

• Император: Клавдий (патриций); консулдар: Марк Виниций (2-се тапҡыр) менән Тит Статилий Тавр Корвин (икеһе лә плебей); консул-суффекттар: Тиберий Плавтий Сильван Элиан, Марк Антоний Руф менән Марк Помпей Сильван Стаберий Флавиан (барыһы ла плебей).
• Африкала Гальба проконсуллығы башлана.
• Боспор батшалығында Котис I хакимлығы.
• Олимпияла 206-сы Олимпия уйындары үтә.
• Норик провинцияһында кельт ҡалаһы урынында Ювавум Рим төҙөлә — хәҙер Зальцбург ҡалаһы.
• Паннонияла Секст Палпеллий Гистр, Германияла Помпоний Рим наместниктары итеп тәғәйенләнә.
• Таррагона Рим колонияһы тип иғлан ителә.
• Лондиний (хәҙер — Лондон) Рим колонияһында ныҡлы ҡәлғә төҙөлә.
• Апостол Павел Пафоста обратил Кипр проконсулы Сергий Павелды христиан диненә күсерә, Павел Кипр һәм Кесе Азия буйлап сәйәхәт итә башлай.
• Антиохияның беренсе епискобы итеп апостол Пётр тәғәйенләнә
Британия:
• 45 йыл тирәһендә Рим армияһы легионы буласаҡ император Веспасиан командалығында Ҡыҙҙыр ҡәлғәһе нығытмаһын (Maiden Castle) штурмлай. Хәрби хәрәкәттәрҙең аяуһыҙлығы хаҡында британ яугирҙарының зәғифләнгән ҡалдыҡтары раҫлай.
Боронғо Ҡытай:
• Хуннуҙар төньяҡ провинцияларға баҫып инә.
Хунну һәм Урта Азия:
• Көнбайыш Чеши Хуннуға буйһона.
• Хунну һәм Сяньбиҙарҙың Ляодунға баҫҡынсылығы кире ҡағыла.
• Шаньюй Юй тәхеттең артыҡ вариҫтарын үлтерә.