағы бәйләнеш бик ҡапма-ҡаршылыҡлы. Христиан доктринаһы диндар өсөн мотлаҡ булған теология-тойғолар һәм тормош ҡиммәттәре менән аңлы рәүештә ҡапма-ҡаршы ҡуйылған догматтар һәм әхлаҡи принциптар системаһы. Был система мифологиянан стадиялы айырыла һәм архаик йоланы дөйөмләштереү булараҡ мифология принцибына ҡаршы килә, сөнки йоланың мәғлүмәттәренә теге донъянан килгән "хәҡиҡәт"те ҡаршы ҡуя. Йәһүд мифологияһы ҡатмарлы феномен булып тора, унда «ғәҙәти» мифологияның билдәле бер һыҙаттары юҡ. Буддизм, джайнизм мифологияһында бай итеп күрһәтелгән мифологик материалдың тотош ҡатламдары (мәҫәлән, фантастик космология буйынса ентекле мәғлүмәттәр һ.б.) христиан Изге Яҙмаһы һәм Изге Риүәйәттәр канонында юҡ тиерлек. Улар христиан апокрифтарында, фольклор һәм ярымфольклор текстарында бар. Улар рәсми, дөйөм мәжбүри доктринанан айырылған[27].

Иҫкәрмәләр

  1. Пучков, 1999, с. 855
  2. Briggs Ch. A. The fundamental Christian faith: the origin, history and interpretation of the Apostles' and Nicene creeds (ингл.). C. Scribner’s sons (1913). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  3. 1 2 3 4 5 Кузенков, Аверинцев, 2017, с. 194
  4. Presentation of the Pontifical Yearbook 2019 and the Annuarium Statisticum Ecclesiae 2017, 06.03.2019. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано 7 март 2019 года.
  5. 1 2 Пучков, 1999, с. 859—860
  6. The Oxford Dictionary of the Christian Church / Ed. by F. L. Cross, E. A. Livingstone. — Oxford University Press, 2005. — P. 107.
  7. Armenian Apostolic Church (ингл.). Энциклопедия Британника. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  8. Saint Gregory the Illuminator. Энциклопедия Британника. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  9. Большая советская энциклопедия. Статья Аршакиды армянские;
    При Тиридате III Великом [287—332] христианство стало около 301 государственной религией в Армении.
  10. Карташёв А. В. Вселенские соборы. — М.: «Эксмо», 2006. — 672 с. (С. 66) (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2025)
  11. Worldwide Adherents of All Religions (ингл.). Encyclopædia Britannica (2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  12. Carl S. Tyneh. Orthodox Christianity: Overview and Bibliography (ингл.). Nova Publishers (2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  13. Juergensmeyer M., Roof W. C., ed. (2012), Encyclopedia of Global Religion, vol. 1, Los Angeles: SAGE Publications, p. 319, <https://books.google.com/books?id=B105DQAAQBAJ&pg=PA319#v=onepage&q&f=false>   (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2025)
  14. The Christian Coptic Orthodox Church Of Egypt (ингл.). Encyclopedia Coptica. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  15. 1 2 Православная энциклопедия|158182|Вероучение|8|8-11|Зайцев Алексей Алексеевич (богослов)
  16. Православная энциклопедия|293939|Иисус Христос|21|674-713 |Квливидзе Н. В.
  17. Официальный сайт Армянской апостольской церкви.
    Founded in the first century by two of the Apostles of Jesus Christ, Saints Thaddeus and Bartholomew, we are one of the five ancient Eastern Oriental Orthodox churches. At the beginning of the fourth century, Armenia became the first nation in the world to declare Christianity as our state religion…
  18. Всемирный совет церквей. Профиль страны: Армения (архивированная версия). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025. Архивировано из оригинала 20 ноябрь 2008 года. 2008 йылдың 20 ноябрь көнөндә архивланған.
  19. Профиль страны: Армения (ингл.). Всемирный совет церквей (1 ғинуар 2004). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  20. Русская Православная Церковь. Грузинская Православная Церковь. Официальный сайт Московского Патриархата. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 декабрь 2025.
  21. Рональд Робертсон. Восточные христианские церкви: церковно-исторический справочник. Яков Кротов. Заметки. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  22. Ломинадзе Б. Р. Грузинская Православная церковь. Большая советская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 декабрь 2025.
  23. Бессонов М. Н. Православие в наши дни. — М.:Политиздат, 1990. — С. 80. (Тикшерелеү көнө: 25 декабрь 2025)
  24. Muslim–Christian Relations. — Amsterdam University Press, 2006. — ISBN 978-90-5356-938-2.
  25. Kammer Fred. Doing Faith Justice. — Paulist Press. — P. 77. — ISBN 978-0-8091-4227-9.
  26. Christian Church Women: Shapers of a Movement. — Chalice Press. — ISBN 978-0-8272-0463-8.
  27. 1 2 Аверинцев, 1988

Әҙәбиәт

Фәнни әҙәбиәт
  • Christianity: A Very Short Introduction. — Oxford [Oxfordshire]: Oxford University Press, 2004. — ISBN 978-0-19-280322-1.
  • Беляев Л. А. Христианские древности. СПб., 2000.
  • Болотов В. В. Лекции по истории древней Церкви. — СПб., 1907 1918. Т. 1—4; М., 1994 (репринт).
  • Густерин П. На родине христианства // Азия и Африка сегодня. — 2006. — № 5.
  • Зелинский Ф. Ф., Мелиоранский Б. М. Христианство // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Карташёв А. В. Вселенские Соборы. — М., 1994.
  • Христианство / Кузенков П. В., Аверинцев С. С. // Хвойка — Шервинский. — М. : Большая российская энциклопедия, 2017. — С. 194—197. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 34). — ISBN 978-5-85270-372-9.
  • Поснов М. Э. История христианской церкви (до разделения Церквей — 1054 год).
  • Пучков П. И. Христианство // Народы и религии мира: Энциклопедия / Гл. ред. В. А. Тишков. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1999. — С. 855—861. — 928 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-85270-155-6.
  • Свенцицкая И. С. Раннее христианство: страницы истории]. — М.: Политиздат, 1987; М., 1988; М., 1989.
  • Свенцицкая И. С. Первые христиане и Римская империя. — М., 2003.
  • Свенцицкая И. С. Судьбы апостолов: мифы и реальность. — М.: Вече, 2006.
  • Фрэзер Дж. Дж. Фольклор в ветхом завете. — М.: АСТ, 2003. — 650 с.
  • Христианская мифология / С. С. Аверинцев // Мифы народов мира : Энцикл. в 2 т. / С. А. Токарев. — 2-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1988. — Т. 2 : К—Я. — 719 с.
  • Христианство: Словарь / Под общ. ред. Л. Н. Митрохина. — М.: Республика, 1994. — 559 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-250-02302-9.
  • Христианство: Энциклопедический словарь / Гл. ред. С. С. Аверинцев. — М.: Большая Российская энциклопедия, 1993/1995. — Т. 1—3. — 2317 с. — ISBN 5852700231. (Т. 3. С. 489—526 обширная библиография).
Христиан әҙәбиәте
Тәнҡит әҙәбиәте
  • Арнольд Готфрид. Беспристрастная история церквей и ересей от начала нового завета до 1688 г. после рождества Христова. — Франкфурт-на-Майне, 1729
  • Гарнак Адольф фон. Оп.: История догматов, в кн.: Общая история европейской культуры, СПб., 1911, т. 6
  • Дешнер Карлхайнц. Криминальная история христианства. В 4 томах / Пер. с нем. В. Хмары. — М.: Terra, 1996. — 464 с.
  • Древс Артур. Происхождение христианства из гностицизма. — М., 1930
  • Каутский Карл. «Происхождение христианства»
  • Косидовский З. Сказания евангелистов: Пер. с польск. / Послесл. и примеч. И. С. Свенцицкой. — 2-е изд. — М., 1978. — 262 с.
  • Ранович А. Б. Античные критики христианства. — М., Политиздат, 1990.
  • Таксиль Лео. Священный вертеп.
  • Толстой Л. Н. Исследование догматического богословия / Полное собрание сочинений в 90 томах. Том 23, произведения 1879—1884, с. 60—303
  • Уайт, Э. Д. A History of the Warfare of Science with Theology in Christendom. 2 vols. (1896) (инг.) (на русском языке: Уайт, Э. Д. Борьба религии с наукой / Пер. Д. Л. Вейса. М.—Л., 1932)
  • John William Draper. History of the Conflict Between Religion and Science. — New York: D. Appleton, 1874. (инг.) («История борьбы между религией и наукой»)
  • Walter Richard Cassels. Supernatural Religion: An Inquiry into the Reality of Divine Revelation. — London, 1902. (в pdf, djVu(инг.) («Сверхъестественная религия: исследование реальности божественного откровения»)

Категориялар