• Император: Калигула (патриций); консул: Калигула (патриций, 3-сө тапҡыр); консул-суффекттар: Гай Леканий Басс менән Квинт Теренций Куллеон (икеһе лә плебей[1]).
• Калигуланың Германияға һәм Галлияға походы.
• Британия короле Кинобеллин ҡыуғас, уның улы Аминий Калигула ҡурсыуына килә.
• Калигуланың Римға ҡайтыуын алҡышлап ҡаршы алалар.
• Клавдий ярлылана. Калигула үҙ культы ҡарамағындағы ҡанбаба вазифаһын 8 миллион сестерций түләп һатып алырға мәжбүр итә.
• Поданныйҙары ҡыуырға теләгәс, римдар бриганттар хакимы Картимандуяны яҡлап сыға.
• Мавретанияның һуңғы батшаһы Римға саҡырыла, шунда вафат була.
• Бөйөк Ирод ейәне Ирод Агриппа I — Иудея батшаһы.
• Иудея первосвященнигы Матфий.
• Коринфта иртә христиан сиркәүе төҙөлә.
• Калигула тәхеткә Римда тәрбиәләгән Полемон II ултыртырға тырыша. Әммә уны Аспургтың улы Митридат VIII бәреп төшөрә.
• Римдан Пизон менән Ливия Орестилла ҡыуыла.
• Линьнамда апалы-һеңлеле Чынгтар ихтилалы. Фуангтяу округында Лак ырыуынан апалы-һеңлеле Чак (Тхи Шатяның тол ҡатыны) менән Ни. Ҡытай гарнизондарының ҡыуылыуы.
• Яҙ — апалы-һеңлеле Чак менән Ни ихтилалы. Су Диндың ҡыуылыуы. Зяотяуҙы ҡулға төшөрөү. Нятнам, Чыонгса һәм Хопфо округтары ихтилалсыларға ҡушыла. Апалы-һеңлелеләр ерҙәре сигендә 65 өаланы яулап ала, үҙҙрәен ил сударынялары тип иғлан итә, Тюзиенела нигеҙләнә һәм Чынг исемен ала.
• Су Дин Наньхайға ҡаса. Гуан У-ди Су Динды вазифаһынан төшөрөп, Даньэрға һөргөнгә оҙата.
• Хуннуҙар шаньюйы, файҙалы солох килешеүенә өмөт итеп, Лу Фанды Ҡытайға оҙата. Ҡытайҙа Лу Фан суд алдында аҡланып, хуннуҙарға кире ҡайта.
• Яркенд кнәзе Сянь, үҙен шаньюй һәм Көнбайыш край наместнигы тип иғлан итә (ул, Ҡытай императоры Гуан У-диҙан грамота алдым, тип алдай).