Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы (рус. Башкирская чрезвычайная комиссия) — Башҡорт Автономиялы Совет Республикаһында контрреволюция, спекуляция һәм саботаж менән көрәшеү өсөн ойошторолған ғәҙәттән тыш тикшереү комиссияһы.

Тарихы

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы Башҡорт Совет Республикаһы Ваҡытлы хәрби революцион комитеты ҡарары менән 1919 йылдың 3 мартында ойошторола. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы юридик, йәшерен-оператив, айырым (1920 йылдың майынан 1921 йылдың майына тиклем), дөйөм һәм комендант бүлектәренән тора[1]. Урындарҙа кантон һәм улыс Ғәҙәттән тыш комиссиялары булдырыла.

1919 йылдың апреленән авгусҡа тиклем Колчак армияһы һөжүме ваҡытында Башревком менән бергә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы Саранск ҡалаһында эвакуцияла була[1].

Күп кенә мәсьәләләр, бигерәк тә Үҙәк менән төҙөлгән «Килешеү» нигеҙендә ирешелгән федерализм принциптарын тормошҡа ашырыу буйынса, республика менән етәкселек һәм идара итеү мәсьәләләрендә Башревком позицияһы РКП(б)-ның өлкә комитеты ағзаларының күпселеге (Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы, Башвоенком, Башҡортостан Халыҡ Хужалығы Советы, Башнаркомпрод) линияһы менән тура килмәй[2]. Был ҡапма-ҡаршылыҡ 1920 йылдың 15 ғинуарынан 16 ғинуарға ҡаршы төндә Башревком тарафынан Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы ағзаларын ҡулға алыуға килтерә. Ошо ваҡиғалар айҡанлы Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһыВЧК-ның махсус бүлеге ҡарамағында инциденты тикшереү буйынса комиссия булдырыла. 1920 йылдың мартында комиссия, Башревком ысынында Башҡорт Совет Республикаһын Совет Рәсәйенән тулыһынса айырымланыуға йүнәлтелгән милли-сепаратик сәйәсәт алып бара, тип билдәләй. 1920 йылдың апрелендә РКП(б) Үҙәк Комитеты пленумы «Башҡортостанда контрреволюция ҡурҡынысы барлығын» һыҙыҡ өҫтөнә ала[3].

1920 йылдың 19 майында «Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында»ғы ВЦИК ҡарары сыҡҡансы Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш комиссияһы формаль рәүештә тик Башревкомға, ә аҙаҡтан — ВЧК-ға бойһоноуҙа була. 1920 йылдың июлендә БашЧК Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетына һәм Бөтә Рәсәй Ғәҙәттән тыш комиссияһына буйһона[1].

Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы, контрреволюцияла, бола әҙерләүҙә ғәйепләп, республиканың һәм урындарҙағы кантон ревкомдарының элекке составы ағзаларына ҡарата сәйәси репрессиялар башлай, үҙенең штатындағы башҡорттарҙы эштән сығара. Большевиктарға ҡаршы ихтилалдарҙы, шул иҫәптән Һәнәкселәр («Ҡарағош яуы»), Бөрйән-Түңгәүер һәм башҡаларҙы баҫтырыуҙа ҡатнаша[1].

Ғәҙәттән тыш вәкәләтле орган булараҡ, Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы ҡулға алыуҙар һәм судтан тыш репрессиялар, шул иҫәптән нигеҙһеҙ һәм законһыҙ ҡулға алыуҙар үткәрә, башбаштаҡлыҡ менән шөғөлләнә[1].

Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының 1922 йылдың 1 мартындағы ҡараына ярашлы Башҡортостан Ғәҙәттән тыш комиссияһы бөтөрөлә, уның вәкәләттәре Баш сәйәси идаралыҡтың Башҡортостан өлкә бүлегенә тапшырыла[1].

Рәйестәре

Бейешев Әхмәт Әлмөхәммәт улы (3.1919 — 6.1919);
Мырҙабулатов Сөләймән Шәңгәрәй улы (6.1919 — 1.1920, вазифа башҡарыусы);
Имаҡов Таһир Ғилман улы (1.1920 — 3.1920);
Төхвәтуллин Фәтих Насир улы (3.1920 — 6.1920);
Лобов Семён Семёнович (6.1920 — 12.1920);
Каширин Иван Дмитриевич (12.1920 — 5.1921);
• Михеев Е. А. (5.1921 — 6.1921, вазифа башҡарыусы);
Гузаков Пётр Васильевич (6.1921 — 11.1921);
• Мосолов А. (11.1921 — 12.1921, вазифа башҡарыусы);
• Кузьмин П. П. (12.1921 — 12.1921, вазифа башҡарыусы);
Волленберг Николай Львович (12.1921 — 2.1922).

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Ҡолшәрипов М. М.. Башҡорт милли хәрәкәте (1917—1921 йй.) / Марат Ҡолшәрипов. — Өфө: Китап, 2000. — С. 368
Мардамшин Р. Р. Башкирская чрезвычайная комиссия: страницы истории. — Уфа: Китап, 1999. — 189 с.  (рус.)
• Мардамшин Р. Р. История Башкирской чрезвычайной комиссии (1917 −1922 гг.): дис…. канд. ист. наук. — Уфа, 1995. — 191 с.  (рус.)
• От губЧК до ФСБ. Сборник очерков. — Уфа: Китап, 2003. — 280 с.  (рус.)