Ғимаев Илдар Рәйес улы

Илдар Рәйес улы Ғимаев (рус. Гимаев Ильдар Раисович; 1962 йылдың 14 феврале, Айыт, Башҡорт АССР-ы2008 йылдың 16 июне, Өфө) — профессор, иҡтисад фәндәре кандидаты, юридик фәндәр докторы. Башҡортостан Республикаһы дәүләт хеҙмәтенең 1-се класлы тулы хоҡуҡлы дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (2002). Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2-се саҡырылыш депутаты. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры (2004—2007). Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры (2007—2008). Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте етәксеһе (2000—2003).

Биографияһы

Илдар Рәйес улы Ғимаев 1962 йылдың 14 февралендә Башҡорт АССР-ы Бишбүләк районы Айыт ауылында тыуған.

Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Бишбүләк «Сельхозтехника» производство берекмәһенең Айыт машина-трактор оҫтаханаһында слесарь булып эшләй.

1980—1985 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында уҡый. Эшләгән урындары:

  • 1985—1988 йылдарҙа Бишбүләк районының «Көньяҡ» совхозында баш инженер, партком секретары
  • 1988—1990 йылдарҙа — «Сухоречка» совхозы директоры
  • 1990—1992 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы
  • 1992—1996 йылдарҙа — Бишбүләк районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары — ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек идаралығы начальнигы
  • 1996 йылдың авгусынан 1999 йылдың ноябренә ҡәҙәр Илдар Рәйес улы Бишбүләк районы хакимиәте башлығы
  • 1999 йылдың декабренән 2000 йылдың майына тиклем — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Территориялар һәм кадрҙар менән эшләү буйынса баш идаралығы етәксеһе.

2000 йылдың 1 июненән Ғимаев Илдар Рәйес улы — Башҡортостан Республикаһы Президент Хакимиәте етәксеһе.

2002 йылда РФ Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург университетын тамамлай.

2004 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры.

2007 йылдан — Башҡорт дәүләт аграр университеты ректоры.

2008 йылдың 16 июнендә Өфөлә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

1997 йылда «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә диссертация яҡлай һәм 1997 йылдың 28 февралендә «иҡтисад фәндәре кандидаты» ғилми дәрәжәһенә лайыҡ була.

2005 йылда «Рәсәй Федерацияһында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр үҫеше һәм нығыныуы; теоретик һәм конституцион-хоҡуҡи тикшеренеүҙәр» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Ғимаев Илдар Рәйес улы — 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән дәүләт төҙөлөшө һәм хоҡуҡтары, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт проблемалары буйынса 4 монография авторы.

Уның фәнни тикшеренеү өлкәһе — дәүләт төҙөлөшө, урындағы үҙидаралыҡ, дәүләт хеҙмәте, аграр иҡтисады проблемалары.

Хәтер

  • Айыт ауылы урамы Илдар Ғимаев исемен йөрөтә.
  • Бишбүләк районында Илдар Ғимаев исемендәге стипендия булдырылған.

Сығанаҡтар

  • Пентегов Н. Укрепить инженерную службу : // Светлый путь. — 1986. — 28 авг. — С. 2.
  • Гимаев И. Основа жизни — труд на земле // Светлый путь. — 1993.-11 нояб.-С. 1 ; 2.
  • Султанова Р. «Мы нужны друг другу» Башкирия — Оренбуржье : [ О поездке И. Р. Гимаева в Оренбург] // Светлый путь. — 1996. — 24 сент. — С. 1.
  • Султанова Р. Будем оптимистами : Слово Главе администрации района И. Р. Гимаеву ] // Светлый путь. — 1997. — 3 янв. — С. 1 — 2.
  • Горячая пора. Жизнь района // Светлый путь. — 1997. — 16 сент. — С. 3.
  • Послание Президента — ориентир нашей работы : [ Из доклада И. Р. Гимаева ] // Светлый путь. — 1998. — 16 апр. — С. 2 ; 4.
  • Как завершаем год 1998: //Светлый путь. — 1998. — 26 дек. — С. 1.

Һылтанмалар