Ҡырым Республикаһы көнө
Ҡырым Республикаһы көнө — дәүләт байрамы, Ҡырым Республикаһында йыл һайын 20 ғинуарҙа билдәләнә. 2009 йылда индерелгән. 2014 йылда, Ҡырым Рәсәй Федерацияһына ҡушылғандан һуң, ярымутрау властары был датаны «Ҡырым Республикаһында байрамдар һәм иҫтәлекле даталар тураһында» исемле законға индерә[1].
Тарихы
1945 йылдың 30 июнендә, ҡырым халыҡтары депортацияланғандан һуң, Ҡырым автономиялы ССР-ы СССР Юғары Советы Президиумы указы менән РСФСР составында Ҡырым өлкәһе итеп үҙгәртелә. 1954 йылдың февралендә КПСС үҙәк комитетның беренсе секретары Никита Хрущев тәҡдиме менән Ҡырым Украина ССР-ы составына тапшырыла[2].
1991 йылдың декабрендә СССР тарҡала. УССР бөтә Украина референдумын үткәрә. Ҡырымлыларҙың 54 проценты Украинаның бойондороҡһоҙлоғо өсөн тауыш бирә — был республиканың бөтә төбәктәре араһында иң түбән һөҙөмтә була. Рәсәй Федерацияһы сит ил эштәре министрлығы фекеренсә, Бөтә Украина референдумын үткәргәндә 1990 йылдың 3 апрелендәге СССР Законының 3 — сө статьяһы бойомға ашырылмай. Уға ярашлы Ҡырым АССР-ы СССР йәки унан сығыусы Украина ССР-ы составында булыуы буйынса айырым плебисцит үткәрелмәй[3].
2014 йылдың 11 мартында Украиналағы дәүләт түңкәрелешенән һуң Ҡырым Юғары советы Һәм Севастополь ҡала советы Ҡырым автономиялы республикаһының һәм Севастополь ҡалаһының бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә[4]. 2014 йылдың 30 мартында ярымутрауҙың яңы тарихында икенсе референдум тәғәйенләнә. Уның йомғаҡтары буйынса тауыш биреүселәрҙең 95 % күберәге Рәсәй менән берләшеү өсөн, 3 % кәмерәге Украина составында автономияны киңәйтеү өсөн тауыш бирә[5].
17 мартта Референдум һөҙөмтәләре Ҡырым һәм Севастополь закондар сығарыу органдары тарафынан раҫлана. Шул уҡ көндө Рәсәй Федерацияһы Президенты В. В. Путин Ҡырым Республикаһын бойондороҡһоҙ дәүләт тип таныу тураһындағы указға ҡул ҡуя (уның составында Севастополь ҡалаһы айырым статус менән файҙалана)[5]. 2014 йылдың 18 мартында Рәсәй Президенты Владимир Путин, Ҡырым етәкселәре Һәм Севастополь мэры Ҡырым Республикаһын Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя. Рәсәй составында ике яңы субъект — Ҡырым Республикаһы һәм федераль әһәмиәттәге Севастополь ҡалаһы барлыҡҡа килә[6].
Байрам йолалары
20 ғинуарҙа республикала тантаналы саралар үтә, төбәк етәкселеге бөтә ҡырымлыларҙы байрам менән ҡотлай. Ҡырым Республикаһы көнөн ярымутрауҙа ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә билдәләйҙәр. Төрлө ҡалаларҙа концерттар үткәрелә, урамдарҙы флагтар һәм байрамса яҡтыртыуҙар менән биҙәйҙәр, ә кисен салют бирәләр[4].
2023 йылда Мәскәүҙә ВДНХ-ла Рәсәй Халыҡ-ара күргәҙмә-форумында Ҡырым Республикаһы көнө билдәләнә. Төбәк стендында ҡаҙаныштар тураһында 387 презентация, 6 210 оҫталыҡ дәресе, 3 050 конкурс, викторина, лотерея, билдәле кешеләр менән меңгә яҡын осрашыу, 665 виртуаль экскурсия үтә[7].
2024 Йылда Республика көнө хөрмәтенә Ялта өҫтөндә 20 метрлыҡ ҡырым флагы йәйелдерелә[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Закон Республики Крым «О праздниках и памятных датах в Республике Крым». Государственный совет Республики Крым (24 декабрь 2014).
- ↑ История Крыма. Досье - ТАСС (25 апрель 2014). 25 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ На референдуме 1991 года крымчане голосовали за автономию Крыма в составе России и были обмануты – Иоффе. www.c-inform.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2024.
- ↑ 1 2 День Республики Крым 2024: традиции, праздничные мероприятия и история полуострова (19 ғинуар 2024). 25 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 Крым провозглашен независимым суверенным государством – Республикой Крым. crimea.gov.ru. Государственный Совет Республики Крым (17 март 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2024.
- ↑ Подписан договор о принятии Крыма и Севастополя в состав России (18 март 2014). 25 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ Крым стал регионом-лидером на выставке-форуме «Россия» (15 июль 2024). 25 декабрь 2024 тикшерелгән.
- ↑ 20-метровый флаг Крыма развернули над Ялтой в честь Дня республики. crimea24tv.ru. Крым 24 (20 ғинуар 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 декабрь 2024.