Ваҡиғалар

Европа

• I быуат башы — Прима-Порта Августы статуяһы эшләнә (беҙҙең эраға тиклем 20 йылдағы бронза статуяһының күсермәһе булыуы мөмкин). Хәҙерге ваҡытта был һын Ватикандағы Кьярамонти музейында, Римдә һаҡлана.
• I быуат башы — «Гемма Августа» рельеф камеяһы эшләнә. Хәҙерге ваҡытта Сәнғәт тарихы музейында, Венала һаҡлана.
• Везувий вулканы атылыуы (79).
• 14 август 14 йыл — Рим императоры Октавиан Августтың үлеме.
• 14—37 — Октавиан Августтың вариҫы, император Тиберий хакимлыҡ итә.
• 14—16 — Рим военачальнигы Германиктың Рейн буйына походтары. Рейн йылғаһын аша сығыу, Марстарға һөжүм һәм Германиктың Арминий етәкселегендәге герман ҡәбиләләре өҫтөнән еңеүе.
• Сармат ҡәбиләләре Азов буйы һәм Кавказ аръяғына күсенә.

Азия

Яҡын Көнсығыш

• Алланың Улы Ғайса Мәсих тыуа.
• Христианлыҡтың барлыҡҡа килеүе. Иисус Христос һәм Ун ике апостолының тормошо һәм эшмәкәрлеге.
• I быуаттың икенсе яртыһы — Химьяриттар һәм Сәба батшалығы батшаһы Харибавел.

Һиндостан

• Көньяҡ Һиндостанда Чола короллегенең барлыҡҡа килә.
• Андхра батшаһы Сатакарни I төньяҡ-көнбайыш Деканды баҫып ала һәм баш ҡалаһын Пейтанға күсерә.

Ҡытай

• I быуат башы — Хунну антикитай ихтилалын күтәрә һәм еңеү яулай.
• 48 — Хунндарҙың 8 ырыуы яңынан Ҡытай Империяһы йоғонтоһо аҫтына эләгә. Һөҙөмтәлә, Хунндар Көньяҡ Хунну һәм Төньяҡ Хунну тип бүленә.
• Фуюй дәүләте (кәрейҙәр менән тығыҙ бәйләнешле) Көнсығыш Маньчжурияның бөтә өлөшөн биләй (көньяҡта Кайюандән алып төньяҡта Цицикарға тиклем).
• 87—93 — Ҡытай, Сяньбиләр һәм Динлиндар коалицияһы Төньяҡ Хуннуларҙы Волгаға китергә мәжбүр итә.
• Фунань дәүләтенең (хәҙерге Камбоджа) барлыҡҡа килеүе. Уның нигеҙ һалыусыһы тип Һиндостан принцы Каундинья һанала, ул урындағы хаким ханымға өйләнә.
• Көньяҡ Вьетнамда [[Тямпа] дәүләте барлыҡҡа килә.
• Бирмала Шрикшетра һәм Аракан]] дәүләттәре, [Мондар дәүләттәре барлыҡҡа кил

Африка

• Намибияла Сан өәбиләләре йәшәй.
• I быуат уртаһы — Шебанан семит ҡәбиләләренең Эфиопияға күсеп инеүе. Аксум батшалығының (Төньяҡ Эфиопия) барлыҡҡа килеүе, уны Сөләймән династияһы етәкләй (үҙҙәрен Соломон менән Сәба батшабикәһенән сыҡҡан тип һанайҙар).

Америка

• Мезоамериканың иң ҙур ҡалаһы Теотиуакандың сәскә атыуы[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ The history of Teotihuacan. "Mexican Routes" [mexicanroutes.com]. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 ноябрь 2020. Архивировано 27 ноябрь 2020 года.

Категориялар