Ҡ
Ҡ, ҡ (һул яҡлап өҫтә арҡыры таяғы булған К, Юникодта — башҡорт «ка»һы) — башҡорт һәм себер-татар алфавиттарының q өнөн аңлатҡан ун бишенсе хәрефе. Хәреф менән билдәләнгән өн Орхон-Йәнәсәй яҙмаларында осрай: ҡалмыш, ҡатун, ҡапығ, ҡырҡыз, ҡул[1].
Башҡорт алфавитында
[Ҡ] фонемаһы [ғ]-ның яңғырау фонемаһының корреляты булып тора, унан эҙмә-эҙлекле һаңғыраулығы һәм көсһөҙ ҡымтылыуы менән айырыла. Яға («воротник») һүҙендә яңғырауланыуы билдәләнә, башҡа осраҡтарҙа тамыр морфемаларында [ҡ] фонемаһы бөтә позицияларҙа ла ныҡлы тотороҡлолоғон һаҡлай (ҡыш — «зима», аҡ — «белый», баҡыр — «медь»).
Ауслауттағы башланғыс аффиксаль һуҙынҡы алдында агглютинация ваҡытында [ҡ] фонемаһы гел яңғыраулана: тара[ҡ] — «расчёска», тара[ғ]ым — «моя расчёска»; ҡуна[ҡ] — «гость», ҡуна[ғ]ым — «мой гость».
Боронғо башҡорт һүҙҙәрендә артҡы рәт һуҙынҡылары менән бергә ҡулланыла. Алғы рәттәге һуҙынҡыларҙан [ә] һәм [и] (ҡәйнә — «свекровь», ҡәләм — «карандаш», ҡиммәт — «дорогой, ценный», ҡиәфәт — «облик») менән яраша[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Кейекбаев Ж. Ғ. Ғилми хеҙмәттәр йыйынтығы һәм һайланма әҫәрҙәр (баш.). Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше. Башҡорт теленең фонетикаһы. — Өфө: Китап, 2012. — Т. 1. — Б. 203. — 288 бит. — ISBN 978-5-295-05691-8.
- ↑ Грамматика современного башкирского литературного языка. Под ред. А. А. Юлдашева. — М: Наука, 1981. — С. 59. — 496 с.