Советтарҙың Бөтә Башҡортостан съезы
Советтарҙың Бөтә Башҡортостан съезы; шулай уҡ Бөтә Башҡортостан Советтары съезы (рус. Всебашкирский съезд Советов — 1920—1938 йылдарҙа Башҡорт АССР-ында дәүләт власының юғары органы.
Тарихы
1920 йылдың апрель айында Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте — Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты (Башревком) Советтарҙың I Бөтә Башҡортостан съезын саҡырыуға әҙерлек башлай, уны үткәреү 1920 йылдың 20 майына планлаштырыла. 1920 йылдың 9 апрелендә Башревком ҡарамағында Советтар съезына тәҡдим итеү өсөн автономиялы республиканың Конституцияһын әҙерләү буйынса комиссия булдырыла. Комиссия составына Ә. Вәлидов, И. Алкин, К. Каспранский, И. Мутин, Р. Петров, Ф. Төхвәтуллин, Ласточкин, Гест инә. Комиссия «БССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы тураһында», «Бөтә Башҡортостан эшсе, крәҫтиән, ҡыҙылармеец һәм казак депутаттары Советтары съезы тураһында», «Башҡорт Совет Социалистик Республикаһы вәкиллектәре тураһында», «БССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы эштәре идаралығы тураһында» тигән положениелар әҙерләй[1]. Был положениелар Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы йөҙөндә үҙ хөкүмәте булған парламент республикаһын төҙөүҙе күҙ уңында тота, ул вәкәләтле орган — Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты һәм Депутаттар Советтары съезы алдында яуаплы була[2]. Әммә Башҡорт АССР-ының Конституцияһын әҙерләү буйынса комиссия йөкмәтелгән эште аҙағына тиклем башҡарып сыға алмай, сөнки уның рәйесе Әхмәтзәки Вәлидов 28 апрелдә Мәскәүгә саҡыртыла, ә үҙәк властар Башҡорт АССР-ы һәм федераль властар араһындағы мөнәсәбәттәрҙең конституцион-хоҡуҡи нормаларын билдәләү буйынса эште үҙ контроле аҫтына ала. Май айында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетында (ВЦИК) Башҡорт АССР-ының эске ҡоролошо тураһындағы положениены әҙерләү буйынса комиссия эшләй[3]. 1920 йылдың 19 майында ВЦИК һәм РСФСР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы етәкселәре «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Рәсәй Совет Республикаһына ҡарата мөнәсәбәттәре тураһында» тигән декретҡа ҡул ҡуя. «Известия ВЦИК» гәзитендә декрет «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» ҡарар тигән баш аҫтында баҫылып сыға[4].
Был декретты ҡабул итеү Башревком һәм башҡорт халҡы яғынан ризаһыҙлыҡ тыуҙыра, әммә үҙәк властар быға бер ниндәй ҙә иғтибар бирмәй. 1920 йылдың июненә Башревкомдың хәле киҫкенләшә, автономиялы республиканың бөтә эштәре менән ғәмәлдә милләттәр үҙбилдәләнешенә ҡаршы хеҙмәткәрҙәре булған РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты етәкселек итә башлай. Һөҙөмтәлә Башревкомдың 1-се составы ағзалары отставкаға китә. Башревкомдың яңы составына Ғинуар конфликтында ҡатнашҡан һәм милли автономияға ҡаршы сыҡҡан яҡлылар ҙа инә. Ошо шарттарҙа автономиялы республика Советтары съезын саҡырыуға яңынан әҙерлек башлана. Һөҙөмтәлә, 103 делегат араһынан 27 кеше генә (26 процент) башҡорттарҙан булып сыға[5], шул уҡ ваҡытта республика кимәлендә уларҙың өлөшө яҡынса 60 процент тәшкил итә[6] (1920 йылда халыҡ иҫәбен алыу буйынса, Бөрйән-Түңгәүер һәм Тамъян-Ҡатай кантоны халҡынан тыш — унда башҡорттар ихтилалдары барған була). 1920 йылдың 25-28 июлендә Стәрлетамаҡта Советтарҙың I Бөтә Башҡортостан съезы үтә, унда Башревкомды бөтөрөү һәм уның вәкәләттәрен Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына (БашЦИК) һәм Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советына (СНК) тапшырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.
1921 йылдың июлендә Советтарҙың II Бөтә Башҡортостан съезында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты алдында 1920 йылдың 19 майындағы «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында» декретты ҡайтанан ҡарауҙы ҡуҙғатыу буйынса эш йөкмәтелә. Съезда «Башҡорт АССР-ның дәүләт ҡоролошо тураһында» исемле резолюция ҡабул ителә, башҡорт теле рус теле менән бер рәттән дәүләт теле итеп билдәләнә һәм уны Башҡорт АССР-ның бөтә уҡыу һәм хәрби-уҡыу йорттарында мотлаҡ рәүештә уҡытыу һәм өйрәнеү тураһында ҡарар ҡабул ителә[7].
1925 йылдың 27 мартында Советтарҙың V Бөтә Башҡортостан съезында Башҡорт АССР-ының беренсе Конституцияһы ҡабул ителә[8].
Советтарҙың 1929 йылда уҙған VII Бөтә Башҡортостан съезы Башҡорт АССР-ының 10 йыллығы уңайынан «юбилей съезы» тип атала.
Советтарҙың барлығы ун Бөтә Башҡортостан съезы уҙғарыла[9]. Һуңғы X Бөтә Башҡортостан Советтары съезы Өфөлә 1937 йылдың 20-23 июнендә үтә. Был съезда Башҡорт АССР-ының икенсе Конституцияһы ҡабул ителә, уға ярашлы автономиялы республиканың яңы үҙәк органы итеп Башҡорт АССР-ы Юғары Советы билдәләнә. 1938 йылдың 26 июнендә БАССР Юғары Советына һайлауҙар үткәрелә[10].
Советтарҙың Бөтә Башҡортостан съездары
| Һаны | Датаһы | Делегаттар һаны | Көн тәртибе |
|---|---|---|---|
| I Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1920 йылдың 25—28 июле | 1. Съезды саҡырыу буйынса доклад. 2. Ағымдағы мәл буйынса доклад. 3. Башревком доклады. 4. Комиссариаттар докладтары: 1) Аҙыҡ-түлек, 2) Ер, 3) Халыҡ хужалығы советы, 4) «Башкиропомощь», 5) Эске эштәр, 6) БашЧК, 7) Эшсе-крәҫтиән инспекцяһы. 5. Башҡорт хөкүмәте резиденцияһы тураһында. 6. Бөтә Рәсәй Советтары съезына һайлауҙар тураһында. 7. БашЦИК-ка һайлауҙар тураһында. 8. Ағымдағы эштәр. | |
| II Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1921 йылдың 1—4 июле | 1. РСФСР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле. 2. Башҡорт АССР-ында совет төҙөлөшө бурыстары. 3. БашЦИК, Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы доклады. 4. Наркоматтар докладтары: 1) Башсовнархоздың 2) Башнаркомпродтың, 3) Башнаркомземдың, 4) Башнаркомпростың. 5. Башҡорт АССР-ының дәүләт ҡоролошо тураһында. 6. Бандитизм менән көрәш тураһында. 7. БашЦИК-ка һайлауҙар. 8. Ағымдағы эштәр. | |
| III Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1922 йылдың 12—16 декабре | 1. РСФСР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле. 2. БашЦИКтың доклады. 3. Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы доклады.br>4. Башнаркомфин доклады. | |
| IV Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1923 йылдың 3—6 декабре | 1. СССР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле. 2. Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте отчёты. 3. Башнаркомфиндың доклады: СССР-ҙың һалым сәйәсәте һәм 1923—1924 йылдарға урындағы яҡынса бюджет. 4. Берҙәм ауыл хужалығы һалымы. 5. Башнаркомземдың доклады: а) Башҡорт АССР-ының ер төҙөлөшө тураһында, б) ер төҙөлөшө тураһында. 6.Башнаркомпростың доклады. 5. Башобкомпомголдың доклады. 7. БашЦИК-ка һайлауҙар. 8. XI Бөтә Рәсәй Советтары съезына делегаттар һайлау. | |
| V Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1925 йылдың 21—27 марты | 1. СССР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле. 2. Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте отчёты. 3. Башнаркомземдың үткән йылдың ҡаҙаныштары һәм һәм саралар планы тураһында доклады. 4. Башнаркомпростың республикалағы халыҡ мәғарифы торошо тураһында доклады. 5. Башнаркомфиндың Башҡорт АССР-ы бюджеты тураһында доклады. 6. Башҡорт АССР-ы Конституцияһының проектын ҡарау. 7. Баймаҡ-Таналыҡ тау тресы идаралығының доклады. 8. Түбәнге совет аппараты тураһында. 9. БашЦИКка һайлауҙар. 10. Бөтә Рәсәй Советтары съезына делегаттар һайлау. | |
| VI Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1927 йылдың 15—26 марты | 1.СССР-ҙың халыҡ-ара һәм эске хәле. 2. Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте отчёты. 3. Башнаркомпростың дөйөм белем биреү проекты буйынса доклады. 4. Бюджет һәм һалым сәйәсәте (Башнаркомфиндың доклады). | |
| VII юбилейлы Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1929 йылдың 16—25 марты | 1.РСФСР хөкүмәтенең отчёты. 2. Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте отчеты. 3. 1928—1929 йылдарҙа иген әҙерләү тураһында. 4. Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығын күтәреү буйынса конкрет саралар. Ауыл хужалығы кооперцияһының торошо буйынса ҡушма доклад. 5. 1927—1928 йылдарҙағы бюджетты үтәү 6. 1928—1929 йылдарға бюджетты раҫлау. Һалым сәйәсәте һәм практика. 6. Башҡорт АССР-ында халыҡ мәғарифы торошо. 7. Һайлауҙар. | |
| VIII Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1931 йылдың 13—20 феврале | 1. РСФСР Хөкүмәтенең отчёты. 2. Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте отчеты. 3. БАССР ауыл хужалығының биш йыллыҡ үҫеш планы тураһында. 4. Башҡорт АССР-ының Хөкүмәтенә һәм РСФСР-ҙың Советтар съезына һайлауҙар. | |
| IX Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1935 йылдың 3—9 ғинуары | 1.РСФСР хөкүмәтенең һәм Башҡорт АССР-ы хөкүмәтенең отчёттары. 2. Ауыл хужалығын коллективлаштырыу һәм механизациялауҙың тамамлаланыуы тураһында. 3. Дөйөм башланғыс белем биреү буйынса Мәғариф наркоматы эшмәкәрлеге. | |
| X Бөтә Башҡортостан Советтары съезы | 1936 йылдың 12—15 ноябре; 1937 йылдың 20—23 июне |
1. СССР-ҙың яңы Конституцияһы проектын раҫлау. 2. Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы доклады. 3. VIII Бөтә Союз Советтары һәм XVII Бөтә Рәсәй Советтары съездарына делегаттар һайлау. 4. Ойоштороу мәсьәләһе. 5. Утверждение Башҡорт АССР-ының 1937 йылғы Конституцияһын раҫлау. |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
- ↑ Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 290
- ↑ Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 293
- ↑ Кульшарипов, 2000, с. 271—272
- ↑ Касимов С. Ф. «О государственном устройстве Автономной Советской Башкирской Республики» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- ↑ Уполномоченный П. Н. Мостовенко о ходе выборов в республике делегатов съезда писал таким образом:
«...Я приехал в Стерлитамак как раз ко времени открытия 1 Всебашкирского съезда Советов… Тов. Гали Шамигулов тут же кратко ознакомил меня с положением дел. По его информации, оно представлялось блестящим — состоял почти исключительно из коммунистов. Я прежде всего, однако, обратил внимание на совершенно микроскопическое количество делегатов-башкир и выразил сомнение, чтобы было удобно и соответствовало директиве Центра организовать Башреспублику при полном почти отсутствии в рядах учредительного съезда представителей ее основной национальности. На это Шамигулов сообщил мне, что в создавшейся обстановке виноваты сами башкиры, что их представители были избраны чуть ли не в большинстве, „но кое-кого из выбранных мы арестовали как националистов, остальные после этого поддались панике и разбежались кто куда, и их место заняли кандидаты почти сплошь русские и татары.“»
- ↑ Ишемгулов, 2018, с. 124—125
- ↑ Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 267—270
- ↑ Еникеев З. И., Еникеев А. З., 2007, с. 270—275
- ↑ Парламентаризм в Башкортостане, 2005, с. 29—32
- ↑ Парламентаризм в Башкортостане, 2005, с. 34
Әҙәбиәт
- Парламентаризм в Башкортостане: история и современность / Сост. В. Г. Азнагулов, З. Г. Хамитова. Кн. 2. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — 304 с. — ISBN 5-8258-0204-5.
- Еникеев З. И., Еникеев А. З. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
- Ишемгулов Н. У. Образование Башкирской республики. — Уфа: Китап, 2018. — 172 с. — ISBN 978-5-295-06988-8.
- Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 368 с. — ISBN 5-295-02542-Х.