Вәлинурова Лилиә Сабих ҡыҙы
Лилиә Сабих ҡыҙы Вәлинурова (рус. Валинурова Лилия Сабиховна; 1958 йылдың 29 майы, Иҫке Яҡшый ауылы, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй иҡтисадсыһы, Өфө фән һәм технологиялар университетының инновацион иҡтисад кафедраһы мөдире[1]. Иҡтисад фәндәре докторы (2004), профессор (2005).
Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының (РАЕН) мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006)[2].
Биографияһы
Лилиә Сабих ҡыҙы Вәлинурова 1958 йылдың 29 майында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Иҫке Яҡшый ауылында тыуған[3]. 1975 йылда Башҡорт АССР-ы Балтас районы Иҫке Балтас ауылының 1-се урта мәктәбен тамамлаған.
1980 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын «Машиналар эшләү сәнәғәтен иҡтисад һәм ойоштороу» һөнәре буйынса тамамлай һәм инженер-иҡтисадсы квалификацияһын ала.
1980—1981 йылдарҙа, артабан 1984 йылдан Өфө дәүләт авиация техник университетында эшләй. 1984 йылда иҡтисад фәндәре кандидаты дәрәжәһенә диссертация яҡлай.
2004 йылда Мәскәүҙә «Хәҙерге иҡтисадта инвестиция процестары менән һөҙөмтәле идара итеү» тигән темаға докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[4].
2001 йылдан уҡытыу-методик үҙәк директоры вазифаһын башҡара. 2004 йылдан Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында инновацион иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһында бул[3]. 2014 йылдан Башҡорт дәүләт университетында Иҡтисад, финанс һәм бизнес институты директоры урынбаҫары вазифаһын биләй. Юғары уҡыу йорттары берләшкәндән һуң Өфө фән һәм технологиялар университетында эшләй. Университетта Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтында инновацион иҡтисад кафедраһы мөдире вазифаһын башҡара[1].
Рәсәй Тәбиғи фәндәр академияһының (РАНХ) (рус.)баш. мөхбир ағзаһы.
Фәнни эшмәкәрлеге
Лилиә Вәлинурованың тикшеренеүҙәре төбәк иҡтисады, инвестиция һәм хәҙерге иҡтисадтағы инновация процестарына йүнәлтелгән[5].
- Валинурова социаль-иҡтисади системаларҙағы инвестиция йәлеп итеүсәнлеген баһалау ысулдарын һәм инновация һәм инвестиция процестары менән һөҙөмтәле идара итеү моделен эшләгән[5].
- «Социаль-иҡтисади системаларҙа инновация һәм инвестиция процестары менән идара итеү» фәнни мәктәбенә нигеҙ һалыусы. Уның төп тикшеренеүҙең йүнәлештәре булып социаль-иҡтисади системаларҙа һәм төбәк иҡтисадында инновациялар һәм инвестиция процестары менән идара итеү тора.
- Профессор Вәлинурова етәкселегендә 35 иҡтисад фәндәре кандидаты һәм 5 иҡтисад фәндәре докторы әҙерләнгән. 220-нән ашыу фәнни һәм уҡытыу хеҙмәте, шул иҫәптән ике университет дәреслеге (индекс Хирша РИНЦ: 21, Индекс Хирша Scopus: 2) авторы[5].
- Өфө фән һәм технология университетында һәм Башҡорт дәүләт университетында (БашДУ) «Төбәк һәм тармаҡ иҡтисады» специальносы буйынса 24.2.479.13 диссертация советы ағзаһы.
- Башҡорт дәүләт университетында «Филология» специальносы буйынса фән кандидаты (PhD) һәм фән докторы (D 999.013.02) диссертация яҡлау советы рәйесе[5].
Ул «Инновациялар һәм инвестициялар» журналы редколлегияһы ағзаһы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010);
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006);
Ғилми хеҙмәттәре
- Валинурова Л. С. Формирование и развитие инновационных систем в регионе. — М.: Издательство «Палеотип», 2014. — 204 с.
- Валинурова Л. С. Особенности управления правами на результаты интеллектуальной деятельности в холдинговых структурах наукоёмких производств / Л. С. Валинурова, О. Б. Казакова, Н. З. Мазур // Цветные металлы. — 2015. — № 8. — С. 11-29.
- Valinurova, L. Evaluation of Investment Attractiveness and Prediction of Investment Volumes to the Region / L. Valinurova, O. Kazakova, E. Sulimova // Mediterranean Journal Of Social Sciences. — 2015. — № 6 (5S3). — P. 371—379.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Кафедра инновационной экономики. Уфимский университет науки и технологий. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 февраль 2026.
- ↑ Валинурова Лилия Сабиховна - Известные ученые. famous-scientists.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2026.
- ↑ 1 2 Валинурова Лилия Сабиховна. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2026.
- ↑ Эффективное управление инвестиционными процессами современной экономики. www.dslib.net. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2026.
- ↑ 1 2 3 4 Лилия Сабиховна Валинурова. rreconomic.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Валинурова Лилия Сабиховна - Известные учёные. famous-scientists.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026.
- Лилия Сабиховна Валинурова. rreconomic.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 февраль 2026.
- Валинурова Л. С.