I мең йыллыҡ
Юлиан календары буйынса I (беренсе) мең йыллыҡ — 1 йылдың 1 ғинуарынан 1000 йылдың 31 декабренә тиклем мең йыллыҡ осор. Быйылғы йылдан иҫәпләгәндә 25 йыл элек тамамланған.
I мең йыллыҡҡ монотеистик ибраһими диндәренең христианлыҡ һәм мосолманлыҡтың киң таралыуы, халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе, Рим империяһының тарҡалыуы, Антиклыҡтың тамамланыуы һәм Урта быуаттарҙың башланыуы менән характерлана.
Мөһим ваҡиғалар
● 33 йыл — Христосты тәрегә ҡаҙаҡлауҙың фараз ителгән датаһы.
● 301 йыл — христианлашыуҙың Әрмәнстанда башланған традицион датаһы[1].
● IV-VI быуаттар: Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе.
● 451 йыл — Каталаун яландары яу: Рим ғәскәре Аттила етәкселегендәге гунндарға ҡаршы еңеү яулай.
● 476 йыл — Көнбайыш Рим империяһының ҡолауы (Ромул Августулдың тәхеттән төшөрөлөүе).
● 551 йыл — Төрки ҡағанатының барлыҡҡа килеүе.
● 610 йыл — Ислам диненең барлыҡҡа килеүе.
● 630 йыл — Ғәрәп хәлифәтенең барлыҡҡа килеүе.
● 800 йыл — Бөйөк Карл император булып тажлана.
● 862 йыл — Рюриктың Новгородҡа саҡырылыуы.
● 882 йыл — Новгород менән Киевтың Олег тарафынан берләштерелеүе. Боронғо Рус дәүләтенең баш ҡалаһы Киевҡа күсерелә.
● 962 йыл — Герман милләтле Изге Рим империяһының барлыҡҡа килеүе.
● 988 йыл — Рус дәүләтенең христиан динен ҡабул итеүе.
● 1000 йыл — Лейф Эриксондың Американы асыуы.
Теүәл даталары билдәһеҙ ваҡиғалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
● I быуаттың беренсе яртыһы — христиан дине барлыҡҡа килеүе.
● I мең йыллыҡтың уртаһы — Көнбайыш Суданда Гана, Мали (Меле), Сонгай, Борну дәүләттәренең барлыҡҡа килеүе.
Мөһим процестар
● Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе
● Европаны христианлаштырыу
● Ислам дине таралыуы
Билдәле шәхестәр
Ғалимдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Герон Александрийский
- Клавдий Птолемей
- Ариабхата
- Брахмагупта
- Жәбир ибн Хәйән
- Әл-Фараби
- Әбү Бәкер Әр-Рази
Хакимдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Траян, Рим императоры, яулап алыусы
- Марк Аврелий, Рим императоры, философ, ҡанун сығарыусы
- Диоклетиан, доминат иғлан иткән Рим императоры
- Бөйөк Трдат III, Әрмәнстан хакимы һәм крәҫтиән итеүсе
- Бөйөк Константин I, беренсе христиан Рим императоры
- Аттила, гунндар башлығы, яулап алыусы
- Юстиниан I, Византия императоры
- Тисонг Децэн, Тибет хакимы
- Бөйөк Карл, император, Көнбайыш Европаның күпселек өлөшөн берләштереүсе
- Ашот II Тимер, Әрмәнстан һәм Грузия батшаһы
- Олег Вещий, беренсе Киев кенәзе
- Владимир I, Рус дәүләтен христиан диненә индереүсе
Дин әһелдәре
- Христиан
- Иисус Христос, пәйғәмбәр, христианлыҡҡа нигеҙ һалыусы
- Назарет Марияһы, Христостың әсәһе һәм көрәштәше, христианлыҡтағы изге
- Апостол Пётр, Христостың көрәштәше, Римдың беренсе епискобы
- Апостол Иоанн, Христостың көрәштәше, Инжил һәм Апаҡалипсис авторы тип һаналған
- Апостол Павел, христианлыҡтағы изге, христианлыҡты таратыусы
- Арий, христиан дини хеҙмәткәре, айырылыусы, арианлыҡ конфессияһына нигеҙ һалыусы
- Иоанн Златоуст, теолог, Константинополь архиепискобы, христианлыҡтағы изге
- Николай Мирликийский, христианлыҡтағы изге
- Изге Патрик, христианлыҡтағы изге
- Мосолман
- Мөхәммәт, пәйғәмбәр, мосолманлыҡҡа нигеҙ һалыусы
- Али ибн Әбү Талип, хәлифә, Мөхәммәттең көрәштәше, шиғисмға нигеҙ һалыусы
- Әбү Бәкер, хәлифә, Мөхәммәттең көрәштәше