Ө

Ө, ө (урталай һыҙылған О) — ҡайһы бер телдәрҙең алфавиттарында ҡулланылған киңәйтелгән кириллица хәрефе, мәҫәлән, әзербайжан[1], башҡорт[2], бүрәт[3], долган[4], ҡаҙаҡ[5], ҡалмыҡ[6], ҡарағалпаҡ[7], ҡырғыҙ[8], монгол[9], татар[10], тофа[11], тыва[12], уйғур[13] һәм яҡут[14] телдәрендә œ өнөн аңлата, һәм монголса оҙон «о» (/o:/, ҡайһы берҙә /ɵ/) өнө булып уҡыла. Хәреф шулай уҡ коми-язьвин[15] һөйләшендә ҡулланыла, унда /ɤ̹̈/ тип уҡыла.

Тышҡы оҡшашлығына ҡарамаҫтан, грек хәрефе тетаға ла (Θ), тетанан барлыҡҡа килгән кириллица хәрефе фитаға ла (Ѳ) бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ.

Интернет-аралашыуҙа, мобиль ҡоролмаларҙа тейешле тел булмау сәбәпле, был хәреф йыш ҡына украин хәрефе Є йә 8 һаны, йә «о» менән алмаштырыла, Интернетта монгол һәм төрки текстарҙы уҡығанда быны хәтерҙә тоторға кәрәк.

undefined

Ҡулланыу

Алфавит Рәт № ХАФА
әзербайжан 20 œ~ø
башҡорт 21
бүрәт 17 ɞː
ҡаҙаҡ 21 œ~ø
ҡалмыҡ
ҡарағалпаҡ
кет 20 o
ҡырғыҙ 18 œ~ø
монгол 17 ɞ
татар 20 œ~ø
тофа 22
тыва 18
төркмән 19
эвенк 18 o~ʊ
яҡут 21 œ~ø

Башҡорт алфавитында

Башҡорт алфавитының егерме беренсе хәрефе. Һуҙынҡы хәрефтәргә инә: а, е, ё, и, о, ө, у, ү, ы, э, ә, ю, я.

Һәйкәл

undefined

Ҡыҙыл ҡалаһында тыва теле яҙмаһында ҡулланылған Ө, Ң һәм Ү хәрефтәренә һәйкәл бар.

Иҫкәрмәләр

  1. Алфавит азербайджанского языка. azyaz.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  2. Алфавит современного башкирского языка. basic.bashlang.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  3. Алфавит. nom.buryat-lang.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  4. Язык долган. yakutia-lang.nlrs.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  5. Произношение букв. kaz-tili.kz. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  6. Краткий грамматический очерк калмыцкого языка. baylig.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  7. Каракалпакский алфавит. www.primavista.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  8. Кыргызский язык. tamgasoft.kg. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  9. Монгольские письменности (ингл.). www.viahistoria.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  10. Татарский язык. lhlib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  11. Тофаларский язык. minlang.iling-ran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  12. Бичелдей К. А. 80 лет тувинской письменности: становление, развитие, перспективы. www.tuva.asia. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  13. Уйгурские алфавиты. alphapedia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  14. Современный алфавит. Якутский язык. languages42.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.
  15. Коми-язьвинский язык. minlang.iling-ran.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 ғинуар 2026.

Тема буйынса өҫтәмә