Голов Вячеслав Николаевич

Голов Вячеслав Николаевич (1962 йылдың 29 апреле, Өфө) — журналист, «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире (2005). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2020), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре.

Биографияһы

1962 йылдың 29 апрелендә Өфөлә тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт университетының рус филологияһы факультетында белем ала. Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын Өфө ҡалаһының төп муниципаль баҫмаһы булған «Вечерняя Уфа» гәзитендә башлап, журналист иерархияһының барлыҡ баҫҡыстарын да үтә: репортер, хәбәрсе, күҙәтеүсе, бүлек мөдире, өҫтәмә баҫманың баш мөхәррире була. 2005 йылдан «Өфө» нәшриәт йорто" муниципаль бюджет учреждениеһы «Вечерняя Уфа» гәзитенең баш мөхәррире[1].
Вячеслав Николаевич үҙе лә мәҡәләләр яҙыусы баш мөхәррир, ул теләһә ниндәй темаға: мәҙәниәт, спорт, сәйәсәт иркен яҙа. Уға хәрби тематика ла сит түгел: 1990 йылдарҙа Тажикстанға хәрби алыштар барған ерҙәрҙә командировкала булып, репортаж әҙерләй[2].
Ҡатнаш ғаиләлә үҫһә лә, әсә теле уға һәр саҡ туған тел булып ҡала. Вячеслав Голов башҡортса иркен һөйләшә, яҙа.

« «Минең әсәйем башҡорт, минең тәүге телем — башҡорт, мине башҡорт өләсәйем тәрбиәләне. Әлбиттә, мин үҙемде башҡорт итеп тоям», »

— ти ул[3].

Вячеслав Николаевич республикала беренселәрҙән булып «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» исеменә лайыҡ була[4]

Ғаиләһе

  • Атаһы — Наил Ғәлиев, баянсы-композитор, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1988) һәм атҡаҙанған (1968) артисы.
  • Әсәһе — Мәғфирә Ғәлиева, йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011).
  • Апаһы — Зарема[5].

Өйләнгән, ҡатыны менән ике ул тәрбиәләйҙәр. Улы Артём, баянсы[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары