2 йыл
| Йылдар |
|---|
| Б. э. т. 3 · Б. э. т. 2 · Б. э. т. 1 · 1 — 2 — 3 · 4 · 5 · 6 |
| Ун йыллыҡтар |
| 10- йылдар б. э. т. · 0- йылдар б. э. т. — -0 йылдар — 10 йылдар · 20 йылдар |
| Быуаттар |
| Б. э. т. I быуат — I быуат — II быуат |
| I мең йыллыҡ | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| — — — — | ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| ||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||||
| Григориан стилендә | 3 III |
| Юлиан стилендә | 3 — 4 (30 декабрҙән) |
| Рим нигеҙләнгән көндән | 755 — 756 (19 апрелдән) |
| Константинополь эраһы | 5511 — 5512 (30 августан) |
| Йәһүд календары |
3763 — 3764 ג'תשס"ג — ג'תשס"ד |
| Мосолман календары | 638 BH — 637 BH |
| Боронғо әрмән календары | N/A |
| Ҡытай календары | 2699 — 2700 壬戌 — 癸亥 ҡара эт — ҡара сусҡа |
| Эфиопа календары | -5 — -4 |
| Боронғо һинд календары | |
| - Викрам самват | 59 — 60 |
| - Шака самват | N/A |
| Иран календары | 619 BP — 618 BP |
2 (икенсе) йыл — юлиан календары буйынса йәкшәмбе көнө башланған ғәҙәти йыл. Был беҙҙең эраның 2 йылы, I быуат, 1 мең йыллыҡ . Был йыл 2024 йыл элек тамамланған.
Ваҡиғалар
Рим империяһы
• Император: Октавиан Август (патриций); консулдар: Публий Виниций менән Публий Альфен Вар (икеһе лә — плебей); консул-суффекттар: Публий Корнелий Лентул Сципион (патриций) менән Тит Квинкций Криспин Валериан (плебей); претор: (Сергий) Плавт.
• Тиберийҙың Родостан Римға ҡайтыуы.
• Гай Юлий Цезарь Випсаниан менән Парфия батшаһы ФраатV (Фраатак) ҡул ҡуйған Рим менән Парфия араһындағы тыныслыҡ килешеүе.
• Гай Юлий Цезарь Випсаниан әрмән тәхетен мидянлы Ариобарзанға тапшыра. Ул тиҙҙән һәләк була.
• Тиберий менән Өлкән Юлиә айырылыша.
• Өлкән Юлиә һөргөнгә ебәрелә.м
• Публий Квинтилий Вар менән Клавдия Пульхра никахлаша.
Ҡытай
• Беренсе тапҡыр халыҡ иҫәбен алыу үткәрелә (һөҙөмтәләре: 12 233 062 хужалыҡ һәм 59 594 978 кеше).
• Джунгария аша «яңы төньяҡ юлы» асыла.
• Задний Чеши (сыуаш кенәзлеге) халҡы күпләп Хуннаға ҡаса.
Вафат булғандар
• Випсания Марцелла (2 йыл тирәһе) — Публий Квинтилий Варҙың икенсе ҡатыны, Агриппаның ҡыҙы.
• Луций Цезарь — Августың уллыҡҡа алған улы (беҙҙең эраға тиклем 17 йыл)
• Марк Лоллий (беҙҙең эраға тиклем 21 йыл консулы)
• Публий Корнелий Лентул Сципион (2 йылдың консул-суффекты)