Ә
Түбәндәге алфавиттарҙа ҡулланыла
Башҡорт алфавитында
Башҡорт алфавитының ҡырҡынсы хәрефе. Һуҙынҡы хәрефтәргә инә: а, е, ё, и, о, ө, у, ү, ы, э, ә, ю, я[2].
Ә — теркәүес. Бер-береһенә ҡаршы ҡуйылған һөйләмдәрҙе йәки һөйләмдең киҫәктәрен теркәү өсөн ҡулланыла. Миҫал: Сәғәт ун тулды, ә ул һаман юҡ.
Ә — киҫәксә. 1. Һүҙ йәки һөйләм алдында баҫым менән әйтелеп, иғтибарҙы йәлеп итеү, тәьҫирлекте көсәйтеү өсөн ҡулланыла.. Миҫал: Ә бар ине бит шәп саҡтар! 2. Ишетмәй ҡалған нәмәне ҡабатлап һорағанда ҡулланыла. Миҫал: Ә? Нимә тинең? 3. Һөйләм аҙағында килеп, ғәжәпләнеүҙе, аптырауҙы, һоҡланыуҙы көсәйтеү өсөн ҡулланыла. Миҫал: Шәп бит, ә!
Ә (ә-ә-ә) — ымлыҡ. 1. Нимәнелер иҫкә төшөргәндә, һиҙенгәндә, аптырағанда әйтелә. Миҫал: Ә-ә, шулаймы ни? 2. Асыу ҡатыш ризаһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. Миҫал: Ә-ә, һин әле шулай һөйләшәһеңме?
Иҫкәрмәләр
- ↑ Основной блок кириллицы на сайте Юникода. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2026.
- ↑ Алфавит современного башкирского языка. basic.bashlang.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ғинуар 2026.
Һылтанмалар
- Ә на сайте Scriptsource.org (инг.)
- ә на сайте Scriptsource.org (инг.)
- Башкирский алфавит — история и значение