Поппе Николай Николаевич
Биографияһы
Николай Николаевич Поппе 1897 йылдың 27 июлендә Ҡытайҙың Яньтай ҡалаһында тыуған.
Ленинград дәүләт университетының йәмғиәт фәндәре факультетын 1921 йылда тамамлай. 1926 йылдан алып СССР Фәндәр академияһының монголистика комиссияһында эшләй. 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һуғышында ҡатнаша. 1944 йылда Германияға эмиграцияға сыға. 1949 йылдан алып АҠШ-та йәшәй. Вашингтон университеты профессоры. 1991 йылда АҠШ-та вафат була. 240-тан ашыу алтай телдәренең, монгол һәм тунгус-маньчжур телдәренең сағыштырмаса грамматикаһы, фольклоры һәм уларҙы өйрәнеү тураһында фәнни хеҙмәттәр яҙа.
Ул яҙған «Башҡорт теле дәреслеге» (Bashir manual, Блумингтон, 1964) китабы киң билдәле. Поппеның был китабы башҡорт теле грамматикаһы яҙылған инглиз телендә баҫылған берҙән-бер китап. Уның хеҙмәтендә башҡорт теленең фонетикаһы һәм хәҙерге башҡорт теленең морфологияһы системалы рәүештә тасуирлана. Китапта төрлө текстар һәм башҡорт-инглиз һүҙлеге бар.
Хеҙмәттәре
- Bibliograpfe of Publications from 1924 to 1977.
- Compliedt by Arista Maria Cirtautas. Parerga 4, Univesity of Washington. Seattla, 1977.
- Reminiscences. Etuted by Henry G. Schwars. Western Washington, 1983.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Поппе Николай Николаевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 4 август 2019)