Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы

Хәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙы (26 ғинуар 1933 йыл — 14 февраль 2015 йыл) — педагог, дәүләт хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Биографияһы

Разия Исхаҡ ҡыҙы Хәбирова 1933 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Маҡар районы (хәҙерге Стәрлетамаҡ районы) Алатана ауылында тыуған.

1952 йылдан Әхмәр ауылының тулы булмаған урта мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.

1960 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлай, Ишембай районының төрлө мәктәптәрендә уҡыта.

Ишембай районының Һайран ауылында йәшәгәндә улдары Радий (1964 йылда) тыуа. Был ваҡытта ғаилә башлығы Фәрит Барый улы мәктәптең директоры булып эшләй.

Улдарына 6 йәш тулғанда, ғаилә Ишембай ҡалаһына күсенә[1]

Разия Исхаҡ ҡыҙы Хәбирова артабан халыҡ депутаттарының Ишембай район Советы секретары вазифаһын башҡара.

2015 йылдың 14 февралендә Өфө ҡалаһында вафат була[2], Ишембай ҡалаһында ерләнгән.

Наградалары

Ғаиләһе

Һылтанмалар

  • Указ Президиума ВС Башкирской АССР от 26.01.1983 N 6-2/26 [1](недоступная ссылка)
  • ХАБИРОВА Разия Исхаковна [2]
  • Учителя Радия Хабирова рассказали о его детстве [3]

.